-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
1 Сентябрь 2025, 18:07

Көлгәнгә – көлкө

Матросов 19 йәшендә дошман амбразураһын күкрәге менән ҡаплаған, Пушкин – 37, Бабич – 24 йәшендә һәләк булған. Ә һин Пенсия фонды өсөн ни эшләнең?*** – Диңгеҙгә тип яңы киткәйнең түгелме? Тиҙ ҡайтҡанһың!– Ямғыр туҡтамай яуа, шуға ҡайттыҡ.– Бында ла яуа бит.– Үҙебеҙҙәге ямғыр осһоҙораҡҡа төшә.

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

***

Шарап магазинында оҙон сират.
– Атай, былар кемдәр? – тип һорай бәләкәй малай.
– Йыйын ялҡауҙар, улым, – ти атаһы. – Көмөшкә ҡыуырға иренгән әҙәмдәр былар!
***
Ҡаланан килгән балалар һөйләшә:
– Ауылда иртән беҙҙе әтәс уята.
– Иртәгә уны унынсы яртыға ҡуйығыҙ әле.
***
– Яңы һалым инспекторы ришүәт алмаймы?
– Юҡ! Быға тиклем ул ике йыл буйы мунса директоры булып эшләгән, бер тапҡыр ҙа йыуынмаған!
***
– Доктор, миңә инде 80 йәш, ә үҙем һаман ҡыҙҙар артынан сабам...
– Бик һәйбәт!
– Һәйбәттер ҙә. Тик ни өсөн сабыуымды иҫемә төшөрә алмайым.
***
– Ниңә ҡырынманың?
– Һаҡал үҫтерәм.
– Һаҡалыңды өйөңдә үҫтер, эшкә ҡырынып йөрө.
***
– Беҙҙең хужа һаңғы­рауланған.
– Ике ҡолаҡҡа ламы?
– Юҡ, береһенә генә. Юғарынан әйткәнде ишетә, түбәндән әйткәнде – юҡ.
***
– Бесәйемә Температура тип исем ҡуштым. Хәҙер берәй ергә саҡырһалар, барғым килмәһә: “Бара алмайым, температура менән ятам”, – тим.
***
Июнь айында:
– Әхирәт, шатлығым эсемә һыймай – ейәндәрем каникулға ҡайта!
Августа:
– Әхирәт, шатлығым ҙур – ейәндәремде оҙаттым!
***
Беҙҙең ғаиләлә иртәнге зарядканы ноутбук менән телефондар ғына яһай.
***
– Бөгөн бигерәк бәхетле күрәһең, ҡыуанысың йөҙө­ңә сыҡҡан.
– Күршенең йортон төндә ҡараҡтар талап сыҡҡан.

Автор:
Читайте нас