-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кем һин, билдәһеҙ ҡыҙ?

Кем һуң ул — билдәһеҙ ҡыҙ? Рәссам был эшен көндәлектәрендә лә, хаттарында ла бер тапҡыр ҙа телгә алмай, шуның менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы тағы ла нығыраҡ йәлеп итә. Картинала кем һүрәтләнгәне хаҡында бер нисә фекер бар.

Кем һин, билдәһеҙ ҡыҙ?
Кем һин, билдәһеҙ ҡыҙ?

Иван Крамскойҙың “Билдәһеҙ ҡыҙ” (“Неизвестная”) һүрәте күп кенә бәхәстәр тыуҙыра. Кем һуң ул — билдәһеҙ ҡыҙ? Рәссам был эшен көндәлектәрендә лә, хаттарында ла бер тапҡыр ҙа телгә алмай, шуның менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы тағы ла нығыраҡ йәлеп итә. Картинала кем һүрәтләнгәне хаҡында бер нисә версия бар.

Был билдәһеҙ ҡыҙ заманына күрә бик модалы кейенгән. Эшләпәһе лә, бирсәткеһе лә, бәлтәһе лә 1880-се йылдарҙың “һуңғы коллекцияһынан”. Әммә ул заманда бер юлы өс модалы әйбер кейеү ҡабул ителмәгән. Яҡшы кейенә белгән ҡатын-ҡыҙ тик бер генә модалы кейемдә сығырға тейеш иҫәпләнгән. Етмәһә, ике урынлы арбала һүрәттәге сибәр яңғыҙы ултыра. Тимәк, картинаға йә байҙар араһында йөрөп тә, ул ҡатламдың ҡағиҙәләрен белмәгән, тиҙ байып киткән һары билетлы ҡыҙ йә бар йәмғиәттең ҡағиҙәләренә төкөрә алған үтә йоғонтоло ҡатын-ҡыҙ төшөрөлгән. Мәҫәлән, имератор Александр 2 һөйәркәһе — Екатерина Михайловна Долгорукая. Тап ошо версияны күптәр дөрөҫ тип иҫәпләй.

Екатерина Михайловна императорға дүрт бала табып бирә һәм уның законлы ҡатыны янында уҡ йәшәй. Был версия яҡлылар хәлде ошолай аңлата. Александр 2 һөйкәркәһенең портретын яһауҙы һорай. Әлбиттә, былар барыһы ҡаты сер булып һаҡлана. Әммә һүрәт төшөрөлә башлағас, Александр 2 вафат булып ҡала. Власҡа яңы имератор килә, Екатерина Михайловна сит илгә күсергә мәжбүр була. Шулай, портрет хужаһына барып етмәй, рәссамда ҡала. Һүрәттәге ҡатын кем икәнлеген бер ҡайҙа ла телгә алынмауҙы ла ошоноң менән бәйләйҙәр

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: