– Спектакль әйбәт булдымы һуң?
– Ҡот осмалы. Күңелһеҙ, тоҙһоҙ. Минең бер танышым түҙмәне, беренсе шаршауҙан һуң сығып китте. Шунан янъял башланды.
– Нишләп?
– Сөнки ул был спектаклдә төп ролде уйнай ине.
***
Ҡатыны ирен балыҡҡа әҙерләндерә:
– Бәғрем, миңә ҙур ғына суртан алып ҡайт. Әгәр кибеттә суртан булмаһа, 3-4 алабуға алырһың.