Бик күп йыл элек булған хәл был.
Беҙҙең ауыл яҡтарында бер нисә урыҫ утары бар. Шуларҙың береһе – Черниговка. Беҙҙеңсә – Торай.
Бер көндө Бикестән ике малай арыуыҡ арала ятҡан Дауыт-Ҡайып һәм Ҡаҙармалағы (Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылының икенсе исеме) туғандарына барырға сыҡҡан. Йәйәү, әлбиттә. Терәлеп тигәндәй торған күрше Теләүембәттән һуң баяғы Торайҙы үтергә кәрәк бит инде. Унда урыҫ малайҙарының ҡаршы сығыуы ла ихтимал. Бәйләнеүҙәре лә мөмкин. Тап шулай булған да. Бер нисә үҫмер урыҫ уратып алған был Бикес малайҙарын. Береһенең ҡайышын систереп алғандар. Уратып-уратып йөрөгәс, туҡмарға йәлләгәндәрмелер, талап алырлыҡ башҡа әйберҙәре булмағанмылыр, урыҫтарҙың береһе:
– Беги! – тип төрткән тегеләргә.
Һы, беҙҙең малайҙар аптырай төшкән. Бер-береһенә ҡарашҡан. Беги тек беги.
– Бейе, ти бит, әйҙә, таҡмаҡ әйт, – ти икән береһе икенсеһенә.
Шунан былар таҡмаҡ әйтә-әйтә, ҡара ерҙә саң борҡотоп бейергә төшкән. Урыҫ малайҙарының күҙҙәре аҡайып киткән, ауыҙҙары асылған.
Һаман ҡабатлай, ти, үҙҙәре:
– Беги, беги!
Бикес малайҙары уның һайын дәртләнеберәк таҡмаҡ әйтеп, киңерәк майҙанды уратыңҡырап бейей, ти. Ҡарап торһаң, тамаша инде!
Ахырҙа, урыҫтар таралышҡан. Беҙҙекеләр туйғансы бейеп, кәйефтәре күтәрелеп, ары атлаған. Урыҫса “беги” беҙҙеңсә “йүгер, ҡас” тигәнде аңлатҡанын ул саҡта (күп булһа, 6 – 7 йәш булғандыр) белмәһәләр ҙә, бирешмәгәндәр.
Хәҙер инде Дим һәм Ғәфүр ағайҙар баҡыйлыҡҡа күсте. Таҡмаҡ әйтеп бейеп, урыҫ малайҙарының ауыҙын астырҙыҡ, тип ауылға ҡайтып үҙҙәре һөйләгән мәҙәктәре ҡалды.
Айсын АҠБУЛАТОВА.
(Күгәрсен районының Бикес ауылында йәшәүсе З. Ишемғоловтан яҙып алынды).