Амбулаторияла фельдшер булып эшләп йөрөйөм. Өлкән йәштәге Шәмсинур Итбаева килде. Белә-күрә гел мәрәкәләйем, әле лә уны журналға теркәгән булып ҡыланам:
– Һеҙҙе кем тип яҙып ҡуяйыҡ?
– Этбаева Шәмсинур мин.
– Этбаева. Атайығыҙҙың исеме?
– Малбай.
– Хайуанбай.
– Ни тинең, ишетмәйерәк ҡалдым? – Әбей шау һөйәк ҡул осон ҡолағына ялғап секрәйҙе.
– Яҙып ҡуйҙыҡ, тим. Нимә борсой?
Ҡарт кешенең ауырыуҙары етерлек, иллә уны бында әлеге мәлдә әшәке геморройы килтергән. Башҡа дарыуҙарға ҡушып, осаның һыҙлауын баҫа торған майшәмдәр яҙҙым. Кисекмәҫтән ауырыу янына саҡырғас, дарыуҙарҙы нисек ҡулланырға кәрәклекте шәфҡәт туташының төшөндөрөүенә ышанып, сығыу яғына йүнәлдем.
Бер нисә көндән әбекәй менән яңынан әңгәмә ҡорабыҙ.
– Хәлең нисек, инәй?
– Алланың рәхмәте яуһын үҙеңә, балам, бөтәһе лә һәйбәт.
– Дауалар килешәме һуң?
– Килешә, килешмәгән ҡайҙа, тик анау һуҡ бармаҡ оҙонлоҡ кәнфит һымағын йота алмай хитланам, ауыҙға һылашып, тешкә йәбешә лә ҡуя.
«Бомба»
Һалҡын һуғыш йылдары. Америка атом бомбаһы һуғышы башламаһа ярар ине, тип ҡурҡып ҡына йәшәй халыҡ. Шулай бер төндә ҡот осҡос шартлау Сәлих бабай менән Ғәрифә әбейҙең тыныс йоҡоһон бүлә. Сос бабай, ырғып тора һалып, әбейҙе ҡабаландыра икән. «Тор, Ғәрифә, тегеләр Мәғниткә төшөрәбеҙ тип, бомбаны яңылыш беҙгә ташлағандар, буғай», – ти. Тороп ҡараһалар, бөтәһе лә имен, тик мейес башындағы бал мискәһенең ҡапҡасы ғына иҙәндә ята, ә түбәнән шапылдап бал ағып тора икән.
Хәҙер беҙҙә бал мискәһен «Америка бомбаһы» тип йөрөтәләр.
«Ҡал да ҡуй»
Йәйге эҫе көн. Туғайҙа бер ғаилә кәбән ҡойоп йөрөй икән. Көтмәгәндә былар эргәһенә айыу килеп сыға. Ир «һә» тигәнсе улы менгән атҡа менгәшә лә ауыл яғына саба башлайҙар. Ҡатын да етеҙ булып сыға, сабып барған аттан ҡалышмай, ти. Ире ҡысҡыра икән: «Арыйһың бит, Зилә, һин ҡал да ҡуй». Шунан алып, берәй ерҙән ҡасһалар: «Арыйһың бит, ҡал да ҡуй», – тиҙәр беҙҙә.
(Әлфиә Хөснөтдинова. Сибай ҡалаһы.)