-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ноябрь 2025, 12:09

Юрый ғына сөскөрөү

Янындағы ултырғыста типһә – тимер өҙөрҙәй йәш егет менән ҡурсаҡҡа оҡшаш ҡыҙ ултыра. Икеһе лә ҡолаҡтарына бөкө кеүек наушник тыҡҡан да, музыка тыңлайҙар. Ул тауышҡа нисек ҡолаҡтары түҙәлер? Сит телдә башҡарылған йыр Хәнифкә генә түгел, башҡаларға ла ишетелә ине.

Юрый ғына сөскөрөү
Юрый ғына сөскөрөү

Яңы, 2012 йылды ҡаршы алырға ла һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Хәниф, ҡарсығы Асия менән кәңәшләшкәндән һуң, кибеткә барып, бүләктәр, күстәнәстәр алырға булды. Йылдың-йылында Яңы йыл көндө балалары уға ҡунаҡҡа килә. Ейәндәре менән алты кеше булалар. Әлбиттә, улар ҙа үҙҙәре менән бик күп күстәнәс алып килә. Хәниф тә һарандарҙан түгел, лайыҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, эшләп йөрөй. Пенсияларын, эш хаҡын да алғас, аҡсаны иркен тотоналар.
Был юлы ул ҡала үҙәгендәге баҙарға барырға булды. Байрам алды булған­ғалыр инде, автобус халыҡ менән шығырым тулы. Уға ҡаҙ кеүек бер аяғында баҫып торорға тура килде, икенсеһен ҡуйырға урын юҡ. Янындағы ултырғыста типһә – тимер өҙөрҙәй йәш егет менән ҡурсаҡҡа оҡшаш ҡыҙ ултыра. Икеһе лә ҡолаҡтарына бөкө кеүек наушник тыҡҡан да, музыка тыңлайҙар. Ул тауышҡа нисек ҡолаҡтары түҙәлер? Сит телдә башҡарылған йыр Хәнифкә генә түгел, башҡаларға ла ишетелә ине.
Тәртип-әхлаҡ ҡағиҙәләренә ҡарамай, Хәниф юрый ғына сөскөрөп ебәрҙе. Был кинәттән ауыҙ асып «әпчи» тигән тауышҡа егет менән ҡыҙ ҙа бер мәлгә наушнигын һалды. Хәниф кеҫәһенән ҡулъяулығын алып, танау-битен һөртә-һөртә: «Ой, надоел этот свиной грипп», – тип әйтеп ҡуйҙы. Париклы башына ҡолаҡһыҙ папаха кейгән урта йәштәрҙәге бер ир: «Әллә һеҙ сусҡа грибы менән ауырыйһығыҙмы?» – тип һүҙ ҡушты. «Эйе шул, табиптарға аҙна һайын барып торам, был яман сиргә ҡаршы дауа таба алмайҙар. Һуңғы барыуымда: «Бабай, яҡты донъя менән хушлашырға әҙер бул», – тип иҫкәртеп ҡуйҙылар. – Яңы йылды ғына ҡаршылап булһа ярар ине, Хоҙай ни ҡушыр инде», – тине ул, көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып. Был һүҙҙәрҙән ҡурҡып ҡалған егет менән ҡыҙ бер-береһенә ҡарашты ла: «Мы скоро выходим, бабай, садитесь», – тип урындарын тәҡдим итте. ҡайһы ваҡыт алдау-йолдауҙың да файҙаһы тейә икән. Ни хәл итәһең, йәндәре ғәзиз йәштәр етмеш йәшлек ҡартҡа үҙҙәре белеп урын бирмәгәс. «Гонаһтары үҙҙәренә булһын, Аллаһы, ғәфү ит», – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, теге ике ғашиҡ-мишыҡ тәҡдим иткән урынға иркенләп ултырҙы Хәниф ҡарт.

Дилфәр ХӘСӘНОВ.
Ижевск ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас