-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
12 Октябрь 2022, 09:05

Көләмәстәр

Иғлан: “Балыҡсы өсөн ҡорамалдарҙы, кейемде осһоҙға һатам. Телефон: 5-45-31. Трубканы ир кеше алған осраҡта: “Ғәфү итегеҙ, яңылыштым”, – тип әйтеүегеҙ һорала”.

Көләмәстәр
Көләмәстәр

Һыуға батыр!

Ике иптәш балыҡҡа барған. Берәүһенә ҙур ғына ҡорман эләккән, ти. Балыҡ бик ныҡ тарт­ҡылаша, үҙен ҡулға алырға ирек бирмәй икән.
– Ҡара әле, ни эшләргә икән бының менән?
– Һыуға батыр һин уны!

Тынысһыҙлыҡ сәбәбе

– Ҡан баҫымығыҙ юғары, – ти икән табип пациентҡа.
– Һиҙеп торам: балыҡ тотоуҙан...
– Был шөғөл, киреһенсә, тыныслан­ды­рырға тейеш тә...
– Ризамын! Ләкин мин бит балыҡты ты­йыл­ған урында тотам...

Ир кеше алһа, ғәфү үтен

Иғлан: “Балыҡсы өсөн ҡорамалдарҙы, кейемде осһоҙға һатам. Телефон: 5-45-31. Трубканы ир кеше алған осраҡта: “Ғәфү итегеҙ, яңылыштым”, – тип әйтеүегеҙ һорала”.

Суртан ҡыйбат икән...

Ҡатыны ирен балыҡҡа оҙата икән:
– Әгәр ҙә суртан ҡыйбат булһа, табан балығы менән һаҙан алып ҡайт.

Ҡурҡмай ғына ин!

Балыҡтан ҡайтып ингән ир ҡатынынан һорай икән:
– Бесәй өйҙәме?
– Ҡурҡмай ғына ин: мин уға әле генә килька бирҙем.

Автор:
Читайте нас: