-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
13 Октябрь 2022, 10:02

Хужа Нәсретдин мәҙәктәре

Хужаның ике ҡатыны булған. Уларҙың һәр ҡайһыһына ул зәңгәр муйынсаҡ биреп, бер-береһенә күрһәтмәҫкә ҡушҡан да:– Был минең яратыу билдәһе булыр, – тигән. Бер ваҡыт ҡатындарының икеһе лә бергә Хужаға килеп:– Беҙҙең ҡайһыбыҙҙы нығыраҡ яратаһың? – тип һораған.

Хужа Нәсретдин мәҙәктәре
Хужа Нәсретдин мәҙәктәре

Зәңгәр муйынсаҡ

Хужаның ике ҡатыны булған. Уларҙың һәр ҡайһыһына ул зәңгәр муйынсаҡ биреп, бер-береһенә күрһәтмәҫкә ҡушҡан да:
– Был минең яратыу билдәһе булыр, – тигән. Бер ваҡыт ҡатындарының икеһе лә бергә Хужаға килеп:
– Беҙҙең ҡайһыбыҙҙы нығыраҡ яратаһың? – тип һораған.
Хужа уларға:
– Кемдә зәңгәр муйынсаҡ, шуны мин нығыраҡ яратам, – тигән.
Ҡатындары һәр береһе күңеленән:
– Тимәк, мине ул нығыраҡ ярата, – тип үҙен икенсеһенән юғары һанап тынысланған. Шулай итеп, Хужа ҡатындары менән татыу йәшәгән.

Дөрөҫ юл

Бер ваҡыт Хужа ҡатынын тулғаҡ тота башлаған. Ул бала тыуҙыра алмай ғазапланған. Кендек әбей, Хужаны саҡырып, ошондай кәңәш биргән:
– Хужа, доға ҡыл, ундай-бындай бәхетһеҙлеккә осрамайыҡ.
– Доға ҡылыу ғына бында ярҙам итмәҫ, – тигән Хужа Насретдин. – Мин уның әмәлен табырмын.
Ул күҙ асып йомғансы баҙарға сығып йүгергән дә бер ҡаҙаҡ йөҙөм емеше алып ҡайтып, ҡатынының алдына һалған.
Кендек әбей Хужанан аҡрын ғына:
– Ни эшләмәксе булаһың? – тип һораған.
– Тауышланма, – тигән Хужа, – бала беҙҙең өйҙә бер нәмә лә юҡлығын белгән, хәҙер инде, емеште күргәс, ул яҡты донъяға сығасаҡ.

Яңыса тәрбиәләү

Хужа Насретдин ҡыҙын һыуға ебәргән. Көршәк биргәндә ҡыҙының яңағына һуғып алған да:
– Ҡара, һаҡ бул, көршәкте вата күрмә, – тигән.
Ҡыҙы илап ебәргән. Быны күргән күршеләре:
– Хужа, ҡыҙыңдың ни ғәйебе бар, ниңә һин уға һуҡтың? – тип һораған.
– Мин уға көршәкте ватмаһын тип һуҡтым, – тигән Хужа.
– Уның көршәкте ватырын ҡайҙан белдең? – тигәндәр уға. – Ватһа, тағы бер хәл.
– Көршәкте ватҡас, һуғыуҙың ниндәй файҙаһы бар? Алдан һуғып иҫкәртеп ҡуйырға кәрәк. Шунда ғына ул шөрләйәсәк, көршәк тә бөтөн килеш ҡаласаҡ.

Ярты бәлә

Хужаны бик йәмһеҙ булған, тиҙәр, һәм ул, быны һиҙеп, бер ҙә көҙгөгә ҡарарға яратмаған. Бер ваҡыт уның ҡатыны бала табыр алдынан Хужаның йөҙөнә иғтибар менән ҡараған да:
– Балам тыуыуға бер яҡтан бик шатланһам да, икенсе яҡтан ҡайғырам, сөнки һиңә оҡшаһа, минең өсөн оло хәсрәт буласаҡ, – тигән.
Хужа уға:
– Әгәр ҙә балабыҙ миңә оҡшаһа, ул әле ярты ҡайғы ғына буласаҡ, – тип яуап биргән.

Автор:
Читайте нас: