«Бухгалтер әсәйгә: «Һин бесәнгә бармағанһың, һин – Гитлерҙың ярҙамсыһы!» – тип ҡысҡырған»
Миңлегөл Миңлеғәли ҡыҙы ӘХМӘТЙӘНОВА (хәҙер МОСТАФИНА).
1933 йылдың 25 авгусында Учалы районының Урал ауылында тыуған.
Һуғыш башланғанда 7 йәштә була.
Атайым Миңлеғәли Ниғмәт улы 1901 йылда Маҡар районының (хәҙерге Ишембай) Йәнырыҫ ауылында тыуған. Әсәйебеҙ Сания – Көҙән ауылынан. Улар 1929 йылды Учалы районының Урал ауылына килеп төйәкләнгән. Ялан ерҙә аласыҡ үреп, эсен-тышын һылап, башын күрән менән ябып, донъя көтөп алып киткәндәр.
Мин тыуғанда атайым күрше Рәсүл ауылында ауыл Советы рәйесе булып эшләгән. Унан һуң колхоз рәйесе итеп үрләтелгән.
Беҙ ғаиләлә 7 бала инек – Асия апай, Рәшит ағай, Сәлихә апай, мин, Рәмил, Венера һәм Вилә.
1939 – 40 йылдарҙа атайҙы Учалы ауылына, артҡа ҡалған кохозды етәкләр өсөн, рәйес итеп тәғәйенләйҙәр. Ә 1941 йылдың апрелендә кире Уралға күсерҙеләр. Был ваҡытҡа ул да артта ҡалған була.
Үҙебеҙҙең өйгә ҡайтып йәшәй башланыҡ. Беҙ юҡта унда башҡа кешеләр йәшәгән, йортобоҙ ташландыҡ хәлдә ине. Утын булмағанлыҡтан һарайҙы, кәртәләрҙе яғып бөтөргәндәр.
Беҙ, балалар, йыш ҡына йылғаға төшөп, аяҡ кейемдәрен, ҡашығаяҡты, самауырҙы йыуабыҙ. Бер йәйге матур көндө мин, Нәжибә, Мәрйәм самауырҙы ағартып йыуырға йылға буйына киттек. Бер ваҡыт һауала күп-күп самолеттар үтә башланы. Теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла осалар. Контора янына халыҡ йыйылды. «Һуғыш башланған…» – тип әйттеләр. Ҡатын-ҡыҙҙар, инәйҙәр, уларға эйәреп, бала-саға илаша.
…Икенсе көндө баҫыуҙа эшләп йөрөгән Фәтих ағай менән Сәхебей ағайҙы бөтә ауыл халҡы фронтҡа оҙатты. Улар һуғышҡа үҙҙәренең тракторҙары менән китте. Баҫыуҙан ҡайтып, йыуынып, ашап-эсеү менән, шул сәғәттә үк йыйылып юлға сыҡтылар. Ҡарттар ҡойма аша ҡул болғап, балалар өлкәндәр менән бергә оло юлға тиклем оҙатып барҙыҡ. Улар ауылдан тәүгеләр булып һуғышҡа китте. Икеһе лә Ленинградҡа эләккән, ҡамауҙа ҡалған. Фәтих ағай әсәһенә: «Бик ныҡ асбыҙ, ашарға юҡ, миңә хат эсенә бер-ике сәйнәрлек кенә һағыҙ һалып ебәрегеҙ, шуны сәйнәп, тыуған яҡты иҫкә төшөрөп үлер инек», – тип хат яҙған.
…Мин 1941 йылды уҡырға барҙым. Беҙҙе Солтанова Мәрйәм апай уҡытты. Берәр бит аҡ ҡағыҙ таратып бирҙе.
…Көҙ көнө, һыуытҡас, атайҙы ла һуғышҡа алып киттеләр. Әсәй тауыҡ себештәре кеүек ете бала менән тороп ҡалды. Иң ҙуры Асия апайға – 13 йәш, иң бәләкәйе Вилә – 10 айлыҡ.
Атайҙы оҙатырға ауыл халҡы ла, ҡартатай менән ҡартинәй ҙә килде. Ҡартинәй бер телем икмәкте атайҙан тешләтеп, ҡалған һыныҡты шкаф башына уҡ һалып ҡуйҙы, үҙең әйләнеп ҡайтҡас ашарһың, тине. Ҡосаҡлашып, илашып ҡалдыҡ. Мин ныҡ ауырып китем. «Мин әллә нимә эшләнем бит», – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ҡартинәй мине карауатҡа илтеп һалды.
Әсәй ат менән Учалыға хәтле оҙатып барҙы. Аҙаҡ уларҙы икенсе аттарға күсереп ултыртып Миәскә тиклем алып киткәндәр. Әсәй ҡайтҡас: «Атайығыҙ башын күтәреп тә ҡараманы, исмаһам», – тине. Атайға ла ҡыйын булғандыр инде. Мәңгелеккә киткәнен, бәлки, һиҙгәндер.
Көн дә, көн дә атайҙы көттөк. Берәребеҙ сөскөрһә лә, атай ҡайтырға булһын, тип юраныҡ.
Бик ауыр ваҡыттар етте. Әсәй, беҙҙе үҫтерәм тип, төн йоҡоһон йоҡламайынса көнөнә өс тапҡыр – иртән, төш, кис – Уралдан Ҡоҙаш ауылына алты саҡрымға һөт ташыны. Уға арыған, йә көскә йөрөгән ат бирәләр. Өйрәнмәгән үгеҙ бирһәләр, уныһы ҡайҙа теләй, шунда алып ҡаса. Һөт менән тулы флягалар арбанан төшөп ҡала. Әсәй шуларҙы берәмләп йыйып, үҙе күтәреп, кире арбаға ултырта. Флягалар ҙур – 40, 58 литрлыҡ. Киске һауған һөттө ҡараңғы төшкәс кенә алып китә, иптәшкә йә мине, йә Сәлихәне алып бара. Ҡоҙашҡа еткәс, әсәй сепарат әйләндерешеп, ҡунып, таң атыуға һыйыр һауырға ҡайтып етәбеҙ.
Бесән ваҡытында эштә йөрөп арыған иң хәлһеҙ атты еккән әсәй үҙе йәйәү атлай. Ат ябыҡ, арбаны ла тарта алмай туҡтай ҙа ҡуя. Әсәй атҡа атланып ултырып, Ҡоҙаштың игенен ашатып ала. Шулай атты ҡарап, йөрөрлөк итеп алһа, тағы алама ат бирәләр.
Әсәй Ҡоҙашҡа һөт ташығанда бер тирмәнсе бабай менән һөйләшеп киткән. Шунда уға: «Минең ҡыҙҙарым әҙерәк бойҙай, әҙерәк ҡырлыҡ (иген елгәргәндә иләк аҫтына ҡойолған төрлө үлән орлоҡтары) алып килерҙәр, тарттырып бирерһең», – тигән. Икенсе көндө Сәлихә 3 кило ҡырлыҡ, мин 3 кило башаҡ бойҙайы, Зәкиә менән һеңлеһе лә шулай уҡ күтәреп барып, тарттырып алып ҡайттыҡ. Әсәй теге бабайға әҙерәк тәмәке биреп ебәрҙе. Шул ондо әсәй әҙ-әҙләп ҡушып, беҙгә йәймә итеп бешереп ашатты.
Ул осорҙа сбруйҙарҙың да рәте булмаған. Ҡартатай, колхоздыҡы булмағас, әсәйгә үҙенең ҡылдан ишкән дилбегәһен биреп торған.
Бер ваҡыт әсәй төш ваҡытында ҡайтты ла илап кереп килә, ҡулынан ҡан ағып тора. Әсәй һөттө илтеп ҡайтыуға бригадир Ғибәҙәт теге дилбегәне колхоздыҡы тип ала башлаған. Әсәй бирмәй талашҡан. Бригадир әсәйҙең ҡулын ыңғырсаҡҡа ҡуша һуҡҡан. Әсәйҙең бармағындағы балдағы һынып, ҡулына кергән. Әсәй илай, беҙ илайбыҙ. Ғибәҙәтте ҡарғайбыҙ. Барыбер бирмәне әсәй дилбегәне Ғибәҙәткә. Һуғыш ваҡытында яҡлаусыһыҙ ҡатындарҙы түрәләр рәнйетергә генә торҙо шулай.
Әсәй иртәнге сәғәт биштә тора ла, Сәлихә менән мине уятып, үҙе эшкә йүгерә. Ул ваҡытта ауылда бер-ике ғаиләлә генә сепарат бар ине. Бөтә ауыл тиерлек беҙгә килә. Беҙ уларға һөттәрен айыртып бирәбеҙ. Йыуабыҙ, майлайбыҙ, гәрсе алабыҙ. Гәрсегә кем бер көрөшкә һөт, кем ҡатыҡ, кем май йыйып бирә. Әсәй ҡайтыуға йыуып, эшен бөтөрөп ҡуябыҙ.
Атай һуғышҡа киткәс, әсәйгә бик ауырға тура килде. Колхоздың сусҡалары бар ине, әсәй шуларҙы ҡарарға эшкә керҙе. Беҙ, балалар, көнө буйы йылға янында сусҡаларҙы көтәбеҙ. Улар һаҙлыҡта ерҙе һөрә, беҙ өҫтәренә атланып менеп йөрөйбөҙ. Тәүҙә әҙ ине сусҡалар, аҙаҡ күбәйеп киттеләр, үҙҙәре шундай эреләр. Кискә әсәй уларҙың ашарына һалып, ябып ҡуя ла, бергә өйгә ҡайтып китәбеҙ. Был хаҡта атайға ла хатҡа яҙғанбыҙҙыр инде. Ул идараға: «Ниңә минең ғаиләмдән сусҡа көттөрәһегеҙ?» – тип хат ебәргән. Үҙе лә шул колхоздың рәйесе булып эшләгән еренән һуғышҡа киткән кеше бит.
Сусҡа көткәндә һыу буйында таш аҫтынан ваҡ балыҡтарҙы тотоп алып ҡайтабыҙ, әсәй шуны аш итеп бешереп бирә.
Ауылда сусҡа фермаһынан тыш, элек-электән һарыҡтар ҙа булды. Мин өсөнсө класты тамамлағанда әсәй менән Ғәйниямал инәйҙе һарыҡ һауырға ҡуштылар. Йөҙ башлап булғандыр. Уларҙы керетеп һауырға станок яһап бирҙеләр. Беҙ Сәлихә менән шул һарыҡтарҙы көтәбеҙ. Бер ҙә йыраҡҡа ебәрмәйбеҙ, ферма артында ғына йөрөтәбеҙ. Сөнки бүренән ҡурҡабыҙ. Үҙебеҙ шунда һарыҡ һөтө эсеп алабыҙ. Әсәй әҙ генә һауып бирә ине. Бәләкәй кәтәлүккә һөт һалып, эсенә әҙерәк кенә брынза дарыуы төшөрөп ҡуйһалар, һауым бөткәнсе ризыҡ әҙер ҙә була. Һарайға инеп, икешәрләп ашап сығабыҙ, ҡалғандар ҡарауылда тора. Сөнки тикшереп, һағалап йөрөүселәр бар. Кәтәлүкте лә кеше күрмәҫтәй ергә йәшереп кенә ҡуялар.
Һарыҡтарҙы һауған мәлдә малдарҙы сиратлап керетеп, сығарып торҙоҡ.
Колхоздың йәшелсә баҡсаһы ла бар ине. Унда олораҡ апай, әбейҙәр эшләй. Кишер, сөгөлдөр, һуған, кәбеҫтә, ҡыяр үҫтерәләр. Беҙҙе, балаларҙы, кискә табан һыу ташып һиптерергә йөрөтәләр. Көйәнтәләп, кемуҙарҙан йылғанан һыу ташыйбыҙ. Көнөнә – 80-100 көйәнтә. Эш хаҡына кәбеҫтә япрағын биреп ҡайтаралар. Әсәй уны турап ашҡа ҡушып бешерә.
Өйҙә үҙебеҙҙең баҡсаны ла ҡарап өлгөрөргә, һыу һибергә кәрәк. Йәшелсә япраҡтарын ашап бөтөрөп торҙоҡ.
Ул ваҡытта налог күп булды. Кешеләр налог хаҡына май тапшыра, үҙҙәренә айыртылған һөт кенә ҡала. Бер һыйырға 360 литр һөт, күпмелер ит, йомортҡа, йөн тапшырырға кәрәк. Түләмәһәң, һыйырҙы йә быҙауҙы тартып алып китәләр.
Бер ҡыш әсәй контора ҡараны, мейесенә утын яғып йылытты, иҙәнен йыуҙы. Шунда Кашшаф тиән бер сатан ағай бухгалтер булып ултырҙы. Йәй көнө бесән сапҡан кешеләргә 2 литр ҡатыҡ яҙып бирә икән. Әсәй: «Миңә лә ҡатыҡ яҙып бирегеҙ, ете баланы туйҙырырға кәрәк бит», – тип әйткәс, теге: «Һин бесәнгә бармағанһың, һин – Гитлерҙың ярҙамсыһы!» – тип ҡысҡырған. Әсәй был һүҙҙәргә түҙеп тора алмаған: «Әле һин миңә шундай мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтәһеңме, мин ҡыҙылармеецтың балаһын ҡарап үҫтерәм», – тип ишекте шартлатып ябып сығып киткән. Ҡояш байып барһа ла, Ғәйниямал инәй менән икеһе лә таяҡ тоттолар ҙа районға, 30 саҡрым алыҫлыҡтағы Учалыға киттеләр. Унда барып, Кашшафтың һүҙҙәрен түрәләргә еткереп, таң атыуға йәйәүләп әйләнеп ҡайттылар. Юлда бүре осраған. Әлдә генә уларға теймәгән. Хатта йыртҡыс та ҡайһы бер кешеләрҙән мәрхәмәтлерәк булған, күрәһең. Кашшафты икенсе көндө үк «бешерергә» районға саҡырып алғандар.
…Яҙ көнө, ҡар ирей башлағас, яланда ҡалған башаҡты йыйырға барабыҙ. Баҫыу урыны-урыны менән генә асылып өлгөргән. Аяҡта сабата. Йылға аша үтергә булһа, сабата һыуланмаһын тип, сисеп, ҡар һыуын кисеп сығабыҙ. Яланда көнө буйы аяҡ һыуланып йөрөй, берәй ерҙә ҡоро һалам булһа, сабатаның олторағын алмаштырып алабыҙ, аяҡтар йылынып китә.
Кис әсәй мәтрүшкә сәйе эсереп ятҡыра. Төнө буйы йүтәлләйбеҙ, әсәй, тороп, тоҙ ҡаптыра.
Алып ҡайтҡан башаҡты мейескә ҡуйып йә мейес башына түшәп киптерәбеҙ. Шунан әсәй уны ағас килегә алып барып төйә, елгәрә. Үҙебеҙҙең ҡул тирмәне бар, шунда тартабыҙ ҙа, ашҡа әҙ-әҙләп һибеп бешерәбеҙ.
Ер иреп бөткәс, Сабир бабай килеп, ат менән бәрәңге баҡсаһын һөрөп бирә. Уның артынан тәүҙә улы атлай, шунан беҙ барыбыҙ ҙа серек бәрәңге эҙләй инек. Йәймәһе тел йоторлоҡ тәмле була торғайны.
Атайҙан йыш ҡына хат килеп торҙо. Ниндәй генә төш күрһәк тә, атайҙың иҫән ҡайтыуына юрай инек.
Рәшит ағайыбыҙ почта ташыны. Атайҙың үле хәбәре килгән. Шуны беҙгә әйтмәй йөрөгән. Лотый бабай әсәйемде урамда күргән дә: «Миңлеғәли кейәүҙең үле хәбәре килдеме ни?» – тип һораған. Әсәй нимә эшләргә белмәй, йүгереп илап ҡайтты. Күмәкләп илашабыҙ. Шул көндө атайҙың йыйылған хаттарын уҡып: «Урамда урыҫ балаларын күрһәм, һеҙҙе һағынып, үҙемдең балаларымдай тотоп, һөйөп китәм», – тигән юлдарынан һуң илап алғайным. Үле хәбәрен ишеткәс, тағы илаштыҡ. Кис булып бара. Мин ҡысҡырып ебәрҙем: «Әсәй, әллә нимә эшләнем», – тим. Ҡалтырап, ауырып киттем. Зөләйхә абыстайҙы килтереп, мине шәлгә урап, һөт эсереп, тимер мейес янына ултыртып ҡуйҙылар.
Атайыбыҙ, Миңлеғәли Ниғмәт улы Әхмәтйәнов 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Ауыр һуғыш юлдары үтеп, эскадрон политругы була. 1942 йылдың 20 ноябрендә немецтарҙың атакаһына ҡаршы торғанда һәләк була. Ростов өлкәһенең Аржановский хуторында ер ҡуйынына тапшырыла. «Атайығыҙ ғәрип булып ҡайтһа ла, урыны иң түрҙә булыр, һеҙгә кәңәштәрен биреп ултырыр ине», – ти ине әсәйем.
…Ауылда ир-аттар ҡалманы. Ҡарттар ҙа ғәриптәр генә. Ныҡ аслыҡ башланды. Йонсоуҙан кешеләр бетләне. Кем ҡайҙа ултыра, күлдәген йә ойоғон әйләндереп бет үлтерә.
Беҙҙең өй янында ғына ауыл мунсаһы бар ине. Әсәй ул мунсаны төнгә яға. Беттәрҙе үлтерергә бар кейемдәрҙе шунда илтеп томалай. Аҙаҡ, мунса булғас, беҙҙе, ете баланы, берәмләп йыуындыра. Көндөҙ мунса бушамай, бүтән кешеләр яға.
Әсәй беҙҙе берәм-берәм мунсаға алып бара, шунан өйгә ҡайтара. Йоҡлай-йоҡлай йыуынып ултырабыҙ.
Мунсанан ҡайтҡас, әсәй тәндәребеҙҙе дегет менән буяп сыға, сөнки ҡорсаңғы ауырыуы башланғайны.
Бет күп булғас, ҡартатайҙың һаҡалы ла һеркәләп, бетләп китте. «Ҡыҙым, һаҡалым ҡысыта, ҡара әле», – тиһә, мин ҡарап таҙартып ебәрәм.
Бер ваҡыт минең дә баш бик ныҡ бетләп китте. Ҡартинәй башыма кәрәсин һөрткәйне, их беттәр тулай башланы бит, түҙерлек кенә лә түгел. Шунан ҡартинәйем яулыҡ бәйләп ҡуйҙы. Тегеләр тулап туҡтағас, сәсте йыуып, беттән ҡотолдоҡ.
Был хәлде әхирәтем Флүрәгә һөйләнем. Уның да сәсендә бет. Тик кәрәсиндәре юҡ. Беҙҙә әҙ генә бар, алып барырға һауыт юҡ. Нимә эшләргә? Улар беҙҙән өс өй аша ғына йәшәй. Ҡартинәй өйҙән сығып киткәйне, тиҙ генә кәрәсинде ауыҙыма уртланым да йүгерҙем Флүрәләргә. Уның сәсенә лә кәрәсин һөртөп, яулыҡ бәйләнек. Ә беҙҙә кәрәсин булыуҙың сере шунда: әсәй баҡсаға тәмәке сәсә ине, шуны тракторсыларға кәрәсингә алмаша.
Йәйгә сыҡҡас, үләндәр менән туҡланабыҙ. Иң тәүҙә балтырған, көпшә, кесерткән ҡушып аш бешерәбеҙ. Унан ҡымыҙлыҡ, йыуа, бетлекәй, кәзә һаҡалы, кәкүк уты үләндәрен йыйып ашайбыҙ. Шунан ҡаҡы өлгөрә. Тик уның үҫкән ере йыраҡ, 8-9 саҡрым барырға кәрәк. Тәүҙә ҡосаҡлап йыйып алабыҙ ҙа, берәй ергә ултырып, туйғансы үҙебеҙ ашайбыҙ. Шунан тағы йыябыҙ. Ярай, ҡаҡы күп ине. Уныһын япрағынан таҙартып, арҡаға аҫып, ауылға ҡайтып китәбеҙ. Әсәй шуны турап аш бешерә. Ҡалғанын баҙға һалып торабыҙ.
Йәй етһә, урманға һарынаға йөрөйбөҙ. Унда ауыл балалары күмәкләп барабыҙ. Сөнки урманда ҡасҡылар бар тип ҡурҡыталар. Шуға беҙҙең менән бергә олораҡ әбей ҙә бара. Беҙҙе күберәк Хәҙисә ҡартинәй йөрөттө. Һарына – бик тәмле ризыҡ. Әсәй уны аш итеп бешерә. Бер өлөшөнә он ҡушып йәймә яһай. Һарынаны бер урманда йыйып бөтөрһәк, икенсе урманға күсәбеҙ.
Еләккә барғанда Хәҙисә ҡартинәй үҙҙәренең ҙур ҡара «Яшка» исемле эттәрен дә эйәртә. Ул беҙҙе еләктең иң күп урынына килтерә лә, үҙе тағы алға китә. Бер аҙҙан беҙҙе килеп ала. Оло булһа ла, үҙе шул тиклем шәп йыя, беҙҙән дә алда биҙрәһен тултыра.
Әтлеккә лә урманға күп йөрөнөк. Олораҡ кешеләр ҡаҙып бирә. Уны йыуып, ярып, киптереп, тирмәндән тартып, әҙерәк он өҫтәп, әсәй йәймә бешерә. Шулай ҙа иң тәмлеһе балтырған ашы менән мәтрүшкә сәйе булды. Үләнде күп итеп йәй көнө йыйып киптерәбеҙ ҙә йыл әйләнеһенә эсәбеҙ.
Ҡайһы ваҡыт еләккә Сәлихә менән көйәнтәләп барабыҙ. Яланда туйғансы ашап ҡайтабыҙ. Өйҙә тағы ла ҡатыҡҡа һалып ашайбыҙ. Шулай бер ваҡыт тамаҡҡа нимәлер ҡаҙалды. Бер нисек тә сыҡмай. Илай-илай шешенеп бөттөм.
Асия апай «Байрамғол» совхозында эшләй ине. Ярай, ул ҡайтып инде. «Тамағыма нимәлер ҡаҙалды», – тип көскә аңлатып бирҙем. Апайым, тамаҡты ҡанатып, көс-хәл менән ҡылғандың оло һолоһон тартып сығарҙы.
Шунан Асия апай Уразға май заводына эшкә китте. Бер ҡайтҡанында Рәмилде һәм мине үҙе менән алып китте. Заводтың бер соланында ун көн торҙоҡ. Эремсек, ҡаймаҡ ашап, һөт эсеп йәшәнек.
Хәҙер беҙгә ҡайтырға кәрәк. Ауылдар араһы 35 саҡрым. Йәйәүләп юлға сыҡтыҡ. Апайыбыҙ беҙгә бер булка брынза бирҙе. Ҡайтҡан юлда бер урман бар, шунан нисек үтербеҙ икән, тип ҡурҡабыҙ. Ҡасҡы килеп сыҡһа, ни эшләрбеҙ икән, тибеҙ. Апайыбыҙ: «Ул урманда ҡош та йәшәмәй, ҡурҡмағыҙ», – тип йыуатып ҡайтарып ебәрҙе.
Урманға еткәс, етәкләшеп йүгерҙек тә йүгерҙек. Саҡ сығып еттек. Баҫыуҙы ла тиҙ генә үттек. Инде Рәсүл ауылы аша ҡайтырға ҡурҡабыҙ. Күстәнәсебеҙҙе тартып алып ҡалһалар, ни эшләрбеҙ, тип уйлайбыҙ. Ауылды иҫән-һау үттек. Ҡоҙашты ла сыҡтыҡ. Шунан ғына тынысланып ултырып ял итеп алдыҡ. Юл буйынан ҡуҙғалаҡ өҙөп ашай-ашай өйгә ҡайтып еттек.
…Йәй көнө бесән ваҡытында беҙҙе күбә артын йыйырға сығаралар. Унда ололар звено-звено булып ярышып эшләй. Мин, бәләкәй булғас, күпме йүгереп йыйһам да, өлгөрә алмайым. Күбә тейәүсе Мәрхәбә, Хафиза еңгәләр: «Ниңә ошо ҡыҙҙарҙы күберәк итеп, унауһын бергә, сығармайҙар икән», – тип һуҡраналар. Шунан минең ҡулдан тырманы алып, үҙҙәре йүгереп йыйып бирәләр. Артта бесәнде лә ҡалдырмаҫҡа, күбәне лә тейәп ебәрергә кәрәк.
Эшкә сыҡһаң, унда төшкә итле аш бешерәләр. Шуның өсөн әсәй, беҙҙе тамаҡтарына аш эләгер тип, эшкә ебәрә ине. Рәмил дә бара – ул ат башында күбә тарттыра.
Беҙҙең кеүек балалар бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырманы. Йәй көнө колхозға утауға, бесән ваҡытында бесән йыйырға, баҡсаға һыу ташып һибергә ҡушалар. Бер ваҡыт тау аръяғына утауға барырға әйттеләр.
Сәлихә апайым йөрәк ауырыулы ине. Бригадир уны ла эштән ҡалдырмай. Һәр балаға норма үлсәп бирә. Шуны утап бөтөрөргә кәрәк. Баҫыуҙарҙы ныҡ билсән баҫҡан була ине. Сәлихә апай беҙҙең кеүек тауға менә алмай, хәле бөтөп юлда ултырып ҡала. Беҙ уның өлөшөн дә утайбыҙ. Сәлихә апай шул йылдың октябрендә үлеп тә китте. Барыбыҙ өсөн дә ауыр ҡайғы булды. Бигерәк тә әсәй биреште, һаулығы ныҡ ҡаҡшаны, үҙе лә сирләй башланы.
Малайҙар ҙа гел эштә булды. Рәмил, Рәшит ағайҙар көтөү көттө. Ат башында күбә тарттырып та йөрөнөләр. Аттары баш бирмәй, урманға алып ҡаса ине, күбәләре ауып та ҡалғаны булды.
…Ноябрь айы ине. Бер көн кисләтеп кенә башаҡтан ҡайтып киләбеҙ. Өй эсе тулы бабайҙар. Рәшит ағай карауатта ята. Ул аттар көтә ине. Атының аяғы тайып китеп, йығылған да ағайҙың аяғы һынған.
Рәшит ағай, малайҙарҙы күреп, ҡысҡырып, уларҙы бригадирға ебәргән. Үҙен һалып алып ҡайтырға егеүле ат ебәрһен тип һораған. Малайҙар ауылға ҡайтып, бригадирға әйтһәләр, ул: «Үҙенең атын менеп ҡайтһын», – тигән. Бото һынған кеше нисек атҡа менеп атланһын? Малайҙар тағы ауылға сапҡан. Ағай боҙло ерҙә кискә тиклем ята биргән. Кис әсәй ат табып, барып алған. Икенсе көндө ҡартатай менән әсәй ағайҙы арбаға һалып, Учалыға балнисҡа алып киттеләр. Унда ағайҙың аяғын гипсҡа ҡатырып ҡайтарҙылар.
Ул ваҡытта түрәләр түрә була белде шул…
…Һуғыштан яраланып ҡайтҡан Фәтих тигән кешене колхозға рәйес итеп ҡуйҙылар. Халыҡ ас, ҡырлыҡ ашап, күп кеше тартышып ята. Көнө буйы бесән эшләгән кешегә 200 грамм һоло оно бирәләр. Ул шау кәбәк. Уның онон иләп алалар. Кәбәген һыуҙа иҙеп ҡуйып, һөҙөп, кеҫәл итеп бешерәләр. Ул кеҫәлде бер кеше туҡтауһыҙ болғатып торорға тейеш. Шунан ул бүртеп сыға. Өйҙә нисә кеше бар, шунса тәгәстәргә һалып, тышҡа ултыртып торабыҙ. Һыуынғас, ҡуйыра төшә. Аҙаҡ өҫтөнә һөт һалып ашайбыҙ. Бик тәмле була. Беҙ һигеҙ һауытҡа әҙерләйбеҙ. Ул ваҡытта Вилә 2 йәшлек, Венераға 3 йәш. Венера Виләнең бишегенә менеп ята ла: «Хәтих он бирмәй, Хәтих он бирмәй», – тип йырлап ята. Һаҡау булғас, Фәтих исемен дә дөрөҫ әйтмәй, «Хәтих» ти. Әсәй әйткәндер инде шулай тип, бала хәтерендә ҡалдырған.
Әсәй үҙенә ашты беҙҙекенә ҡарағанда гел әҙерәк һала ине. «Ниңә улай итәһең?» – тип һорағас: «Һеҙ ашаһағыҙ, минең тамағым туҡ була», – тип әйтә торғайны. Тағы ла: «Балалы ҡарғаның тамағы туймаҫ», – ти ине.
Ҡыш көндәрендә яңы тыуған һарыҡ, кәзә бәрәстәрен өйҙә тотабыҙ. Венера менән Вилә шулар менән рәхәтләнеп уйнай. Был хайуанҡайҙар бәләкәстәр өсөн тере уйынсыҡ булды. Беҙ ҙә үҙебеҙгә күрә уйын таба инек.
Әсәй эшкә киткәс, өйҙө йыйыштырабыҙ, булған ғына аяҡ кейемдәрен йылғаға алып барып йыуабыҙ. Күрше ҡыҙҙары Зәкиә, Фәриҙә, Хәлимә, Сәлихә апай, мин самауырҙы йылғала таҙартабыҙ. Шунан кемдең өйө матур тип, өй беренсә йөрөп ҡарап сығабыҙ ҙа отметка ҡуябыҙ. Өйҙән-өйгә йөрөп, һикене сәхнә итеп концерт, уйын, спектакль күрһәтәбеҙ.
Күп кешенең һикеһендә – кейеҙ, тәҙрәһендә пәрҙә булманы. Алмаш кейемһеҙ ултырыусылар күп ине. Беҙҙең әсәй кәзә, һарыҡ тиреләрен үҙе иләп эшкәртеп, ябынып йоҡларға тире юрған, өҫкә кейергә тун тегеп кейҙерҙе.
…Беҙ, балалар, ҡайҙа үлән, ҡайҙа башаҡ йыйып, тау араһынан татлы тамыр, тау кәбеҫтәһе йыйып ашап, тамаҡ туйҙырырға тырыштыҡ.
Яҙ көндәре, сыйырсыҡтар, ҡарғалар килгәс, ауыл осондағы ерек баштарына күпләп ҡарғалар оялай. Улар бер мәл йомортҡа һала башлай. Беҙ, күмәкләп барып, менә алған ағасҡа үрмәләп, йомортҡаларын алып төшәбеҙ. Байтаҡ ҡына йыябыҙ. Өйгә алып ҡайтҡас, әсәй һөткә бутап, ҡурып бирә. Белһәгеҙ, икән уның нисек тәмлелеген! Мин ҡыҙҙар араһында иң шәбе булдым. Ағас башына ла тиҙ генә үрмәләп менә лә китә инем.
Бер ваҡыт Рәшит ағай менән күрше Шәүкәт ағай Аллаяр тигән һыу буйына балыҡҡа барғандар. Балыҡ тотоп йөрөгәндә шуға иғтибар иткәндәр: тал араларынан аҡсарлаҡтар осоп-осоп китәләр икән. Барып ҡараһалар, ҡоштарҙың оялары, ә унда ап-аҡ йомортҡалар. Тауыҡтыҡынан саҡ ҡына бәләкәйерәк. Береһен һытып ҡарағандар – тап-таҙа. Шунан йомортҡаларҙы бер ергә йыйғандар. Хәҙер нисек итеп алып ҡайтырға? Бик аптырап тормағандар – салбарҙарын һалып, эстәге оҙон балаҡлы аҡ ыштандарын сисеп, балаҡ осон бәйләп, шунда тултырып алып ҡайтҡандар. Ул йомортҡалар ҙа бик тәмле булды.
Рәшит ағай малайҙар менән, ояларына һыу ташып, йомран, әрлән тоталар ине. Уның тиреһен тунап, киптереп, тапшыра торғайнылар. Нисә тин булғандыр, иҫтә юҡ.
1944 йыл. Мин дүртенсе класҡа уҡырға барырға йыйынам. Китап, дәфтәр, ҡәләм алырға күп аҡса кәрәк. Беҙ бит күмәкбеҙ.
Үҙебеҙҙең әҙерәк тауыҡтар бар ине. Уларҙың йомортҡаһын йыйып, ҡыҙҙар менән рудникка барып һатып ҡайтабыҙ.
Бер көн Флүрә килде лә: «Карагайскийҙағы бер магазинда йомортҡаға алмаштырып ойоҡ бирәләр икән», – тип әйтте. Ул ауыл беҙҙән 30 саҡрым алыҫлыҡта. Өҫтә кейем, аяҡта кәлүш тә, ойоҡ та юҡ. Йәй көнө бар халыҡ яланаяҡ йөрөй. Ололар сабата кейә. Ямғыр яуһа, улар сабаталарын сисеп, яланаяҡҡа күсә.
Йәйҙең эҫе бер көнөндә Флүрә, Рәйхана, Зәкиә, мин һәр ҡайһыбыҙ берәр биҙрә йомортҡа күтәреп, Карагайскийға юл тоттоҡ. Барабыҙ, барабыҙ, янып-бешеп, һыуһаныҡ. Теге ауылға барып керҙек. Бер мәрйә әбейенә кереп, һыу һорап эстек. Магазиндың ҡайҙа икәнен һорарға русса белмәйбеҙ. Шунан Флүрә батырыраҡ булып сыҡты, бер кешенән: «Гзе магадин?» – тип һораны. Мин уны дөрөҫләп: «Где магазин?» – тинем. Ул беҙгә аптырап ҡарап торҙо ла өйрәтеп ебәрҙе. Барыбыҙ ҙа яланаяҡ. Магазинды барып таптыҡ, индек. Унда, ойоҡтоң булғаны ла юҡ, тинеләр. Хәлдән тайып, русса өйрәнеп, һыуһап, йомортҡаларҙы күтәреп, кис кире өйгә ҡайтып йығылдыҡ.
…1945 йыл тыуғас, аслыҡ бигерәк көсәйҙе. Атайыбыҙҙың атаһы Ниғәмәт ҡартатай менән әсәһе Хәҙисә ҡартинәй мине үҙҙәренә алды. Миңә, тире иләтеп, аҡ тун тектереп, быйма баҫтырып кейҙерҙеләр. Ҡартинәй оҙон баулы ыштан тегеп бирҙе. Унда тамаҡ туҡ булды. Ондары ла, бойҙайҙары ла бар ине. Кеҫәгә һалып, әсәйҙәргә лә алып барғылайым. Улар күмәк, уларға күп кәрәк. Ҡартатай ҙа, ҡартинәй ҙә беҙгә бик ярҙам иттеләр.
…1945 йыл сәсеүгә тиклем беҙҙең кеүек йәш ҡыҙҙарҙы ат менән ер тырматырға йөрөттөләр. Һәр беребеҙгә – икешәр ат. Низам исемле бабай аттар һәм тырмалар өсөн яуаплы. Беҙҙе лә ҡарап йөрөй. Асия, Файза, Рәйсә, Фәһимә, Әнисә һәм мин көнө буйы яланаяҡ дилбегә тотоп ат артынан йөрөйбөҙ. Бер ваҡыт аттарҙы ҡапылыраҡ борғанмын бит, тырмалар күтәрелеп китте. Аттар, тырманан өркөп, сығып саптылар. Эй саптылар, эй саптылар ауылға ҡарап. Ауылға еткәндә муйындарында ҡамыт ҡына ҡалған, бөтә нәмәләре юлда төшөп ҡалған… Үҙебеҙ яланға барғанда ла, ҡайтҡанда ла, аттарҙы менеп, сабышып ҡайта инек. Ял иткәндә Низам бабай беҙгә гел әкиәт һөйләй торғайны. Ҡыҙыҡ еренә еткәс кенә туҡтай ҙа ҡуя.
…Әсәй, Зөләйхә абыстай (атайҙың бер туған һеңлеһе), Маһурый еңгәй бик татыу йәшәнеләр. Бөтәһенең дә ирҙәре һуғышта булды. Өсәүләп йыш ҡына кис ултырҙылар. Кәрәсин юҡ, һуҡыр лампа яҡтыһында йөн нәски, бейәләй бәйләнеләр.
Бер ваҡыт Зөләйхә абыстайҙың ире Ғабдулла еҙнә һуғыштан яраланып ялға ҡайтты. Абыстай тиҙ генә беҙгә килеп: «Еҙнәгеҙ ҡайтты», – тип әйтеп китте. «Беҙҙең атай ҡайтманы», – тип, ҡайғыбыҙ яңырып, күмәкләп тағы илашабыҙ. Төн булһа ла, еҙнәне күрергә тип бөтә балалар барыбыҙ ҙа йыйылып уларға киттек. Еҙнәнең туғандары ла йыйылып өлгөргән. Балалары ҡыуаныстан үрле-ҡырлы һикерешә. Олалар ҙа йырлаша башланы:
Һағынаһыңмы, тип һорайҙар,
…Икенсе көнөнә әсәй уларҙы үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырып алды.
…Ауылда беҙҙең радио була торғайны. Уны «ҡара радио» тип йөрөттөләр. Әсәй гел шуны тыңлар булды. Һуғыш яңылыҡтарын белеп торҙо. Беҙ ҙә, шаулашып, кереп барғанбыҙҙыр инде. «Әҙ генә шаулашмай тороғоҙсо», – тип, әсәй радиоға ныҡ яҡын килеп тыңлай ине.
…Мәктәптә дәрес бара. Матур яҙғы көн. Инде уҡыу бөтөүгә лә күп ҡалмаған. Бер ваҡыт ишек шаҡып, уҡытыусы Нәжибә апайҙы кластан саҡырып сығарҙылар. Ул бик тиҙ кире әйләнеп илап керҙе лә: «Балалар, һуғыш бөткән бит!» – тип иғлан итте. Барыбыҙҙы ла дәрестән ҡайтарып ебәрҙе. Эй шатланабыҙ, үҙебеҙ илайбыҙ. Атайҙары иҫәндәр, атайҙар ҡайта тип, ҡыуана.
Беҙ ҙә көн дә атайҙы көттөк. Әммә юҡҡа ғына булды, «ҡара ҡағыҙы» дөрөҫ килгән шул. Ерҙе тырнап-тырнап иланыҡ…