Ҡыҙыма туғыҙ йәш, 3-сө класта уҡый.
– Һинең иң яратҡан дәресең ниндәй? – тип һораны олатаһы.
– Һуңғыһы. – Олатаһының аңламай, аптырап ултырыуын күргәс, өҫтәне: –Ниндәй булыуы мөһим түгел, тик һуңғыһы ғына булһын.
***
Эштән ҡайтҡан ир, тупһа аша үтеү менән ауыҙын йырырға тотона. Ҡатыны һорай:
– Ни булды? Ниндәй шатлығың бар?
– Эштән ҡыуҙылар.
– Илар урынға һин көләһең.
– Мине ҡыуҙылар, башҡаларҙы ултыртып ҡуйҙылар.
***
– Һинең хыялың бармы?
– Бар.
– Ниндәй?
– Газпромға эшкә урынлашырға йә йыһанға осорға теләйем.
– Йыһанға осоу анһатыраҡ.