– Кемдән алабыҙ?
– Һорап тораһың тағы, Фатиха апайҙан инде. Үәт, уныҡы көмөшкә тәк көмөшкә!
Ауылыбыҙҙа тиҫтәләгән кеше көмөшкә менән кәсеп итһә лә, халыҡ айырыуса бирге оста йәшәүсе Фатиха апайҙыҡын юғары баһалай. «Был тиклем дә оҫта кеше булыр икән!» – тип үҙен дә, көмөшкәһен дә маҡтай-маҡтай эсәләр.
Ул көндө баштары ҡутарылып килгән Самат менән Морат Фатиха апайҙың йортона килә. Әммә йүнсел ҡатын ҡайҙалыр йомош менән киткән икән.
– Мужыт үҙең генә биреп ебәрерһең, – тип мөлдөрәп ҡарай улар ун-ун ике йәштәрҙәге ҡыҙыҡайға. – Һин бит хәҙер ҙур үҫкәнһең, әсәйеңдең самогоны ҡайҙа икәнлеген беләһеңдер, – тип күңелен дә күтәреп ебәрмәксе булалар.
– Беләм, беләм! – ҡыҙыҡай йүгереп барып, шкафтан бер яртыны ала.
– Бына ул! Ағайҙар, ә бына быныһын күпме һалырға белмәйем, үҙегеҙ самалап ҡушырһығыҙ әле, – тип ҡағыҙ менән бәләкәс кенә төргәк һона.
Егеттәр, ҡалай башлы ҡыҙыҡай, закускаһын да һала белеүен әйт әле, тип ҡыуана-ҡыуана, йылға буйына саба. Закуска тигән нәмәкәйҙең тауыҡ тиҙәге икәнлеген улар шунда ғына белә.