+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
27 Май 2022, 16:00

Көләмәстәр

-Ниңә кәйефең юҡ? -Аҙағы күңелһеҙ тамамланған бер китап уҡыным. -Ниндәй китап һуң ул? -Минең һаҡлыҡ кенәгәм.

Көләмәстәр
Көләмәстәр

Бик өлкән йәштәге ҡарт менән ҡарсыҡ ҡорҙаштарына ҡунаҡҡа  килә. Ҡарсыҡтар кухняла булашҡан арала ике бабай гәпләшә.

-Кисә ҡарсыҡ менән ресторанға барған инек, бик оҡшатманыҡ.

-Ниндәй ресторанға?

-Әй, баштан сыҡҡан инде. Ҡарале, һин, ҡатын-ҡыҙға бүләк итә торған сәскә нисек атала әле ул?

-Тюльпанмы?

-Юҡ.

-Георгинмы?

-Юҡ.

-Роза…

-Вәт-вәт, шул … (кухня яғына) Роза! Беҙ кисә барған ресторан нисек атала ине әле?

                                                

 

                                                                                Марат Кәбиров

 

 

Автор:
Читайте нас: