Ике әбей әхирәттәренә ҡунаҡҡа барған, ти. Уныһының хәтере насар икән. Шуға ул, онотмаҫ өсөн, аш-һыу бүлмәһенең ишек башына "сәй эсергә" тип яҙып ҡуйған. Әхирәттәренә бер тапҡыр сәй эсергәс, яҙыуҙы күреп тағы ла эсерә икән. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланған. Әхирәттәре сәй эсеп, ҡайтырға сыҡҡан. Беренсеһе икенсеһенән:
- Әнисә ни эшләп беҙгә сәй эсермәне икән ул?!
- Атағатаҡ! Беҙ Әнисәлә булдыҡмы ул?
***
Бер ир бала табыу йортона килә. Уның янына шәфҡәт туташы төшә.
– Ҡотлайым! Һеҙҙең малай! 4200 ...
Теге ир янсығынан 4200 һум сығарып:
– Ҡарале, 4200 генә! Зәрә ҡиммәт тә түгел!
***
Профессор аудиторияға һорау "ырғыта":
- Кемегеҙ әйтә: Салауат Юлаевтан да батырыраҡ, Зәки Вәлидиҙән дә зирәгерәк, Мөжәүир хәҙрәттән дә ғәҙелерәк, Аҡмулланан да намыҫлыраҡ, Байыҡ сәсәндән дә үткерерәк – ул кем?
Арттағы рәттән, башҡаларҙан олораҡ күренгән бер ир тауышы:
- Минең бисәнең беренсе ирелер ул!!!