Ялғансы Садрый
Ялған һөйләргә яратыусы Садрый исемле кеше бер мәлде халыҡ
йыйылған урынға барған да:
– Йәмәғәт, шундай мәрәкә хәл дә була икән донъяла, – тип сираттағы алдауын һөйләй башлаған. – Һыйыр
һуйып, итен ярма менән ҡаҙанға һалып сығып киттем. Ҡайтып инһәм, ни
күрәйем: ит – һыйырға, ярма ужымға әйләнеп, һыйыр, ужым ашап, күбенә яҙған.
– Ярай әле йыланға әйләнмәгән. Юғиһә, телеңде сағып ҡуйыуы ла бар
ине бит! – тигән берәү.
Башҡорт халыҡ ижады. Көләмәстәр.
Өфө – 1985.