+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
10 Сентябрь 2023, 16:30

Сығып көл. Рөстәм Миһранов

Өйгә ингәс, өҫтәлдәге ризыҡты күреп, Ишмәй тамаҡ ялғап алырға форсат сығыуына бик ҡыуанып, мулла ролен башҡарырға бөтөнләй риза булған.

Сығып көл. Рөстәм Миһранов
Сығып көл. Рөстәм Миһранов

Беҙҙең яҡта ауылдар бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Телмәй ауылында ярты ҡатнаш булып урыҫ, башҡорт милләттәре йәшәй.

Барыһына ла мәғлүм булыуынса, башҡорттар ислам динен тотһа, урыҫтар - христиан динен. Шулай ҙа был хәл халыҡҡа бик яҡшы аралашырға ҡамасауламаған, күрше ауылдар дуҫ-татыу, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәгәндәр, бер-береһенә йөрөшкәндәр.

Был хәл һуғыштан һуңғы ҡытлыҡ осоронда булған. Әле ныҡлап наҡыҫ замандан арынып, көс-хәл алып өлгөрмәгән кешеләр, күп саҡта аслы-туҡлы көн иткәндәр. Шулай ҙа Телмәй ауылында күмер яндырыу мейестәренең булыуы был ауыл кешеләренә йәшәү шарттарын еңеләйткән. Беҙҙең Манышты ауылынан да унда йөрөп эшләгәндәр, шуға ла ауылдаштар руссалап аруҡ һупалағандар.

Бер көндө Манышты ауылы егете Ишмәй үҙенең дуҫы менән Телмәй ауылына барғандар. Ишмәй холҡо яғынан баҫалҡы, итәғәтле, тәрбиәле генә, уйлап ҡына һөйләүсән, аҡыллы булыуы йөҙөнә сыҡҡан, гел генә түбәтәй кейеп йөрөүен иҫәпкә алғанда, торғаны менән мулла инде.

Телмәй ауылында шул мәлдә бер христиан кешеһе мәрхүм булған икән һәм уны ерләргә кәрәк булған. Ауылда христианса доға уҡып, мәйетте тәрбиләп ҡуйыусы булмау сәбәпле, теге мәрхүмдең туғандары доға уҡытыу теләге менән кемде лә булһа эҙләп йөрөгән мәлдә, уларға Ишмәй дуҫы менән тап булған. Теге христиандар түбәтәй кейгән Ишмәйҙе күргәс, һөйөнөп китеп, уны мулла тип ҡабул итеп, доға уҡырға өгөтләй башлағандар. Ишмәй тәү башта уларға уҡый белмәүен аңлатырға тырышып, бүтән диндән булыуын әйтеп ҡараған. Әммә мәрхүмдең туғандары бер нигә ҡарамай, уҡымай ерләгәнсе, исмаһам мосолманса булһа ла уҡып ерләү яҡшыраҡ тип Ишмәйҙе алып инеп тә киткәндәр. Уның менән дуҫы ла өйгә ингән. Ишмәй ҙә үҙенең йыуашлығы арҡаһында кешенең һорауын ҡырҡа ғына кире ҡаға алмаған инде, ризалашып кергән.

Өйгә ингәс, өҫтәлдәге ризыҡты күреп, Ишмәй тамаҡ ялғап алырға форсат сығыуына бик ҡыуанып, мулла ролен башҡарырға бөтөнләй риза булған. Муллаларға оҡшатып ултырып алып, ҡулдарын күтәреп, доға уҡыуға килештереп һамаҡлап башҡортса ни етһә шуны һөйләй башлаған. Уның нимә һөйләгәнен аңлаусы бер кеше - дуҫы, бының доға уҡымағанлығын аңлап, көлкөһө килә башлаған һәм саҡ тыйылып ултыра икән. Был хәлде күреп ҡалған Ишмәй, үҙенең ниәтенең, тамаҡ ялғау форсатының юҡҡа сығыу мөмкинлеген аңлай һалып, килеп тыуған хәлдән ҡотолоу өсөн, доға уҡыуынан туҡтамай, һаман шул башҡортсалап һамаҡлап "көлкөң килһә сығып көл, көлкөң килһә сығып көл", - ти икән.
Шул хәлдән һуң Ишмәйгә мулла ҡушаматы тағылып, Ишмәй мулла тип әйтә торғайнылар.

Автор:
Читайте нас: