«Мөстәндә – ямғыр...»
Бер ағайҙың бесәнлеге Мөстән тигән ерҙә икән.
Бер көндө иртәнсәк бесәнгә китер алдынан быларҙың ғаиләһе сәй эсеп, радио тыңлап ултыра. Синоптиктар мәғлүмәтендә « местами дожди» тигәнде ишеткәс, был ағай: «Тағын Мөстәндә ямғыр, бөгөн тағы бесәнгә барып булмай икән», – тигән.
«Әтәс урыҫса нисек атала?»
Һуғыштан һуң ил буйынса ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарыла. Унда һәр ауылда заманына күрә алдынғы ҡарашлы кешеләр, йыш ҡына фронтовиктар әүҙем ҡатнаша. Бер ауылда иҫәп алыусы итеп һуғышта ҡатнашҡан, әммә урыҫсаһы самалы булған ағайҙы тәғәйенләгәндәр. Ул йорттар буйлап йөрөй, кәртә-ҡураны ҡараштырып, мал-тыуар, ҡош-ҡортто иҫәпләй ҙә ҡағыҙҙарын тултыра башлай икән: « Бер һыйыр» ти ҙә ҡағыҙына «Один корова». «Ике һарыҡ» – «Два овца», – тип яҙып ҡуя икән. – «Бер әтәс» тигән дә, бер аҙ аптырап ултырғандан һуң: – «Один куриный жеребец», – тип яҙып ҡуйған.
Урыҫса белгәс ни
Был элегерәк булған хәл. Ул ваҡытта Ҡарамалы ауылы ерҙәре хәҙерге Урғаҙа, Урал бүлексәһенә тиклем булған. Ошо ауылдан бер ырыу Урал йылғаһы буйында бесән сапҡан. Бер мәл быларҙың сәй эсергә алып барған һөттәре бөткән. Араларында шаян, әңгәмәсел Әхмәт ағай булған. «Бар, Зиннәтулла ҡустым, йылға аръяғындағы урыҫтан һөт һорап кил», – тип, араларындағы бер ағайға тимер күнәк биргән. Ә Зиннәт ағай «дай» «надо» тигәндән башҡа урыҫа бер һүҙ белмәгән. Барып еткән был теге урыҫ янына. Барып еткән дә, ни әйтергә белмәй, аптырап ҡалған. Шунан, бер таяҡ алып, күнәк төбөнә һуға-һуға, урыҫты түңәрәтеп йөрөй башлаған. Күнәккә һуҡҡан һайын: «Дың-дың нады, гөбөр-гөбөр нады, дүрт имсәк нады», – тип һамаҡлай икән. Шунан, ике бармағын маңлайына ҡуйып: «Мөк-мөк нады», – тип әйткән дә күнәкте урыҫ алдына ҡуйған. Тәүҙә урыҫ: «Был ниндәй әҙәм, әллә алйығанмы икән?», – тип, аптырап торған. Күнәкте алдына ҡуйғас ҡына аңлап ҡалған. Шулай итеп, һөт һорап алып ҡайтҡан, ти, Зиннәт ағай.
– Һай-й, уңған да инде, Зииннәт ҡусты! Урыҫса белгәс ни, урыҫтан һөт алған, – тип ҡаршылаған Әхмәт ағай.
– Ә кәкже! – тигән булды, ти, Зиннәт.