-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Их, ни эшләнем?!

  Бер ғәйепһеҙ оҙайлы дауалау курстарына мәжбүр буласаҡ ҡатынын,тәтәй-мәмәйҙән һалдырған улының да яфаланасағын күҙ алдына килтереп, бөтә тәнен ҡаплаған хәлһеҙлектең тағы ла көсәйгәнен тойоп, тышҡа атлыҡты

Их, ни эшләнем?!
Их, ни эшләнем?!
Тире-венерик ауырыуҙар кабинетынан сығып, коридор буйлап атлаған йәш ирҙең мейеһен ошо һорау сәңкетте. Юлына ҡаршы килгәнде лә тапарҙай булып, танып һаулыҡ биргән дуҫтарына ла ҡарамай ғына баш һелкеп уҙған кисәге көләс, алсаҡ егетте бер кем дә аңламай ине шул...

- Нишләп кенә йүгәнләмәнем икән хистәремде? Ауыр эш көнөнән һуң "стресс снимать " итергә йүнәлгән бер нисә әшнәгә теге ҡәһәрле шарап ҡына ғәйепле! Эх,нисәмә ай түгелгән көс өсөн һуҡыр тин дә ала алмай бер әсенһәм, инде быныһы килеп сыҡты. Нишләргә? Дауаланырға аҡса тигән ҡиммәтле ҡағыҙ кәрәгәсәк, иҫкәрттеләр, әҙ түгел. Ваҡыты ла оҙайлы ғына. Уф-ф-ф!...
 
Бер ғәйепһеҙ оҙайлы дауалау курстарына мәжбүр буласаҡ ҡатынын,тәтәй-мәмәйҙән һалдырған улының да яфаланасағын күҙ алдына килтереп, бөтә тәнен ҡаплаған хәлһеҙлектең тағы ла көсәйгәнен тойоп, тышҡа атлыҡты. Ҡәһәрле аҙғындар ауырыуы менән бүләкләгән эш урыны контораһына ла өмөтһөҙ генә кереп сыҡты. Хәйерсегә ни ел ҡасан ыңғай торһон? Кеҫәлә һуҡыр тин дә ҡалмаған,етмәһә, эш хаҡын алғас тулайым ҡаплармын, тип алған кредит та бар,нисек дауаланыу хаҡында уйларға?
 
Мейене сүкеп, бар тәнде ҡоршаған меңдәрсә уйҙар менән ҡайтыуға юл алды.Бары эш хаҡы белешәм тип ҡалаға киткәйне, ҡатынға дауаханала булдым, тип нисек әйтергә?
 
Уйҙарынан уйылып, рулгә саҡ йәбешеп килгән,тиҙерәк тәненә һырыған һанһыҙ ҡанһурғыс бөжәктән, гүйә,ҡотолғоһо килде...
 
Хәсрәт тә яңғыҙ йөрөмәй, ҡайтып, ҡапҡаға үрелеүенә почта йәшнигендә ҡалын ғына хат барлығын шәйләне. Кредит! Ҙур проценттары менән баш етмәҫлек дәүмәлдәге һан лып иттереп сүгәләргә мәжбүр итте. Ах! Түккән һәр тирем өсөн тинләп түләһәләр ҙә, ғүмерҙә лә йырып сыға алмаясаҡмын бит! Тәнен эҫеле-һыуыҡлы итеп бәреп сыҡҡан тирҙән дә бигерәк, әшәке мәлғүн хәленә төшкән үҙенән-үҙе сикәнде егет. Нисек, нисек?...
 
Бер ни һиҙҙермәҫкә тырышып, урамда уйнап ултырған улына ла иғтибар итмәй, өйгә үтте.Ҡатынының икмәк баҫып торғанын шәйләп, йөҙөн баҫа биреп барып, карауатҡа ауҙы. Һүҙһеҙ генә аңларға өйрәнеп тә бөткән йәш ҡатын, ирен йыуатыр һүҙ ҙә эҙләп маташманы. Мунса томалауын әйтеп, миндек алып мунсаға бара торорға ҡушты.Сарсап кипкән аңҡауын сылатып бер сүмес һыу алып һемерҙе лә,үҙ уйҙарын услап, мунсаға йүнәлде. Атаһының сәйер йөрөшөн һиҙемләпме, "атта" тиеп ҡул һонған сабый ҙа яуапһыҙ ҡалды.
 
Барыһынан да бер юлы... ҡотолам... Барыбер ғәфү итмәҫ, юҡ, итмәҫ! Ҡалһын,ҡалһын йорто ла, машинаһы ла, бер нәмә лә кәрәкмәй! "Үҙ аяғым менән сыҡмаясаҡмын..." тип мунса буҫағаһын ашатланы.
 
Йәнһеҙ тәнде ер ҡуйынына һалырға тип йыйылған халыҡты моңһоҙ ғына тупраҡ өйөмө өҫтөндәге сабый күҙ йәштәренә батырҙы. Ошо алмалай сабыйын йәлләмәй, утыҙына ла ашаҡламағанды, нимә этәрҙе һуң?Сир сер булып ҡалды. Етемлектең әсе һурпаһын саф бала сағынан татып үҫкән йәш ҡатынға, гүйә, тәбиғәт тә теләктәшлек итә. Әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан быҫҡаҡ ямғыр күҙ йәштәреләй туҡтамай яуҙы ла яуҙы. Ямғыр ҙа йыуып төшөрә алмаҫ, ҡәбер тупрағы ла тигеҙләй алмаҫ үләт бала һәм сабый тәнендә нығынды.Ҡыйыҡланыр миҙгелен көтөп ала алмаған өй бураһы нигеҙенә ҡунған бәшмәк тә, уңайлы мөхиткә ҡыуанып тамырҙарын тәрәнгәрәк ебәреп, ирәйҙе...
Автор:
Читайте нас: