+30 °С
Болотло
Дөйөм мәҡәләләр
9 Июнь 2025, 10:25

АҠСА – БЕР МУНСА!

Ҡала башлығына 180 миллион һумлыҡ «бүләк» биргәндәр Красноярск ҡалаһының бөгөнгө башлығы Владислав Логинов — хәҙер эҫе мунсала түгел, ә эске эштәр идаралығының һалҡын кабинетында «быу сығара». Уға ҡарата 180 миллион һум күләмендә ришүәт алыу буйынса рәсми ғәйепләү сығарылды.

АҠСА – БЕР МУНСА!АҠСА – БЕР МУНСА!
АҠСА – БЕР МУНСА!

Рәсәй Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, Логинов 2018–2024 йылдарҙа ҡала башлығы вазифаһына тиклем һәм унда ултырған саҡта бер коммерция ойошмаһынан аҡсалата ла, әйберләтә лә бүләктәр алып торған. Ә ниндәй бүләктәр тиһәгеҙ – мунса! Эйе, үҙенең шәхси биләмәһендә шәп кенә мунса төҙөттөргән, ә аҡса «һуңынан ҡайтарылыр» тигән ышаныс менән түләнмәгән.

 

Ҡала башлығы, үҙ сиратында, был ойошмаға ҡала ҡаҙнаһы иҫәбенә юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса үткәрелгән тендерҙарҙа еңеп сығыуҙы тәьмин иткән. Ә юлдар ҡайҙа киткән – төҙөкләндерелгәнме, юҡмы – билдәһеҙ. Тик бына башлыҡтың эше тикшереү изоляторына табан боролған — быныһы факт.

 

Логинов ҡулға алынған, уның эш кабинеты, фатиры һәм «Юлдар, инфраструктура һәм төҙөкләндереү идаралығы» учреждениеһында тентеү үткәрелгән. Ҡағыҙҙар, чектар, иҫәп-фактуралар – барыһы ла тартып алынған.

 

Шулай итеп, аҡса беҙҙә бер мунса тип маһая алмай хәҙер Логинов.

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас