-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
11 Июль , 16:06

Көлөп алайыҡ әле

- Баҡсасыларҙы нишләп садист тиҙәр икән? - Бына мин яҙҙан мең һумлыҡ һуған һатып алып, ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡтағы баҡсама сәстем дә... ике баш һуған алдым, ҡалғаны сыҡманы – шунан һуң кем булам?

Көлөп алайыҡ әле
Көлөп алайыҡ әле

- Ваҡыт барыһын да үҙ урынына ҡуйыр, тигәйнем, ҡатыным оҡшатманы.

- Бәй, бик аҡыллы фекер әйткәнһең бит, ҡатыныңдың кәйефе булмағандыр, бәлки.

- Әллә, шунан алда ғына бергәләп өйҙө йыйыштырырға тәҡдим иткәйне былай.

***

 Ғаилә менән ял итергә урын эҙләп Башҡортостандағы шифаханаларҙың, ял йорттарының сайттарын ҡарап сыҡтыҡ һәм ундағы хаҡтарҙы күреп бер ҙә арымағанды аңланыҡ.

 

***

- Ҡатындың күҙлеген йәшерҙем әле.

- Бәй, күҙлекһеҙ ҡыйын бит, йәлләмәйһеңме ни?

- Йәшермәһәм, миңә ҡыйын булыр ине. Машинаны төрттөрҙөм бит.

***

- Быйыл ял итергә ҡайҙа бараһың?

- Францияға Куршевелгә барырға ине ниәт. Парижға ла һуғылырға уй бар.

- Шәп!

- Бик шәп түгел шул. Францияға индермәйҙәр, виза бирһәләр ҙә аҡса юҡ.

 Куршевель урынына күрше ауылға барам. Ҡәйнәгә. Ҡыйғы районындағы ҡайнаға ла көтә. Париж ауылында йәшәй.

***

- Бушлай ашағың, кейенгең килһә, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға уйың булһа, режим буйынса йәшәргә теләһәң... хәрби комиссариат һеҙҙе көтә.

***

Яңыраҡ пляжға барҙым. Баҡһаң, ауырлы ҡатындарға ҡарағанда ауырлы ирҙәр күберәк икән.

***

Ике әхирәт һөйләшә:

- Мин бер ҡарауҙа ғашиҡ булдым тигән ҡыҙҙарға ышанмайым.

- Нишләп?

- Бер осрашыуҙа ғына егеттең ҡайҙа, күпме аҡса алып эшләүен, фатиры, машинаһы бармы-юҡмы икәнлеген нисек белеп бөтәһең!

***

- Депутат йыл буйы телевизорҙан Европа илдәрен һүкте. Йәй еткәс ғаиләһе менән шундағы илдәр буйлап сәйәхәткә сығып китте. Һөйләгәненең дөрөҫлөгөнә инанырға уйлай, буғай.

***

- Нишләп битлек кейеп йөрөйһөң?

- Коронавирустың яңы төрө сыҡҡан тиҙәр бит!

- Беҙҙең ауылға килеп етмәй ул. Газды, һыуҙы, йүнле юлды инде утыҙ йыл вәғәҙә итәләр – береһен дә күргән юҡ!

***

- Атай, уны атларға өйрәтеп тормайыҡ, -ти алты йәшлек малай имгәкләп йөрөгән ҡустыһына ымлап.

- Бәй, нишләп?

- Ул үҫеп етеүгә бөтә кеше машинала ғына йөрөйәсәк бит!

 

***

- Улым менән киленемдең йортона барып ҡыуанып ҡайтым киләм. Өй таҙа, һәр нәмә урынында, килен хатта бәлештәр, торт бешереп ҡуйған.

- Килгәнеңде алдан әйткәйнеңме әллә?

- Юҡ. Эш шунда – килендең телефоны боҙолған.

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: