-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
9 Июль 2022, 17:25

Көлгәнгә – көлкө

– Һеҙҙә электр шөрөп борғосо һатып алғайным, ә ул сатнап, ярылып сыҡты.– Оҙаҡ ҡулландығыҙмы?– Юҡ, бик аҙ, бер генә ҡа­ҙаҡ ҡаҡҡайным. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Һине өйләнгәнһең, тип ишеттем. Ысын күңелдән ҡотлайым! Бәхетлеһеңме?
– Ә ҡайҙа бараһың?
***
Элек ир-аттар осрашҡанда эшләпәләрен һала тор­ғайны… Ә хәҙер ҡолаҡта­рынан наушниктарын ала.
***
Һин нисек уйлайһың: ни өсөн ҡурҙаҡ ҡурғанда кү­мерҙе елпейҙәр? Күмер ти­ҙерәк төшһөн өсөн тиһеңме? Юҡ шул, күршеләрҙең ауыҙ һыуы килһен өсөн.
***
Мин үҫкәс, машина, фатир һатып алам, ғаилә ҡорам. Рустик, 27 йәш.
***
“Йәки эсергә, йәки руль артына ултырырға” тип әй­телә ЮХХДИ-ҙың урамдар­ҙағы социаль реклама­һын­да. Йәғни улар машинаһыҙ кешеләрҙе һайлау хоҡуғы­нан мәхрүм итә.
***
Ир эштән ҡайта. Һөмһөрө ҡойолған. Ҡатыны: “Ни булды ла ни булды?“ – тип бәй­ләнә. Йәнәһе, улар ирле-ҡатынлы, бар ҡайғы-хәс­рәттәр ҙә уртаҡ булырға тейеш. Ир түҙмәй әйтеп һа­ла:
– Беҙҙең һөйәркә ауырға ҡалған. Мин ни эшләргә лә белмәйем!
***
Ҡатын магазинға китер алдынан иренә ашарға беше­рергә өйрәтә:
– Билмән бешерһәң, кәс­трүлгә йәбешмәһен өсөн, уларҙы бәрәмләп һал!
Ҡатын урап ҡайтҡанда асыу­лы ир алтынсы бил­мәнде кәстрүлгә төшөрә.
***
Тиҙҙән араҡы ныҡ ҡим­мәтләнәсәк, бай кешегә ге­нә ләх иҫереп вокзал янында ятырға мөмкин буласаҡ.
***
Көҙ. Баҡсаларында ял ит­кән һәм көс туплаған пенси­о­нерҙар поликлиникаларға әйләнеп ҡайтты.
***
Мин насар ғәҙәтле кешемен. Эсмәйем, тартмайым, эшләмәйем.
***
– Һине атайың туҡмаймы?
– Юҡ, мин туғандарым араһында иң кесеһе, миңә сират еткәнсе атайымдың хәле бөтә.
***
Ҡайһы берҙә шул тиклем ҡыйын була, ни эш­ләргә лә белмәйһең – әллә 03-тө са­ҡыр­тырға, әллә 0,5-те асыр­­ға…
***
Ауыл клубында дискотека. Егет ҡыҙ янына килә:
– Һин бейейһеңме әле?
– Юҡ.
– Киттек, трактор­ҙы этергә ярҙам итерһең.
***
– Һөйөклөм, мин бөгөн ду­ҫымды киске ашҡа саҡыр­ҙым.
– Аҡылдан яҙҙыңмы әл­лә?! – тип асыулана ҡатын. – Өй йыйыш­тырылмаған, аҙыҡ-түлек юҡ, һауыт-һаба бысраҡ… Мин әҙер­ләргә йыйынмайым!
– Беләм.
– Улайһа, ниңә ду­ҫыңды саҡырҙың?
– Сөнки ул, иҫәр, өйлән­мәксе.
***
Бала атаһына буш ҡағыҙ бите күрһәтә:
– Мин бында туғайҙа йө­рөгән һыйырҙы төшөр­ҙөм.
– Шулаймы? Ә үлән ҡайҙа һуң? – тип ғәжәпләнгән атаһы.
– Уны һыйыр ашаны.
– Ә һыйыр үҙе ҡайҙа?
– Үләнде ашап бөткәс, ул бында ни эшләһен?!

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: