Мәҡсүт ирҙәре Һаҡмар буйында ау менән балыҡ һөҙә. Ағайым Мөхәммәтйән, быларҙың кейемдәрен тотоп, эләккән бер балыҡты тоҡҡа һалып йөкмәп яр буйлап йөрөй икән.
Етерлек тотҡас, ултырып табышты бүлешкәндәр. Ҡайһы берҙәре тәмәке тартырға керешкән. Бер ағай янсығынан тәмәкеһен алһа, махоркаһы еүешләнгән. Был ағайыма: “Мөхәммәтйән, ҡана тартырға бир әле, минеке еүешләнгән”, — ти икән. Ағайым тегенең алдында ятҡан ҙур ғына сорағайына төртөп күрһәткән дә: “Ошо балығыңды бирһәң, тәмәке бирәм”, — тигән.
Ҡайһылайтаһың, тартҡы килә бит. “Ал, әйҙә”, — тигән теге ағай. Махорка алып, инде гәзитенә урайым тиһә, эшкинмәгән — еүеш икән. Теге тағы: “Мөхәммәтйән, махоркаһын бирҙең, ҡағыҙын да бир инде”, — тигән. Ағайым тағы ла тегенең ҙур ғына көрйә балығына төртөп күрһәткән дә: “Ошо балығыңды бирһәң, бирәм”, — тигән. Аҙаҡ гәзит биргән дә тегенең балығын үҙенә шылдырып ҡуйған.
Теге ағай махоркаһын төрөп тоҡандырайым тиһә, шырпыһы ла еүешләнгән икән — тоҡанмай ҙа ҡуя. Хәҙер бының шырпыһын һораған. Ағайым тағы тегенең ҙур ғына оптоһона төртөп күрһәткән дә: “Ошо балығыңды бирһәң, бирәм”, — ти икән. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә тигәндәй, тартмайынса сыҙай алмаған был ағай һуҡрана-һуҡрана сираттағы табышын быға шылдырған.
Шулай итеп, яр башында ғына йөрөһә лә, ағайым балыҡты башҡаларҙан күберәк тотҡан. Хәҙер беҙҙә йылғаға барыусыларҙы “ошо балығыңды бирһәң” тип оҙатып ҡалалар.
Ә. БИКБУЛАТОВ.
Йылайыр районы.