Яҙлы-көҙлө Әхтәрей ағайҙың янбашына һыҙлауыҡ сығып йонсотто. Уң яғында бөтһә – һул яҡ янбашына, һул яғында бөтһә, уң яғына сыға.
Ниндәй генә табипҡа йөрөмәне, кемдән генә өшкөртмәне, солидол һылап, дегәнәк япрағы ла һалды, икмәк башы эсеп тә ҡараны, үкенескә күрә, береһенең дә ярҙамы теймәне.
Йылы май айы, колхоз баҫыуы ситендә ир-егеттәр төшкө аштан һуң көлөшә-көлөшә гәпләшеп ултыра. Тик Әхтәрей ағай ғына ситтә, фуфайкаһын түшәп, һыҙланып ята.
Барыһы ла уның сиренең тарихын белеп бөткән инде. Тик сиҙәмсе Хәнифтең генә ишеткәне юҡ.
– Һе, Әхтәрей ағай, таптың, һыҙлауыҡ та булдымы борсолор нәмә, – тип һүҙ башланы ул. – Һыҙлауыҡтың үҙәген алып ташлар кәрәк бүтән сыҡмаһын өсөн. Белдеңме?
– Ә нисек?
– Әйҙә, былай итәбеҙ, һиңә «трактор терапияһы» ҡулланабыҙ, – ти ул эре генә.
– Ә нисек ул – «трактор терапияһы»?
– Мин ДТ – 75 тракторымды ҡабыҙам, һауа һурыу сеткаһын алам да, һин ыштаныңды сисеп, тракторҙың капотына менеп, һыҙлауығыңды һауа һурған торбаға терәһәң булған, үҙәген трактор һурып ала. Һиҙмәй ҙә ҡалаһың, Әхтәрей ағай, – тип аңлата Хәниф.
Ағай аптырап ҡала. Әммә, һыҙлауығы үҙәгенә үткәнлектәнме, әллә Хәнифкә ышаныпмы, бүтән ир-егеттәрҙең хуплауынанмы инде, ризалашырға ҡарар итә.
Хәниф тракторын ҡабыҙып ебәрә лә, һауа һурыу торбаһының сеткаһын алып, Әхтәрейгә менергә ҡуша.
Ағай алан-йолан ҡаранып, капот өҫтөнә менеп ултыра ла, ыштанын һалдырып, яйлап ҡына янбашын торбаға яҡынайта.
Шул саҡ күҙ асып йомған арала трактор шап иттереп Әхтәрейҙең янбашынан эләктереп алды ла, ҡара төтөн сығарып, шарт-шорт итте лә һүнеп тә ҡалды. Әхтәрей капоттан һушһыҙ килеп төштө.
Яңы ғына көлөшөп, гәп һатып торған ирҙәр араһында тынлыҡ урынлашты. Барыһы ла йүгереп килеп, Әхтәрейҙе уятырға тип, сат йәбеште.
Әхтәрей ағайҙың янбашын дауаханала тектеләр. Ватылған трактор двигателе иртәгәһенә йүнәтелде. Сиҙәмсе Хәниф колхоз рәйесенең шелтәһе менән ҡотолдо.
Ә инде ир-егеттәр был «трактор терапияһы»н яҙғы сәсеү осоронда йыл һайын көлөп иҫкә ала. Әйткәндән булмаһын инде, тфү-тфү, бынан һуң Әхтәрей ағай, һыҙлауыҡтың нимә икәнен оноттом, тип әле лә ҡыуанып һөйләп ала.
Йәмил Илембәтов.
Хәйбулла районы,
Төрткән ауылы.