Ултырышты Юмор һәм сатира секцияһы етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов асты. Үҙенең сәләмләү һүҙендә ул «Һәнәк» журналының башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәте өсөн тарихи әһәмиәтен билдәләне. «Йөҙ йыл – ул һан ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың тарихы, юморы һәм сатираһы сағылған тотош дәүер. «Һәнәк» һәр саҡ йәмғиәт көҙгөһө булды, ул етешһеҙлектәрҙән әсе көлә, изгелекте һәм яҡтылыҡты данлай», – тип билдәләне Марсель Шәйнур улы.
Ултырышта мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты, улар араһында БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев, уның урынбаҫарҙары – медиа-директор Ринат Шәйбәков, Республика Мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков, уның урынбаҫары Илһам Йәндәүләтов, әүҙем юморист-сатириктар, рәссам-карикатурасылар, шулай уҡ махсус ҡунаҡ – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Вәлит Илембәтов булды. Баҫманы үҫтереүгә тос өлөш индергән «Һәнәк» журналы хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы.
Көн тәртибендә журналдың 100 йыллығына арналған саралар планы проектын тикшереү төп мәсьәлә булды. «Һәнәк»тең баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов ошо темаға доклад менән сығыш яһаны. Ул журналдың махсус юбилей һанын сығарыуҙы, сатира һәм юмор фестивален уҙғарыуҙы, карикатуралар һәм архив материалдары күргәҙмәһен ойоштороуҙы, шулай уҡ «Һәнәк»тең тарихына бағышланған китап сығарыуҙы үҙ эсенә алған юбилей саралары концепцияһын тәҡдим итте.
Марсель Сәлимов журналдың 80 йыллығына «Республика Башкортостан» нәшриәтендә баҫылған китапҡа оҡшаш, әммә яңы авторҙар һәм материалдар менән тулынандырылған баҫма әҙерләргә тәҡдим итте. Генераль директор Рәсүл Рәүеф улы был тәҡдимде хуплауын белдерҙе.
Шулай уҡ тәҡдим менән билдәле сатирик Леонид Соколов сығыш яһаны. Ул әҙәби журналдың «Һәнәк»кә арналған махсус һанын сығарырға тәҡдим итте. Унда йөҙ йыл эсендә баҫылып сыҡҡан иң уңышлы материалдар йыйыласаҡ. Бюджет дефициты шарттарында, Леонид Алексеевич билдәләүенсә, бындай махсус номер китапты алмаштырырға һәм киң аудиторияны йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Ултырыш барышында ҡатнашыусылар – сатириктар һәм юмористар – журналдың яуаплы сәркәтибе Марат Әминев, Вәлит Илембәтов, Леонид Соколов, Владимир Кузьмичев, Венер Исхаҡов, Рәзилә Ырыҫҡужина, Хәмит Әбүбәкеров, Илһам Латипов, Тимур Рәхмәтуллин, Заһиҙә Мусина; рәссам-карикатурасылар – журналдың биҙәлеш мөхәррире Артур Василов, Александр Скворцов, Диана Латипова – тәҡдимдәрҙе әүҙем тикшерҙе, идеялар менән уртаҡлашты һәм планға төҙәтмәләр индерҙе. Журналдың 100 йыллығы – ул сатира һәм юмор донъяһы менән бәйле булғандарҙың һәммәһен дә берләштерергә тейешле ваҡиға, тип билдәләнеләр. Ултырышта ҡатнашыусылар, юбилей саралары бөтә мөмкин булған ресурстарҙы эшкә ҡушып, киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында юғары кимәлдә үткәрелергә тейеш, тигән фекергә килде.
Рәсүл Рәүеф улы үҙенең тәҡдиме менән сығыш яһаны. Ул Өфөнөң концерт залдарының береһендә «Һәнәк» журналының 100 йыллығына арналған ижади кисә-концерт уҙғарырға тәҡдим итте. Был сара юбилей сараларының бөтә циклын тамамлаусы төп ваҡиға буласаҡ. Рәсүл Рәүеф улы баш мөхәрриргә был мәсьәләне өйрәнергә ҡушты һәм Башҡортостан Республикаһы етәкселеге яғынан ярҙамдың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Марсель Сәлимовтың Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың шиғырын уҡып ишеттергән сығышы ултырышҡа айырым бер төҫ бирҙе. Шағир иҫән саҡта яҙылған был шиғыр «Һәнәк»тең 100 йыллығына арнала.
Ултырыш оптимистик нотала тамамланды. Сарала ҡатнашыусылар «Һәнәк» журналының 100 йыллығы уны ойоштороусылар һәм уҡыусылар өсөн байрам ғына түгел, ә бөтә республика өсөн мөһим ваҡиға буласағына ышаныс белдерҙе. Юбилей саралары Башҡортостан мәҙәниәтендә сатира һәм юморҙың әһәмиәтен билдәләргә һәм йәш быуынды ижадҡа илһамландырырға тейеш.
Ултырыш ваҡытында, шелтә рәүешендә, был эште былтыр уҡ башларға кәрәклеге бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Журналдың баш мөхәррире был шелтәне ҡабул итеүен белдерҙе һәм “Һәнәк”тең 200 йыллығына мотлаҡ рәүештә бер йыл алданыраҡ әҙерләнә башларға һүҙ бирҙе.
Ултырышты Илеш БУЛАТОВ тыңланы һәм яҙып ултырҙы.