+1 °С
Ясно
Көләмәстәр
23 Октября 2022, 03:36

Бер ауылдан Юныс тигән бер егет урыҫ байында эшләп йөрөгән. Ул ваҡытта урыҫтар Урал йылғаһы буйындағы талды утын итеп яғып көн иткән. Бер көндө бай егеткә:

– Юнуска, тал киҫ, – тип, балта биргән дә утын әҙерләргә ебәргән. Юныс уның ни теләгәнен аңламаған.

– Был балтаны нимәгә бирҙеләр икән? – тип аптырап торған да, – Һыу кис, тип әйтте шикелле, – тип уйлап , балтаны ҡалдырып, Урал йылғаһы буйына төшкән. Әйҙә иртәнсәктән кискә тиклем йылға буйлап тал араһынан һыу кискән был. Шулай бер аҙна буйы һыу кисеп йөрөгәндән һуң байға килгән.

– Ну, Юнуска киҫтеңме? – тип һорай бай .

– Кистем, – ти икән был. Шунан былар, ат егеп, арба менән утынға киткән. Барып еткәс:

– Ну, Юнуска, где тал кистең? – тип байҙың һорауына, Юныс байҙы эйәртеп, ҡайҙа һыу кискәнен күрһәтә башлаған. Унда ла алып бара, ти, бында ла алып бара, ти.

– Бына ошонда кистем, бына ошонда кистем, – тип, бер аҙна буйы һыу кискән ерҙәрен күрһәткән. Урыҫ байы:

– Да-а-а, – тип баш сайҡап торған-торған да ҡулына балта алып, талды киҫеп күрһәткән. Юныс шунда ғына үҙенә ни ҡушылғанын аңлап ҡалған.

Автор:
Читайте нас