-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Ноябрь , 11:14

Ысын ҡыш ноябрь һуңында көтөлә

Синоптиктар әйтеүенсә, ноябрҙең тәүге аҙнаһы ғына норманан 1-2 градусҡа һалҡыныраҡ буласаҡ. Һуңынан беҙҙе йәнә сағыштырмаса йылы көндәр көтә, тотош алғанда, ноябрь норманан 1-1,5 градусҡа йылыраҡ буласаҡ, ҡар ай аҙағында ятасаҡ икән. Ә бына ҡыш нисек килер – быны халыҡ һынамыштарынан күҙалларға мөмкин.

Ысын ҡыш ноябрь һуңында көтөлә
Ысын ҡыш ноябрь һуңында көтөлә

Әгәр 5 ноябрҙә ябалаҡлап ҡар яуһа,  22 ноябрҙән ҡаты һыуыҡтар көтөлә.

Әгәр ҡар 5 ноябрҙә иремәһә, ҡоштар баҫыуға төшһә – мул уңышҡа.

Ноябрь башында ҡар яуһа – яҙ иртә килә.

Ноябрҙәге көн торошо апрелдә ҡабатлана.

Ноябрь ҡоро һәм аяҙ килһә – уңыш өсөн һәйбәт түгел.

Ноябрҙә ҡар мул яуһа – киләһе йыл мул уңыш була.

 

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас: