Беҙҙең Шүлкә ауылы урыҫ ауылына яҡын урынлашҡан. Араһы ни бары ете саҡрым самаһы ғына. Урыҫтар менән башҡорттар дуҫ булып, ҡатышып йәшәгән. Беҙҙең ауыл халҡы уларҙы «белеш» йәки «знакум» тип йөрөткән. Алыш-биреш иткәндәр: урыҫтар Шүлкә ауылына килеп, кишер, һуған, картуф һатҡан, башҡорттарҙан май, ҡорот ала торған булған. Ғөмүмән, үҙ-ара бик татыу йәшәгәндәр.
Бер көндө инәйемә бер мәрйә килеп:
– У вас масло есть? – тип һораған. Инәйем:
– Есть, есть, – ти икән. Мәрйә:
– Сколько стоит? – тигән .
Инәйем урыҫ белмәгәс:
– Бер һум да ҡырҡ тин, – тигән башҡортсалап.
Ә мәрйә бер аҙ башҡортса һупалаған булғандыр инде:
– А-а-а, рубль сорок, – ти икән.
Шунан инәйем тегегә ҡарап торған да:
– Юҡ-юҡ, урыҡ-һурыҡ һатмайым, бер ыңғай ғына һатам, – тип майын бирмәй , мәрйәне йәһәтләп сығарып ебәргән.