+1 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Көләмәстәр
15 Мая 2022, 11:00

Көләмәстәр

Тәпәш буйлы кеҫә ҡарағы автобуста ҡолға ҡәҙәрле бер ирҙең кеҫәһен ҡармалай. Тегеһе ҡараҡты яғаһынан эләктереп алып аҡырып ебәрә:  – Һин кемде таларға маташаһың , хәйерсе тәре?!  – Кем хәйерсе, минме хәйерсе? Хәйерсе һин ул: инде бишенсе кеҫәңә инеп сыҡтым –  исмаһам бер тин аҡса булһа!

КөләмәстәрКөләмәстәр
Көләмәстәр

Париж кинотеатрында билет тикшереүсе ир менән ҡатынды үҙ урындарына ултыртҡас: 
– Программа кәрәкмәйме? 
– Юҡ, рәхмәт. 
– Бәлки шоколад алырһығыҙ? 
– Юҡ. 
– Һура торған кәнфиттәр ҙә бар. 
– Юҡ, юҡ, юҡ. 
Былар менән бер эш тә сығарып булмаясағын аңлағас, билет йыртыусы тешен ҡыҫып ыҫылдай: 
– Был фильмда үлтереүсе – шофер!

 

 

Автор:
Читайте нас