Егет менән ҡыҙ дуҫлашып йөрөй. Көндәрҙең береһендә егет уға тәҡдим яһай. Ҡыҙ:
- Ярай, уйлап ҡарармын, - ти.
Иртәгәһенә осрашыуға ҡыҙ кәйефһеҙ генә килә. Егет сәбәбен һорай.
- Әсәйем риза түгел.
- Нимәгә?
- Һиңә кейәүгә сығырға...
- И, тапҡанһың ҡайғырыр сәбәп. Донъяла ҡыҙҙар бөткән тиһеңме! Башҡа кәләш табырмын әле.
Ресторанға эскенән күҙҙәре аларған, йөҙө салшайған бер ир килеп инә.
– Кисә мин һеҙҙә булдыммы?
– Булдығыҙ.
– 2 мең һумлыҡ араҡы эстемме?
– Эстегеҙ!
Был яуаптан һуң ирҙең йөҙөнә ҡыуаныс ишараты сыға.
– Аллаға шөкөр! Юғалтҡанмын икән тип ҡотом осҡайны.
***
– Яңы директор ниндәйерәк кеше?
– Бына тигән! Уның менән бөтөнләй эшләмәһәң дә була!
Табип – ауырыуға:
– Бөгөн ошо ике таблетканы эсеп ятығыҙ. Әгәр иртәгә уянһағыҙ, тағы ла икене эсегеҙ...
Ике әхирәт һөйләшә.
– Ул егеттәрҙең ҡайһыһын һайларға тип тамам баш ҡатты инде. Беренсеһе аҡсаны умырып ала, икенсеһе бик аҡыллы. Ә өсөнсөһөмө?! Уныһы хәтәр шәп бейей.
– Беренсеһен бейергә өйрәтеп булмаймы һуң?