-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Декабрь 2025, 12:00

Аҡбәкәл. Хикәйә

Ҡолон эйәртеп йөрөүҙәре үҙе бер бәхет был донъяла. Эргәңдән һикерәнләп, уйнаҡлап ҡына сапҡан ҡолоноңа ҡарап, бар донъяңды онотаһың. Имеҙеп-иркәләүҙәр һуң әле… Ул мәлдәрҙең ләззәтлелеген шуны кисергән әсәләр генә бөтә асылында аңлай алалыр. Ә ҡолоноңдоң иркен ҡырҙарҙа һикергеләп уйнауын күҙәтеүе үҙе бер әйтеп аңлатҡыһыҙ гүзәл миҙгел.

Аҡбәкәл. Хикәйә
Аҡбәкәл. Хикәйә

Аҡбәкәл ғәжәп төш күреп, һиҫкәнеп уянды. Имеш, ул Сейәлетау итәгендәге инде тиҫтә йыллап көн һайын тигәндәй тапаған таныш юлында абынып, арбаһы-ние менән тау түбәненә осто.
Аяғөҫтө генә серемгә киткән Аҡбәкәл был төшөнән тертләп уянды. Ай-һай, төнө лә ҡайһылай зәһәр һыуыҡ һуң әле. Мүкле һарай эсендә рәхәт уфылдап етенсе төшөн күргән Билдәшкә көнләшеп ҡуйҙы малҡай. Ә уға ғүмер-ғүмергә лапаҫтан башҡа йүнлерәк урын эләкмәне инде. Уныһын ла шөкөр итә Аҡбәкәл. Хужа былай арҡаһын септәнән өҙгәне юҡ. Үҙе үрә ул септәне. Тик бына һуңғы йылдарҙа ғына бирешеңкерәне, кәре китеберәк тора.
Аҡбәкәл, һыуыҡтан дерелдәп, утлыҡсалағы ҡаты-ҡото араһынан тәғәм булырлыҡ ризыҡ һәрмәләргә кереште. Һарай эсендәге моңһоҙ Билдәштең уфылдаған тауышы уның у йҙарын йәнә шул тарафҡа йүнәлтте. Йәштәре бер сама уларҙың. Билдәш күп булһа 2-3 йәшкә генә йәшерәктәр. Аҡбәкәл уны быҙау сағынан белә. Вәт, хилеүәт йәшәй, исмаһам! Бына әле ле йылы һарайҙа, йомшаҡ бесән өҫтөндә генә, хәжәтенә торорға ла иренеп, түшәген бысыратып, лапашып китеп, молҡоп көйшәп яталыр әле. Бер ҡайғыһы юҡ. Ыжғыр ел ней уға, һыуыҡ ней. Тороуына ла хуш еҫле бесән әҙер. Хужа йүгереп йөрөп аҫтын таҙалай һалыр, хужабикә иркә һүҙҙәр әйтә-әйтә һауып алыр…
Йәй етһә, айырыуса лафа инде уға. Таң менән ҡырға сығып китә лә, кис еткәс, ҡаптай ҡорһағын көскә һөйрәп ҡапҡа эргәһенә килеп йығыла. Бындайымса, ҡутара эш ҡырып ҡайтҡан инде. Уфылдай-уфылдай һөтөн һауҙырғас, йәнә ҡорһағын түшәп һуҙыла һалыр. Ә ул, Аҡбәкәл… Йәйен-ҡышын арҡанан сбруй төшкәне юҡ. Йәйле-ҡышлы утыны, бесәне уның елкәһендә. Унан башҡа ла хужалыҡ эштәре тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ. Хәйер, яҙмышына үпкәләй алмай Аҡбәкәл. Һәйбәт хужаға тура килде ул. Гел хужа менән бергә йөрөп, уның күп һүҙҙәрен дә аңлай инде хәҙер.
…Зәңгәрләнеп кенә йәнә бер таң һыҙылды. Һыуыҡтың зәһәрлеге тағы арта төшкәндәй тойолдо Аҡбәкәлгә. Ней йоҡоһо йоҡо булманы… Өҫтәүенә, эсте бошороп, Аҡтырнаҡ төнө буйы олоп сыҡты. Өшөп, түҙмәй олой тиер инең, бындай ғына һыуыҡтарҙы күргәне бар уның.
Аҡтырнаҡты ла көсөк сағынан белә Аҡбәкәл. Ихатаға алып ҡайтҡандарында Хужаның йоҙроғонан саҡ ҡына ҙурыраҡ ине. Тәүге көндәрҙән үк Аҡбәкәл менән йән дуҫтар булып киттеләр. Ҡайҙа Аҡбәкәл – шунда Аҡтырнаҡ. Аҡыллы эт булып сыҡты ул – юҡ-барға яр һалып, хужаларҙы ла бимазаламай, аҙып-туҙып емтек эҙләп ауыл буйлап та бушҡа кәләп һалырға яратмай, бәйенән ысҡынырға маташып та биҙунданмай. Хәйер, ҡылығы арыу булғас, Хужа уны бәйҙә лә тотмай - сынйыр бик һирәк кенә эләгә уға. Унда ла йә ҡунаҡ йыйғанда, йә ауыл буйлап эт атыусылар йөрөгәндә. Ғүмерҙә булмағанды бөгөн төнгә бәйләп ҡуйғандарсы. Юҡ, бәйләгәнгә биҙунданып, бәләләшеп еңмешләнгәнгә оҡшамай, ундай холҡо юҡ эттең. Берәй бәләне һиҙеп оломаһа ярай ине лә, тип шикләнеп ҡуйҙы Аҡбәкәл. Өҫтәүенә, үҙенең дә йөрәге үрәпсеп тора. Етмәһә, бынауы төшө.
Уйҙары хужалары юҫығына боролдо. Хужаның һуңғы ваҡытта һаулығының рәте китеберәк тора-тороуын, шулай ҙа аяғына ныҡ баҫа әле ул. Хужабикә тураһында әйтеп тораһы ла түгел – ут сәсрәтеп йөрөй. Ат аҡылы менән шулайыраҡ фекер йөрөттө бейә.
Шул ваҡыт… йөрәк төбөндәге серле ҡымырйыу тотош булмышын тетрәтте Аҡбәкәлдең. Таныш ҡымырйыу был, үтә таныш. Хатта ләззәтле тетрәнеү. Барлыҡ борсолоуҙары һыпырып алғандай юҡ булды Аҡбәкәлдең. Көндөң һыуыҡлығы ла онотолдо. Татлы хыял ҡанаттары уны күктәргә алып менде. Тимәк… Йәнә ҡолон һөйөү бәхеттәре насип буласаҡ, Алла бирһә. Үткән көҙҙөң бәхетле миҙгелдәре үтте уның күҙ алдынан…
Илаһы бер матур иртә ине. Үләндәрҙә ысыҡтар емелдәшә. Һуңғы сәскәләрҙән наҙ тама… Шундай гүзәл бер мәлдә осратты ул Арғымаҡты…
Ҡолон һөйөү бәхеттәрен танһыҡлағайны Аҡбәкәл. Юғиһә, һуңғы ҡолоно үле тыуып, йәнен әрнетте. Сәбәбен генә аңлай алманы бейә. Һаҡ ҡына йөрөргә тырышҡан һымаҡ ине былай. Хәлен аңлап, хужа ла бик аяғайны үҙен.
Ҡолон эйәртеп йөрөүҙәре үҙе бер бәхет был донъяла. Эргәңдән һикерәнләп, уйнаҡлап ҡына сапҡан ҡолоноңа ҡарап, бар донъяңды онотаһың. Имеҙеп-иркәләүҙәр һуң әле… Ул мәлдәрҙең ләззәтлелеген шуны кисергән әсәләр генә бөтә асылында аңлай алалыр. Ә ҡолоноңдоң иркен ҡырҙарҙа һикергеләп уйнауын күҙәтеүе үҙе бер әйтеп аңлатҡыһыҙ гүзәл миҙгел.
Бындай бәхеттәрҙе байтаҡ татыны Аҡбәкәл. Әлбиттә, бәғер ите булған балалары менән айырылышыу һағыштарын да әҙ кисермәне инде… Иркәбайын таныш түгел кешеләр алып китте. Ҡоралайы, иҫләһәң ауыр инде, һуғым булды… Дөлдөлө һабантуйҙа янып ҡуйҙы. Эй йылғыр ҙа ине уныһы. Атаһының тоҡомо шәп ине шул.
Күңелен биләп алған ауыр иҫтәлектәрҙән тиҙерәк арыныу сараһын эҙләп, Аҡбәкәл уйҙары менән йәнә йөрәк төбөндәге сабыйына урап ҡайтты. Имен генә тыуһын инде ҡолонсағы. Бәлки, ерҙәге һуңғы ҡыуанысы булыр… Тфү-тфү инде. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта кәре ҡайта, көсө кәмей башлағанын һиҙә Аҡбәкәл. Ерҙә байтаҡ ғүмер йәшәп ташлаған бейә күрә йөрөй – ундайҙарҙы, ғәҙәәттә, хужалыҡта оҙаҡ тотмайҙар. Бынауы аяғы ла сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй. Былтыр йәй аҙағында ҡазаланып ҡуйҙы шул. Хәҙер иҫләгеһе лә килмәй.
Әле генә белгән шатлығы эсенә һыйманы Аҡбәкәлдең – тиҙерәк берәйһе менән уртаҡлашҡыһы килде. Тик кем менән… Арҡыры көйшәп ятҡан моңһоҙ Билдәшкә аңлатып ҡара, ана. Ней, үс иткәндәй, Аҡтырнағы бәйле. Хәйер, ул үҙе бала наҙын тәмләп ҡарамаған, сабый һөйөү бәхетен татымаған нәмә барыбер аңламаҫ та ине. Их, аҙбар тирәһенә тиҙерәк Хужа сыға һалһын ине. Ул, моғайын, һиҙер Аҡбәкәлдең күңел йырлауы серен. Хужа лапаҫ тирәһен килеү менән күңелле кешнәп ебәргән булыр, унан ялан кәртә буйлап еңелсә сабып әйләнер. Их, теле генә юҡ шул. Юғиһә күп һүҙҙәрҙе эстән генә ҡабатлап та ҡарағаны бар. Кеше һөйләгәндең дә күбеһен аңлай…
…Сабып туҡтағас, хужа эргәһенә барып, уның иңенә моронон терәп торор, сикәләрен ялап алыр. Һиҙер Хужаһы, һиҙер. Ҡыуанысынан яратып та алыр әле. Унан әбейенә һөйөнсөләргә йүгерер. Келәтенән сығарып һоло ла һалыр…
Көн инде байтаҡ яҡтырып бара икән. Уйҙарға бирелеп тороп, ваҡыт үткәнен дә абайламай ҡалған. Ошо мәлде ярата Аҡбәкәл. Тотош донъяны зәңгәрһыу яҡтылыҡ сорнаған илаһы мәл яңы көнгә өмөт, ышаныс уята.
Бөгөн, әмәлгә ярағандай, хужалар ҙа көндәгенән иртәрәк ҡуҙғалды һымаҡ. Мөрйәләренән аҡ төтөн ҡара таңдан һуҙылды. Танауҙы тәмле еҫ ҡытыҡланы. Ғәҙәттә, ҡунаҡ саҡырғанда сыға ундай еҫ. Ҡунаҡ саҡырыр булһалар, иртә лә торалар.
Солан ишегенең түҙемһеҙләнеп көткән таныш шығырлауы иштелгәс, Аҡбәкәл башын шул тарафҡа бора һалды. Юҡ, яңылышмаған, Хужа күренде. Хәҙер ул иң башта Аҡбәкәл янына киләсәк, уны яратып аласаҡ. Унан бесән һаласаҡ. Бәлки, һоло ла бирер әле. Ошоноң һымаҡ һыуыҡта ашауҙы айырыруса иркенәйтеп ебәрә торған ул.
Бәй, Хужа бөгөн күп йылдар ҡыуған ғәҙәтен үҙгәртеп, лапаҫ яғына күҙ ҙә һалып тормаҫтан, һыйыр аҙбары яғына үтеп, Билдәшкә бесән ташланы ла кире өйөнә ашыҡты. Аптырауҙан ғарҡ булып кәртә аша башын һоноп ҡарап торған Аҡбәкәлгә берәй генә күҙ һалһасы. Ҡарашын йәшергән дә һымаҡ хатта. Аҡбәкәл аптырауҙың сигенә сыҡты. Ғүмерҙә булмаған хәл был. Үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр Хужа уның донъяла барлығын онотто түгелме? Тиген түгел. Аҡәбәкәл был йомаҡтың серен эҙләй башланы. Үпкәләгәндер, тиһәң, үпкәләтеү түгел, ҡырыныраҡ ҡараш та ташлағаны юҡ шикелле.
…Ҡояш ҡалҡыуға ҡапҡала Күрше Хужа, тағы ла бер-нисә ир заты күренде. Бик дәртле әңгәмәләшә үҙҙәре. Килеп, кәртә аша уны, Аҡәбәкәлде күҙҙән үткәрҙеләр. Бындай мәғәнәһеҙлектән тамам йәне үртәлгән Аҡбәкәл уларға арт ҡуйып тороп ҡалды. Өйгә инеп сыҡҡас, ир заттарының тауыштары уғата көрәйҙе. Ауыҙҙарынан таралған әскелтем еҫ бейәнең танауына уҡ килеп бәрелде. Фу, ниндәй һаҫыҡ еҫ, тип Аҡбәкәл ситкә боролдо. Был еҫ һирәк-һаяҡ ҡына уның Хужаһынан да сығыштыра. Ул мәлдә Хужа айырыуса йомартланып китә - иркә һүҙҙәрҙе ҡоя ғына инде. Ундай саҡта, ғәҙәттә, Аҡбәкәл Хужаның яҙмышын үҙ иңенә ала. Берәй ергә барһалар, атының ҡылығын белгән хужа яҙмышын тотошлайы менән уға тапшырып, арба йәки сана төбөнә һуҙылып, хырлай башлай. Ә Аҡбәкәл үҙ яйына ғына алып ҡайта уны ҡапҡаһы төбөнә…
Тупһала Хужа ла күрендә. Элек һирәк-һаяҡ ҡына, көнөнә ике өс тапҡыр ғына тәмәке быҫҡытып алған кеше бөгөн өй ҡыйығындағы ҡара таңдан тырышҡан мөрйәнән ҡалышмай – борлата ғына. Тимәк, йөрәген әсеткән етди сәбәп бар. Аҡбәкәл Хужаһының күңел торшона тиклем аңларға күнегеп бөткән инде. Шуға әле үҙенең барлығын иҫләтеп алырға йыйынып бөткән еренән туҡтап ҡалды. Бындай мәлдә Хужаны асыуландырмау хәйерле. Бер ашамағандан ғына үлмәҫ әле. Ана, утлыҡса төбөндә әҙ-мәҙ ҡаты-ҡото ла бар әле. Уның ҡарауы аҙаҡтан, үҙенең ғәйебен юйыр өсөн, бишләтә иғтибар бүлер әле Хужа. Шулай уйланы Аҡбәкәл.
Бәй, Күрше Хужа бысаҡ ҡайрай башланы. Тимәк, билдәле, мал һуялар. Күрше хужаның ҡулы ипле, тип, был эште гел уға йөкмәтә шул был тирәләгеләр. Хужа келәттән бер тотам һалабаш, арҡан сығарып тупһаға һалды.
Былай булғас, шик юҡ, мал һуялар. Тик …сират кемгә? Шуныһын ғына аңламай бейә. Хужа һуғымын тәүге һыуыҡта уҡ эшкәртеп келәткә элгәйне. Хужабикә эс-ҡарынын да икенсе тапҡырға ҡарҙа тапап, аласыҡта бешәкләне. Билдәштең былтырғы быҙауын – Төймәкәйҙе һуғым иттеләр быйыл. Моңһоҙ Билдәш белмәй ҙә ҡалды, ахыры. Бигерәк сибек кенә булып тыуғанға шулай исем ҡушҡайнылар. Тиҙ үк үҫеп, мал рәүешенә инде быҙау. Һуйыр мәлгә, көрәйеп, бөтөнләй үгеҙ рәтенә үк инеп киткәйне.
Барыһына ла ул, Аҡбәкәл шаһит шул. Күп ташыны инде ул һуғым иттәрен.
Был юлы кемгә сират еткәнен генә аңлай алманы Аҡбәкәл. Билдәшкә, тиер инең, уның быҙаулар мәле етеп килгәнгә оҡшай. Хужабикә лә уны аҡыллы, һөтлө булғанға маҡтап туймай. Һарыҡ, тиер инең, уның өсөн Хужа улай ҙурҙан ҡупмаҫ ине. Әлбиттә, үҙенә лә бер көн ошо яҙмыш килерен аңлай Аҡбәкәл. Тик Хужаның бысаҡҡа ҡулы барырына ышанмай…
Хужа, һылтыҡлап, ниһайәт, уның яғына йүнәлде. Онотмаған, тип шатлыҡтан үрһәләнде ат йөрәге. Юғиһә, бынауы сасҡау һыуыҡта ас килеш сана һөйрәгеһе килеп тормай әле. Көнө көнмө һуң әле – һыуығы електәргә үтеп бара.
Аҡбәкәл ҡапҡанан инеп килгән Хужаға ҡаршы атланы. Һөйөлгөһө, иркәләнеп алғыһы килеп китте аттың. Тик Хужа арҡаһынан берҙе генә яратты ла, күҙен ситкә алып, һарай мөйөшөнә йүнәлде. Ә ниңә бесән кәбәненә түгел, тип аптыраны йәнә бейә. Оҙаҡ ҡына сөйҙәге йүгәнде ысҡындыра алмай яфаланған Хужаға, танымағандай, аптырап ҡараны Аҡбәкәл. Йөҙө һурылып киткән кеүек, үҙе гел күҙҙәрен йәшерергә тырыша. Хужаһын йәлләп, йөрәге һыҙылды малҡайҙың. Әллә ауырыуы көсәйеп киттеме икән? Хужаға еңелерәк булһын өсөн, ул йәһәтләп башын эйә һалды – йүгәнде кейҙерергә уңайлыраҡ булыр. Йәлләй ул Хужаны, ихлас йәлләй. Анауы ике малайының да йүндәре булмай сыҡты. Икеһе лә ҡырға китте лә юғалдылар. Йәй булһа, йып-йылтыр деүелдәк арбаларына тейәлеп килеп китәләр ҙә ул, тик аталарының донъя эштәрендә ғәмдәре лә юҡ. Үҙҙәренең балалары һөйләшә лә белмәй, әллә нимә тип мығырҙай ҙа ул, тик Аҡбәкәл уларҙың телен аңламай. Хужа, бахыр, ыҙалана-ыҙалана шуларса һупалап маташҡан була. Әбейе лә үҙенең яратыуын ярым-йорто аңлатып маташа.
Анауы йылы урманда утын әҙерләгәндә ағас баҫҡайны Хужаны. Шунан бирле мандый алмай. Аяғынан һылтыҡлап ҡалды. Яуын көндөрҙө айырыуса кәйефе булмай – һыҙланалыр инде. Шуға ундай көндәрҙә Аҡбәкәл Хужаһын айырыуса һаҡ йөрөтөргө тырыша. Хәйер, үҙенә лә ят түгел һыҙланыу тигән нәмә. Үткән йәй бесәндә ағас төпһәһенә эләгеп, үҙе лә аяғын имгәткәйне. Күбә тарттырып йөрөй ине. Күрше хужаның шаян ҡара малайы менгәйне эйәргә. Ну, ҡыуа бит, елғыуар. Берҙән, күгәүен-себене тынғы бирмәй, икенсенән – малай. Ҡыумаһалар ҙа, үҙ эшен яҡшы белә Аҡбәкәл – ятлап бөткән инде. Етмәһә, теге малай тал сыбыҡ һындырып алып тороп ҡайыҙларға тотонмаһынмы. Тамам йәне көйгән Аҡбәкәл, сығындап, малайҙы алып ҡасты ла китте. Шунда, диләнкә буйлап елгән саҡта, аяғын яңылыш ағас төпһәһенә эләктереп шаҡарҙы. Ул абынған ыңғайға малай китте башы аша. Үҙе өсөн түгел, малай өсөн ҡото осто бейәнең. Әҙерәк ҡурҡытып, аҡылға ултыртып алайым, тигәнсе, берәүҙең ғәзизенең башына етә яҙҙы. Ярай әле, аяғы өҙәңгегә етмәгән булған. Туп кеүек кенә осоп китте. Үҙе лә күлдәктә тыуған нәмә булған - алдағы күбәгә бәрелеп, шуның бесәне менән ҡуша шыуған. Аҡбәкәл үҙе лә тәгәрәне. Шунан бирле һылтыҡлабыраҡ ҡалды. Һуңынан Хужаның күҙенә ҡарай алмай, ғәйебен нисек йыуырға белмәй хитланды бейә. Ошонан аҙаҡ үҙен ауыр йөккә екмәне Хужа, гел еңел-елпегә генә йөрөттө. Аяуы булды инде. Ярай, ҡараға аяҡ баҫһа, үҙен аҡлар әле Аҡбәкәл. Йылҡы малына шифа булырҙай үләндәрҙе яҡшы белә.
Хужа үҙенең артынан күндәм генә эйәргән Аҡбәкәлде етәкләп алып барып, теҙгенен Күрше хужа ҡулына тотторҙо. Йәнә аптыраны малҡай. Санаға егергә йыйынған һымаҡ түгелдәр. Сана, ана, ситтә тора. Тәртәләрен күтәртеп үк ҡуйғандар. Шул ваҡыт аңына барып еткән уйҙан Аҡбәкәл йығылып китә яҙҙы – теге бысаҡ уның яҙмышын хәл итеү өсөн ҡайралдымы икән әллә? Йылҡы малын бит, ғәҙәттә, ошоноң кеүек сатлама һыуыҡ көндәрҙә… Тотош тәне дерелдәп китте бейәнең. Юҡ, Хужа быға бармаҫ. Күпме ыҙалы, нужалы юлдарҙы, ауыр йылдарҙы иңгә иң терәшеп бергә үтеп, айырылмаҫ дуҫтарға әйләнеп бөттөләр бит инде.
Йөрәге яныуына түҙмәй, эстән үрәпсене йылҡы, тик ярһыуын тышҡа сығарманы. Бәйгегә сыҡҡан ат кеүек йөрәк тибеше йышайҙы, тыны ҡыҫылды. Ҡапыл Хужа менән ҡараштары тап булышты. Эске һыҙланыу уҡыны ул ҡараштан Аҡбәкәл. Хужа, тиҙ генә әйләнеп, өйөнә ҡарай һылтыҡланы. Ә бейә аҡһай-аҡһай Күрше хужа артынан эйәрҙе.
Ҡапҡа эргәһенә еткәс, туҡтап, һуңғы тапҡыр тыуған нигеҙенә күҙ ташланы малҡай. Ана, әүеҫлектә арбаһы тора, был яҡтараҡ – санаһы. Һарай мөйөшөндә – ҡамыт-дуғалары, ҡыңғырауы. Хужа барыһын да теүәлләп элеп, йыйыштырып ҡуйған. Тышауы ла шунда. Әрҙәнә башынан иҫке септәһенең бер мөйөшө күренеп тора. Кемгә ҡалыр икән былар, тип уйланы бейә.
Ояһы янында Аҡтырнаҡ аптырап тора. Хатта алдындағы ашына ла теймәгән, ахыры. Уныһының өҫтө боҙланып киткән. Ҡараштары осрашҡас, эт ярһып-ярһып өрөргә тотондо.
Күҙ ҡарашын өйҙөң ихатаға ҡараған тәҙрәһенә күсерҙе. Хужа менән хужабикә ҡарап торалар икән. Аҡбәкәлдең күҙ һирпеүенән икеһе лә ҡапыл юҡ булды…
Күңеле тулған Аҡбәкәл үҙе лә һиҙмәҫтән кешнәп ебәрҙе. Уның кешнәүенә Аҡтырнаҡтың олой-олой өрөүе ҡушылды.
Йүгәнен тартҡандарына айнып киткәндәй булды бейә. Шулай ҙа тәҙрәгә тағы бер тапҡыр күҙ һалмай булдыра алманы. Хужаны күреү ине теләге. Их, телем юҡ шулы, ҡолонсаҡҡынам әрәм була бит, Хужаға ат орлоғо ла ҡалдыра алмайым инде, тип әрней ине уның йөрәге был мәлдә.
Ҡапҡанан урамға ла сыҡтылар. Аҡтырнаҡтың бәйҙән ысҡынырға тырышып, сыйнап-сыйнап илауы йөрәген әрнетте Аҡбәкәлдең. Гел бергә йөрөп өйрәнгәндәр шул.
Таныш тыҡырыҡҡа төштөләр. Кисә генә хужа ошо тыҡырыҡ буйлап һуғарып алып ҡайтҡайны. Тимәк… Малдарҙы яр буйында һуялар был ауылда. Был тыҡырыҡ буйлап күп үтте Аҡбәкәл. Аяҡтарын көскә һөйрәп барған ат, ҡотолғоһоҙлоғтан йәне әрнепме, абынып китте. Күрше хужа, быны күреп, башын ҡағып ҡуйҙы.
- Мәлендә өлгөрҙө күрше, юҡһа, бөтөнләй хәле бөткән икән бының. Ҡышты сығырлыҡ әүҡәте ҡалмаған, - тип мығырлағаны ишетелде.
Бына теге йылға буйы. Баяғы ирҙәр күптән килеп, усаҡ яғып, күңелле әңгәмә ҡороп ебәргәндәр. Ара-тирә геү килешеп һаһылдашҡандары ла ишетелеп ҡала. Аҡбәкәл кеше тигән йән эйәһенең шул тиклем дә кешелекһеҙлегенә хайран ҡалды – эргәләрендә берәү яҡты донъя менән мәңгелеккә бәхилләшергә йыйына, ә улар донъяларын онотоп хахылдаша.
Ҡулына арҡан тотоп атҡа яҡынлаған бер ир, ҡапыл артҡа сигенә биреп, туҡтап ҡалды ла:
- Аттан да аҡыллы хайуан юҡ, тиҙәр ине, хаҡ икән, ана, ҡарағыҙ әле, күҙҙәренән соборлап йәш аға. Аттар ҙа илай белә икән, - тип бот сапты.
Уңарса баһырау тотҡан ир ҙә килеп етте. Уҫлаптай биш-алты ир заты Аҡбәкәлгә яҙмыш хөкөмө сығарырға әҙерләнде…
Аҡбәкәл һуңғы тапҡыр Сейәлетау, Ҡаршытау тарафтарына күҙ һалды. Тирә-йүндә хайран ҡалмалы аҡлыҡ. Хатта күҙ сағыла. Донъя шул тиклем матур икән дә. Гел эш менән булып йөрөп, шул матурлыҡты күрергә лә ваҡыты булманымы икән ни? Әллә һуңғы һулыш шулай донъяның бығаса күрмәгән илаһилыҡтарын асып бирәме икән?..
…Әҙәм көсө етмәгән эш бармы ней – Аҡбәкәлде лә ергә йығып һалдылар. Хәҙер уға бары күк кенә күренә. Аһ, күк шундай зәңгәр икән дә. Төпһөҙ зәңгәрлеккә хайран ҡалды малҡай.
Үҙен уратып баҫҡан ирҙәр араһынан үтә лә таныш йөҙҙө эҙләне. Бәлки… Тик Хужа юҡ ине араларында…
Бысаҡ тотҡан ҡулдар йәнә туҡтап ҡалды – бейәнең күҙенән туҡтауһыҙ 

йәш аға ла аға ине.
…Ярай, салырҙар, унан тиремде һыҙырырҙар. Әхәзләмәй генә һыҙырһалар ярай ҙа. Исмаһам, Хужа кәрәгенә тотонор ине…
Ҡапыл йәшен һуҡҡандай, тертләп китте Аҡбәкәл – ә итен, итен һуң нимә менән алып ҡайтыр Хужа… Аяғы ауырта бит әле үҙенең. Күтәреп, имгәнеп ҡуймаһа ярай ине лә, тип үкһене йылҡы йәне.
Эсендәге көслө тулау уны ҡабат ысынбарлыҡҡа алып ҡайтты. Сабыйғынаһы ла һиҙҙеме икән ни… Түҙ, ҡолонсағым, түҙ, хәҙер икебеҙ бергәләп йыһанға осорбоҙ, тип шыбырланы ул эстән генә.
…Аҡбәкәл ҡолонсағы менән Сейәлетау итәгенән сабып бара. Сабалар ҙа сабалар. Шундай еләҫ, рәхәт. Бына Сейәлетауҙың иң текә моронона ла еттеләр һәм икәүләп ап-аҡ томан эсенән йөҙөп киттеләр. Рәхәтлек йәнде иркәләй. Тора-бара үҙҙәре лә ап-аҡ томанға әүерелде…
- Их, Хужа томан араһынан беҙҙе тапмаҫ инде. Күҙе лә етә күрмәй. Ней ҡыңғырауым юҡ, - тип әрнене Аҡбәкәлдең күккә олғашып барған йәне.
Был Аҡбәкәлдең фани донъялағы һуңғы әрнеүе ине…
…Тоғролоҡ тигән төшөнсәнән башҡаны белмәгән ат ғүмеренең аҡтыҡҡы минутында ғына был донъяла хыянат тигән ҡот осҡос төшөнсә лә бар икәнлегенә төшөндө…
 

Таңһылыу Баһауетдинова 

Автор:
Читайте нас