-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Фото бәләһе. Зайтуна Аетбаева-Сафиуллина

-Һеҙгә ял итергә килдек, - тиһә лә, әсәй кеше һиҙмәй буламы һуң инде, төрлөсә төпсөрләп һорашып ҡараны, тик асығын белә алманы.

Фото бәләһе. Зайтуна Аетбаева-Сафиуллина
Фото бәләһе. Зайтуна Аетбаева-Сафиуллина

-Ҡайтам, балаларҙы атайҙар ҡарашыр әле... Ниндәй һылыу, ә? Оятһыҙ, үҙе көн дә ,, һин минең бәхетем,, - тигән була, - мендәре күҙ йәштәре менән һыуланып бөттө, тик Зарифа ҡалҡып торорға уйламаны ла, ул ошо минутта иң ,,бәхетһеҙ,, кеше ине.
Бөгөн эше күп булды уның: кер йыуҙы, иҙәндәрен йыуып, балаҫтарының саңын һурҙырып алды. Балалар икеһе лә яслелә, рәхәтләнеп эшләне.Ире лә кисә үк колхоз өсөн сәсеүгә иген йүнләргә киткән ине. Ҡәйнәһе, Зарифа килен булып төшкәндә үк юҡ ине инде, ҡайныһы бүтәнсә ҡатын алып тормаған, һөйләүҙәренә ҡарағанда ҡатынын бик яратҡан, әле район дауаханаһында ята. Уның Зөфәрен дә атаһына оҡшаталар,.. оҡшаған һиңә....
...Эшен инде бөттөм тигәндә шифоньерҙағы кейем-һалымды ла ҡағып-һуғып тәрбиләп элергә булды һәм... ,,мә һиңә,, ,, Хәйерсегә ел ҡаршы,,- тигәндәре ошолор инде...
Зөфәренең ҡәҙерле костюмын ҡулына алғайны, эске кеҫәһенән күренеп торған фотоға күҙе төштө. Былай иренең кеҫәһен тикшерә торған ғәҙәте юҡ та бит, ниңәлер фотоны тартып алды. Алыуы булды – йөрәге алҡымына килеп тә тығылды, сөнки фотонан уға ғәжәйеп һылыу ҡыҙ төбәлде. Аңшайып, фотоға байтаҡ текәлеп торҙо ла быуынһыҙланып диванға барып ауҙы һәм... күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Күпме ятҡандыр илап, бына тороп һыу эсте, битен йыуып алды, фотоны кире костюм кеҫәһенә һалды һәм ҡайтып китеүе тураһында иренә яҙырғамы-юҡмы, тип уйлап торҙо ла ,,уға ҡағыҙ ҙа әрәм,,- тип шәп-шәп атлап сығып та китте. Барып балалар баҡсаһынан малайҙарын алды ла такси яллап ауылына ҡайтып та китте.
-Һеҙгә ял итергә килдек, - тиһә лә, әсәй кеше һиҙмәй буламы һуң инде, төрлөсә төпсөрләп һорашып ҡараны, тик асығын белә алманы. Кейәүе шылтыратҡас, ҡыуанып трубканы алғайны, былай ҙа асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән Зарифа, трубканы тартып алып кире һалып ҡуйҙы, әрләп ташланы. Кейәүе шылтыратһа бүтәнсә трубканы алмаҫҡа ҡушҡас, бөтөнләй бошондо.
Зарифа, атаһының әсәһенә:
-Араларына ҡыҫылма, үҙҙәре аңлашырҙар, - тигәнен ишеткәс, бер аҙ тыныслана төштө,балаларын йылға буйына алып төштө, тауға алып менде. Уларҙың ҡыуанысы ла уның ауыр уйҙарын тарата алманы, ул киреһенсә:
- ,,Әсәй - ҡаҙна, атай – еҙнә,, - тип белеп әйткәндәр, - тип һаман ирен яттай әрләне, күҙ алдынан теге ҡыҙҙың йөҙө китмәне.
- Юлымда осраһаң... сәстәреңде йолҡҡолар инем, - тип үҙенсә ажарланып та алды. Бына бөгөн дә ул балаларын алып тауға сығып китте.
Йәмиға апай ҡайғырып:
- Ниндәй генә ҡара бесәй үтте икән араларынан? – тип ирен ҡаңғырта ғына башлаған ине, телефон шылтыраны, телефонға йүгерҙе. Бәхеткә күрә кейәүе шылтырата ине. Элеккесә хәл-әхүәл дә һорашып торманы:
- Телефонға Зарифа үҙе килһен әле, - тип үтенде.
- Уй, кейәү, ни булды һуң ул һеҙгә? Ул бит трубканы ла алмаҫҡа ҡуша?
- Белмәйем шул, ҡәйнәм, үҙем аптыранып йөрөйөм. Етмәһә уттай ҡыҙыу эш ваҡыты, ней барып урап булмай.
- Ваҡыт тап, кейәү, төнөн булһа ла килеп ура. Зарифаңдың ней, күҙе шәмәреп, илап тик йөрөй. Беҙгә лә һөйләмәй, ауыҙына йөҙөк ҡапҡан тиерһең.
Кейәүе бер аҙ шымып торҙо ла:
-Ярай, бөгөн бер яйын табып барып сығырмын, - тине.
Йәмиға әбей йәһәтләп ҡоймағын ҡойҙо, ит бешерергә ҡуйҙы, туҡмас йәйеп ҡырҡты, бабайын мағазинға йүгертте.
Бына балалар менән ҡыҙы ла ҡайтып инде, әсәһенең яҡтырып киткән йөҙөн күреп, ауыҙ асырға уйлағайны, әбей ирек бирмәне:
-Эй, ҡолонсаҡтарым, асыҡтығыҙмы? Хәҙер туҡмасым бешә, ҡоролай ашамағыҙ, ашҡаҙанығыҙ ауыртыр, - тип сутырлығы сыҡты.
Киске табынға ултырыуҙары булды, берәү ишек шаҡыны.
-Әйҙә-әйҙә, - тине атаһы.
Ишектән ире күренгәс, Зарифа, әсәһенә асыулы ҡарап, тороп китмәксе булғайны, әммә әсәһенең:
-,,Боҫло ашты бора баҫма,, ултыр, - тигән бойороғона буйһонорға мәжбүр булды.
Зөфәр ҡайныһы менән һөйләшә-һөйләшә өҫтәлгә яҡынлашты. Зарифа, үҙен нисек кенә ҡулға алырға тырышһа ла хыянатсыл күҙ йәштәре күҙен ҡапланы, ул ырғып торҙо ла икенсе бүлмәгә сығып йүгерҙе. Ололар һүҙһеҙ ҡалдылар.
- Әсәйем бөгөн тауҙа ла иланы, - тине биш йәшлек Рифат, атаһына һырынып.
- Ул илағас, мин дә иланым, - тип ҡустыһы Илшат тағы ла иламһырай башланы.
- Үҙе беҙгә, - Иламағыҙ, ирҙәр ныҡ була ул, - тей, үҙе илай... – Рифаттың да танауы мыршылдап ҡуйҙы.
Зөфәр малайҙарын алмаш- тилмәш күкрәгенә ҡыҫып яратты ла һүҙһеҙ генә ҡатыны артынан китте. Диванда буҫығып илап ятҡан ҡатыны янына ултырҙы, ҡулдарынан тотмаҡсы булды, тик Зарифа ҡулдарын тартып алды ла стена яғына боролоп ятты.
- Исмаһам, үпкәләүеңден сәбәбен әйтһәң ине, былай барыбыҙға ла ҡыйын бит? – тине Зөфәр уның сәстәренән һыйпап.
- Сәбәбе костюмыңдың кеҫәһендә ята, - тип ишетелер-ишетелмәҫ шыбырланы ҡатын, әйләнеп тә ҡарамайынса.
- Нимә?... Нимә ята? Мин әле свитер кейгәнмен...
- Белмәмешкә һалышма,кеҫәңдә кемдең фотоһын йөрөтәһең?
- Ә???
Зарифа өндәшмәне, ә ире аптырап бөтә кеҫәле кейемдәрен хәтеренән барлап сыҡты, тик бер нәмә лә иҫләй алманы.
- Белмәйем, берәйһе шаяртмаһа...
- Алдашма, яңыраҡ ул костюмыңды кейеп Мәскәүгә лә барып йөрөп килдең.
Зөфәр Мәскәү һүҙен ишеткәс, ниҙер иҫенә төшөрөп көлөп ебәрҙе, ҡатынын үҙе яғына борҙо ла:
-Бына ҡайҙа ул ҡыҫыр көйөк, - тине, - ул, ысынлап та, Мәскәү ҡыҙы. Мәскәүҙә бит ҡәйнәмдең һеңлеһе йәшәй. Ҡәйнәм адресын биреп, күстәнәс һалғас, уларға барҙым. Ике ҡыҙҙары бар икән, береһе кейәүҙә, икенсеһе быйыл 10-сы класты бөтә.Ана шул ҡыҙҙың фотоһы бит ул. Күстәнәс алмағасың, ошо фотоны булһа ла ал, - тип кеҫәгә тыҡҡайны шул. Бына быйыл йәй күмәкләп бында киләсәктәр, Килеп танышып ҡайтырһың. Ха- ха- ха, исмаһам, нығыраҡ, абайланҡырап ҡараһаң ни була, һуң ул үҙеңә нығыраҡ оҡшап тора түгелме һуң? Тик маңлайына өлтөк ҡырҡып төшөргән, ҡала ҡыҙы бит – биҙәнгән.
Зарифа оялышынан ни эшләргә лә белмәй, ҡулдары менән битен ҡапланы.
-Йә, ҡәйнәм әйтмешләй, шәмәрмә, - тине Зөфәр уны ҡосағына алып, - әйҙә, ашарға, юҡһа мин бүре башы ашарҙай булып асыҡтым.
- Әсәйҙәрҙән уңайһыҙ бит әле...
- Әйҙә, әйҙә. Унда бөтәһе лә һине көтәләр.
- Улар ишекте асып сығыуға балалар геү-ү килеп ҡаршы йүгереп килделәр.
Ә әбей менән бабай бер ни ҙә өндәшмәнеләр, донъяның әсе-сөсөһөн татыған кешеләр шул улар. Тик йөҙҙәре генә уларҙың сикһеҙ ҡыуанысын һиҙҙереп тулған айҙай балҡый ине.

Автор:
Читайте нас: