+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
5 Сентябрь 2022, 13:00

Кәбеҫтәмә ҡайтып китәм!

Төн уртаһында ауылда фельд­шерҙың ишеген шаҡый­ҙар:– Һеҙҙең йоҡоғоҙҙо бүл­де­реп, бер ауырыу янына алып киткәнем өсөн күпме ала­һығыҙ?– Ике мең һум.

Кәбеҫтәмә ҡайтып китәм!
Кәбеҫтәмә ҡайтып китәм!

– Мин риза. Әйҙәгеҙ.
Фельдшер машинаһын ҡа­быҙып, ауылдың икенсе осона, төнгө ҡунаҡ йәшәгән йорт­ҡа килеп туҡтайҙар. Машинанан сыҡҡас, теге кеше аҡса­һын һуҙа. Фельдшер:
– Түләү һуңынан. Ҡайҙа сирле?
– Сирле юҡ. Мин төндә яңғыҙым ҡайтырға ҡурҡҡай­ным, рәхмәт инде.
);)­
– Һеҙ нисек таныштығыҙ?
– Интернет ярҙамында.
– Танышыу сайты ашамы ни?
– Юҡ, бер көндө интернетты һүндергәйнеләр, театрға ба­рыр­ға тура килде.
***
Йыйылыш бара. Начальник:
– Кем дә кем был айҙың планын тейешлесә үтәй, шуға ми­нән бер ҡап шоколад.
– Беҙгә эш хаҡы бирһәгеҙ һәйбәтерәк булыр ине.
– Эй-й-й, алданыраҡ өлгөр­мәнегеҙ, мин шоколадтар алып бөттөм инде...
***
Почтальон бер йортҡа телеграмма алып килә. Ҡапҡаға ҙур хәрефтәр менән ”Һаҡ бу­лығыҙ, тутыйғош!” тип яҙыл­ған. Почтальон: “Эт булһа, бер хәл, тутыйғош тешләмәҫ әле!” – тип уйлап, ҡурҡ­ма­йынса ҡыйыу аҙымдар менән инеп китә. Тупһаға менәйем тип аяғын күтәргәс, теге ту­тыйғош көслө тауышы менән ҡысҡы­рып ебәрә: “Рекс, фас!”
***
Ике ҡорҙаш осраша.
– Фәһим, мин ҡатыным ме­нән айырылышырға булдым.
– Нишләп? Бик татыу ғына йәшәп ята инегеҙ.
– Һөйөклөм ике ай инде ми­нең менән һөйләшмәй.
– У-у-у, һин иҫәр! Ундай ҡа­тын менән йәшәргә лә йәшәр­гә кәрәк бит!
***
Ҡурсаҡтарын йыйнап, бер төйөнсөккә урап торған ҡыҙын атаһы шәйләп ҡала.
– Ҡайҙа киттең, ҡыҙым?
– Әсәйем көн дә әрләшә, арыным инде. Үҙемдең кәбеҫ­тәмә ҡайтып китәм!

З. ХӘСӘНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: