-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
18 Июль , 16:00

Балалар көлдөрә!

Хәҙер ауылдағы балалар ҙа башҡортса белмәй бит, шуға тегенән: “А где твоя бабушка?” – тип һорайым. Бала өндәшмәй.

Балалар көлдөрә!
Балалар көлдөрә!

Улымды урамдан өйгә килеп инешләй “Урыҫ телен тышта төкөрөп ҡалдыр”, - тип ишек төбөндә төкөртөп өйрәткәнмен. Йәнәһе, уйын формаһында, балаға аңлайышлыраҡ булһын — өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ. Ул был ғәҙәткә күнегеп киткән, ҡайһы саҡ русса һүҙҙәре сығып киткәндә, “Ах, төкөрөп бөтөлмәгән бит!” - тип йүгереп барып төкөрөп килә. 

Бер көн ҡунаҡтар килгәйне, араһында урыҫтарҙың шундай уҡ ҡыҙы бар. Балалар уйнап китте. Бер аҙ ваҡыттан был ҡыҙҙың әсәһе яныма килде.
— Улығыҙ ҡыҙымды ишек төбөнән үткәрмәй аптырата бит, — ти.
— Бәтәс, улым ни эшләйһең? – тип шелтәләйем.
— Төкөртәм! Тик уның урыссаһы ныҡ күп эсендә, күпме төкөрһә лә бөтмәй ҙә бөтмәй, - тимәһенме .
Ҡунаҡтар ҡайтҡас көлөштөк. Улыма урыҫтың урыҫсаһы ҡоҫһа ла бөтмәйәсәк икәнен аңлаттым.
Зифа Толомбаева, Өфө ҡалаһы.

* * *
Башланғыс мәктәптә уҡыған улымдың класында башҡорт телен уҡыу һәм уҡымау хаҡында бәхәстәр ҡубып тора. Класта башҡортса аңламаған башҡорт балалары бар. Улым ҡайтып шул хаҡта һөйләй.
— Данил “башҡортса уҡымайыҡ” тип әйтә ине, беҙ уны ҡурҡыттыҡ.
— Нимә тип ҡурҡыттығыҙ?
— Башҡортостанда башҡортса уҡығың килмәгәс, һиңә Урыҫстанға күсеп китергә тура килә тип.
— Ҡурҡтымы һуң?
— Эйе. Урыҫстанға барырға беҙҙең аҡсабыҙ юҡ, тине. Шуға башҡортса уҡырмын, тине. 
Әлиә Рафиҡова, Баймаҡ ҡалаһы.

* * *
Үҙем ҡалала йәшәйем. Ауылға туғандарҙы күреп китергә тип ҡайттым. Апайымдарға барһам, өйҙә 7-8 йәштәрҙәге ҡыҙ бала ғына. Ейәнсәре булған икән.
Хәҙер ауылдағы балалар ҙа башҡортса белмәй бит, шуға тегенән: “А где твоя бабушка?” – тип һорайым. Бала өндәшмәй. Урыҫсалап башҡа төрлө һорауҙар бирәм. Аптырағас, “Әллә һин русса белмәйһеңме?” – тип башҡортса һораным.
Шунда ҡыҙыҡайҙың тел асылды: “Беләм, беҙ Магнитогорскиҙа йәшәйбеҙ”, - тей. “Улайһа ниңә яуап бирмәйең һуң?”- тип һорағайным, “Ике башҡортса кеше урыҫса һөйләшергә тейеш түгел”, - тип ауыҙымды яптырҙы ла ҡуйҙы был бала...

Автор:
Читайте нас: