Закон алдында бөтә кеше лә тигеҙ: ҡыш буйы теплотрассала йәшәгән асарбаҡҡа яҙын йылылыҡ өсөн түләргә квитанция килтерҙеләр.
***
Ҡунаҡ:
-Э-эй, оҙатырға сығып мәшәҡәтләнмәҫкә ине инде…
Хужа:
-Ниндәй мәшәҡәт, ти! Килгән кешене оҙатыу күңелле генә бит ул!
***
-Ни эшләп һеҙҙең помидорҙарығыҙ йәшел?
-Оҡшатмаһағыҙ ана, һары ҡыярҙар бар.
Марат Кәбиров