+23 °С
Ясно

СЕЙӘ БӘЛЕШЕ

Сейә бәлешен яратыусылар бармы бында? Һеҙҙең өсөн анһат ҡына бәлеш рецебы

СЕЙӘ БӘЛЕШЕСЕЙӘ БӘЛЕШЕ
СЕЙӘ БӘЛЕШЕ
#Уңған_килендән_рецепттар

Ҡамыр:
--350 г он
--200 г һалҡын аҡ май
--семтем тоҙ
--1-2 балғалаҡ шәкәр
--4 аш ҡалағы һалҡын һыу

--Эслегенә 500 г һөйәгенән таҙартылған сейә, 1,5-2 аш ҡалағы крахмал, 2-3 аш ҡалағы шәкәр (мөмкин күберәк)

-Онға семтем тоҙ, шәкәр, һалҡын май ҡушып, ҡулда ыуалып торған ҡамыр баҫырға. Һалҡын һыуҙы ҡойоп, ҡамырҙы бер йомғаҡҡа йыйырға. Теләгәндә уны 30 минут һыуытҡыста тотоп алырға.
-Эслек өсөн сейәне һөйәгенән таҙартып, крахмал, шәкәр ҡушып болғатырға.
-Бәлеште йыйғас, өҫтөн йомортҡа һарыһы менән һыларға.
-190-200 градуста башта 20 минут бешерергә, аҙаҡ утты 170-180 градусҡаса кәметеп, йәнә 30-40 минут тоторға.
Бәлеш бешеп сыҡҡас, әҙерәк һыуынғанын көтөп, тәмләп сәй эсергә лә була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Автор:
Читайте нас