+20 °С
Болотло
Фәдис (биш йәш) ишектән кергән атаһына ҡаршы йүгерә:
– Тиҙерәк телевизор ҡара: эшләмәй генә бик байыҡҡан ағайҙы күрһәтәләр! – ти ҙә өҫтәп ҡуя: – Ә һин: “Тырышып эшләгәндәр генә байыға”, – тиһең. Алдайһың бит, атай!
***
Фәдис балалар баҡсаһында тәрбиәсегә һорау бирә:
– Был күлдәгеңде икенсе көн кейеп килдең, бүтәне юҡмы ни?
***
Фәдистең әсәһе:
– Хәҙер Фәриҙә апайың имтихан тапшырып ҡайта, – ти.
– Имтиханды ниңә тапшыра? – Фәдис ғәжәпләнә.
– Белемле булырға. Уҡыған кешенең теле икәү була, – тип аңлата әсәһе.
Фәриҙә имтиханын һәйбәт тапшырған икән – өлкәндәр уны ихлас ҡотлай. Фәдис апаһы янына килә лә:
– Хәҙер икенсе телеңде күрһәт! – ти.
Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.