-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тормоштоң бер үгәй балаһы кеүекмен...

“Мин бала саҡтан нисектер уңмаған кеше булдым, бер нәмә лә еңел бирелмәне. Әсәйем гел генә “эшкинмәгән” тип әрләй торғайны.

Тормоштоң бер үгәй балаһы кеүекмен...
Тормоштоң бер үгәй балаһы кеүекмен...

“Мин бала саҡтан нисектер уңмаған кеше булдым, бер нәмә лә еңел бирелмәне. Әсәйем гел генә “эшкинмәгән” тип әрләй торғайны.

Әхирәтем менән бер самараҡ уҡыһаҡ та, ул мәктәптән һуң институтҡа еңел генә уҡырға инде, ә мин конкурстан үтмәнем. Район үҙәгендә ашнаҡсыға уҡыным. Мәктәп директоры минең менән бергә белем алған ҡыҙҙы мәктәп ашханаһына эшкә алды, сөнки уға туған тейешле ине. Ә мин, өлөшһөҙ кеше булараҡ, дипломым буйынса ауылда бүтән эш булмау сәбәпле, фермаға һыйыр һауырға барырға мәжбүр булдым.

Кейәүгә сығып, ауылда төпләндем. Тормош юлдашы булған кеше донъя көтөргә дәртһеҙ булып сыҡты, етмәһә, һуңғы йылдарҙа “йәшел йылан” менән ныҡлап дуҫлашты. Иремдең эсеүендә, етешһеҙ йәшәүебеҙҙә уның туғандары тик мине ғәйепләй, “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын” тип ураған һайын әйтеп, әрләп кенә торалар. Уларҙың мине аңламауына аптырайым, әммә үҙҙәренә ҡаршы һүҙ әйткәнем юҡ. Шулай ҙа үпкәм шул тиклем ҙур, хәҙер береһе менән дә аралашмаҫҡа, саҡырһалар, бармаҫҡа тырышам.

Ирҙең туғандары етмәгән, яңыраҡ бер туған һеңлемдән дә ауыр һүҙҙәр ишеттем: “Апай, һин үҙең ғәйепле тормошоң ошолай булыуҙа”, - ти күҙен дә йоммай. Эсмәгән, Себерҙә аҡса эшләгән кейәү менән йәшәгәс, минең хәлемде ҡайҙан аңлаһын? Уға ла хәтерем ҡалды.

Бала саҡта әсәйем әйткән “эшкинмәгән” тигән һүҙ ҡайһы берҙә зыңҡ итеп иҫкә төшә. Ни эшләп улай тип әйтте икән? Хәҙер үҙемде ысынлап та шулай кеүек тойоп китәм... Әллә ысынлап та миндә лә ғәйеп бармы? Булһа, нимәлә? Ни өсөн тормоштоң бер йәмен, мәғәнәһен таба алмайым?

Рәзифә. 41 йәш.”   

Фото: hysterectomy.org 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас: