-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
7 Октябрь 2022, 10:03

Туған тел

Шәмсинур әбейҙең алтмыш йыл буйына иҫән-имен килгән тештәре кинәт кенә һыҙлай башланы, ти. Ашы – аш, түшәге түшәк булманы, ти, ҡарсыҡтың. – Һуң, әсәй, ниңә үҙеңде ғазаплап йөрөйһөң? Врачҡа күренергә кәрәк, – тип кәңәш бирҙе, ти, улы Ильяс. Дауаханаға барғас, Шәмсинур әбейҙе мөләйем йөҙлө, ҡуңыр ҡара күҙле, сибәр генә ханым ҡаршы  алды, ти.

Туған тел
Туған тел
Кәкре ҡайынға терәткән

Алдар гел кешеләрҙе алдап, кәкре ҡайынға терәтеп китә икән. Быны хан ишетеп ҡала. Ул:
 
– Мине Алдар алдай алмаҫ! Мин уны үҙем алдармын әле! – тип, Алдар янына сығып китә. Был ваҡытта Алдар арҡаһын кәкре ҡайынға терәп тора икән. Хан килә лә:
– Һин мине алдай алмайһың! Йә, мине алдап ҡара әле, – тигән.
– Һине алдай алмаҫмын шул. Алдай торған ҡапсығым өйҙә тороп ҡалған, шуны алып киләйем.
– Бар, улай булғас, килтер. Мә, минең атты мен дә сап, йәһәте рәк булыр.
– Мин килгәнсе, һин ошо ҡайынды терәтеп тор. Юғиһә ул ауырға тора, – тип теге ханды кәкре ҡайынға терәтеп ҡалдырған. Ҡайынға терәлеп, хан Алдарҙы көткән дә көткән, көткән дә көткән — Алдарҙың эҙе лә күренмәгән, атты ла килтереүсе булмаған.
 

Туған тел
 
Шәмсинур әбейҙең алтмыш йыл буйына иҫән-имен килгән тештәре кинәт кенә һыҙлай башланы, ти. Ашы – аш, түшәге түшәк булманы, ти, ҡарсыҡтың.
– Һуң, әсәй, ниңә үҙеңде ғазаплап йөрөйһөң? Врачҡа күренергә кәрәк, – тип кәңәш бирҙе, ти, улы Ильяс.
Дауаханаға барғас, Шәмсинур әбейҙе мөләйем йөҙлө, ҡуңыр ҡара күҙле, сибәр генә ханым ҡаршы  алды, ти.
– Әй, Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙең мосолман ҡыҙы икән дә баһа, тел тешләп тораһы юҡ, рәхмәт яуғыры! Һаумы, бәбкәм! – тип һөйләнде, ти, әбей.
– Говорите по-русски, – тип ҡырт киҫте, ти, тегеһе.
– Әстәғәфирулла! Ладна, дучинка, ладна!
Врач булғас, врач инде. Шәмсинур әбей тағы әллә нимә әйтергә ауыҙ асырға ла өлгөрмәне – врач һыҙлаған тешен тартып та сығарҙы, ти. Әбейебеҙ рәхмәттәр уҡый-уҡый өйөнә ҡайтып китте, ти.
Шулай бер ваҡыт Шәмсинур әбейҙәргә яңы өй ҡотларға мәжлескә йыйылдылар, ти. Мәжлестә шул тиклем күңелле итеп уйнап-көлөп йырлашып ултырҙылар, ти. Йыр тигәндәй, әлеге мөләйем йөҙлө ҡуңыр ҡара күҙле сибәр ханым барыһынан да уҙҙырып ебәрҙе, ти. Ул йырлап бөткәс, ҡунаҡтар оҙаҡ итеп ҡул саптылар, ти. Шәмсинур әбей ҙә ситтә ҡалманы, ти. Ул теге ҡыҙға оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң:
– Маладчина, дучинка, как Фәриҙә Ҡудашева поешь, бәбкәм! – тип ҡуйҙы, ти.
Улы Ильяс бик уңайһыҙланып:
– Һуң, әсәй, ни эшләйһең, Мөкәрәмә башҡорт ҡыҙы ла баһа.
– Эй, твояныҡы, улым, ничауа низнайт. Мөкәрәмә бит моя чтарый жнакомый. Беҙ бит уның менән дүшәмбе көндө больницала вмечте шуб тачкали.
Әбейҙең был һүҙҙәренән ҡунаҡтар шау-гөр килеп көлөп ебәрҙеләр, ти. Мөкәрәмәгә генә көлкө ҡайғыһы булманы, ти. Был минутта ул ер тишегенә кереп китерҙәй булған ине, ти.
 
Автор:
Читайте нас: