Ғәли ағай Көнбайыштағы бер клуб менән миллион долларға килешеү төҙөгән йәш футболсы тураһында мәҡәлә уҡығандан һуң, дәреслектәргә күмелеп ултырған малайы янына килеп:
-Йыйын юҡ-бар менән мейеңде серетеп ултырғансы, сығып туп тибеп инер инең!
***
Атаһы асыуланып:
-Вәли, нишләп һинең географиянан башҡа бөтә фәндәрҙән дә икеле?
Вәли башын эйеп:
-Сөнки географиянан әле һораманылар.