Көлөү ғүмерҙе оҙайта, ә судта көлөү – мөҙҙәтте.
***
Бер буйҙаҡ көтмәгәндә өйләнә. Ир-егеттәр унан һораша:
– Ни булды, ниңә?
– Беләһегеҙме, өйҙә бысраҡ һауыт-һаба йыйылып китте...
***
Компта уйнап ултырған малай атаһынан һорай:
– Атай, бәләкәй саҡта һеҙ ҙә атышлы уйнанығыҙмы?
– Әлбиттә, улым, уйнаныҡ.
– Ниндәйҙәрҙе?
– Ағас йәшник, шешә, рогатка...