+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
30 Июль 2022, 17:30

Яр буйында балыҡсы

– Ҡармағыңды онотма!– Алмайым, юғалтып ҡуйһам әле ***

Яр буйында балыҡсы
Яр буйында балыҡсы

– Мине егетем балыҡҡа саҡырҙы.
– Матур кейенеп, прическа эшләтеп бар.
– Ә-ә... мин иҫәр селәү ҡаҙып йөрөйөм.

***
Аҡыллы ҡатын ирен балыҡҡа һәр саҡ ебәрә. Тағы ла аҡыллыраҡтары балалары менән бергә ебәрә.

***
Ике биҙрә балыҡ таҙалаған ҡатын иренә асыулана:
– Инде балыҡта араҡы ла эс.

***
– Мин балыҡта саҡта күршем минең ҡатынға килә.
– Балыҡҡа бармай ҡараманыңмы?
– Ҡараным. Ул саҡта минең балыҡты тота. Быныһы насарыраҡ.

***
– Әйҙә балыҡҡа!
– Юҡ, бөгөн түгел.
– Ниңә?
– Бөгөн йондоҙнамәлә балыҡтар өсөн уңышлы көн тиелә.

***
– Алло! Шәкирҙе саҡырығыҙ әле! Ул бөгөн балыҡҡа сығамы?
– Шәкир кисә вафат булып ҡалды...
– Нимә? Сыҡмаймы шунан?

***
– Ниндәй балыҡ иң ҙуры?
– Ҡармаҡтан ысҡынғаны.

***
– Балыҡ тотоу спорт мы әллә сәнғәт ме?
– Тотҡанда – спорт, һөйләгәндә – сәнғәт.

***
Ҡатын ирен балыҡҡа оҙатҡанда:
– Суртан ҡиммәт булһа, алабуға йәки ҡыҙығанат ал да ҡуй.


***
Ике балыҡсы:
– Селәүгә улай ныҡ төкөрмә.
– Ниңә?
– Иҫерә лә балыҡты ҡурҡыта.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: