-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
5 Ғинуар , 13:10

КӨЛГӘНГӘ – КӨЛКӨ

Оло йәштәге уҡытыусы ҡатын автобусҡа инә. Бер малай урынынан тора.– Торма, – ти уҡытыусы уға.Был хәл бер нисә мәр­тә­бә ҡабатлана. Ниһайәт, малай һорай:– Миңә ҡасан торорға һуң? Дүрт туҡталышты үткәреп ебәрҙем бит инде... *** Төнгө сәғәт өстә күр­шем ишекте шаҡыны. Ҡурҡыуымдан ҡулымда­ғы перфораторҙы саҡ төшөрөп ебәрмәнем... *** – Нәҡиәне мөмкинме?– Ул бала табыу йортонда.– Ә ни булды?

КӨЛГӘНГӘ – КӨЛКӨ
КӨЛГӘНГӘ – КӨЛКӨ

***

Бер ир урамда һулҡыл­дап илаусы әбейҙе осрата.
– Әбей, ниңә илайһың, әллә берәйһе рәнйет­теме?
– Улым, янсығым менән аҡсамды урланылар...
– Аҡсаң күпмерәк ине һуң?
– Күп, улым, илле һум.
– Бына һиңә, әбей, илле һум, илама!
– Улым, бәлки, янсы­ғым­ды ла бирерһең, ә?!
***
Ауылыбыҙҙа 89 йәшлек әбей йәшәй. Уға икмәк, һөт, ҡайһы берҙә сәкүшкә һатып алам.
– Һин үлгәс, яңғыҙым тороп ҡалырмын инде, – ти ул.
***
Айгөл тыуған көнөндә мәктәпкә кәнфитте бик күп итеп алып килә, ҡалған балалар, ғәҙәттә, класташтарына берәр генә кәнфит тарата. Сөн­ки уның атаһы стоматолог булып эшләй.
***
Ир менән ҡатын кис кө­нө кухняла һөйләшеп ултыра.
– Беҙҙең күрше бик аҡыллы кеше икән.
– Ниңә уйлай тип уй­лайһың?
– Улыбыҙҙың тыуған көнөнә барабан бүләк иткәс: “Уның эсендә нимә барлығын белә­һеңме?” – тип һорарға уның ғына башы етте.

***
Мин бала саҡта археология менән шөғөлләнер­гә ярата торғайным, ә әсәйем уны картуф ҡаҙыу тип атаны...
***
Мин һәр ваҡыт кәңәш­тәремә ҡолаҡ һалыусы­лар­ҙың хаталарында өй­рәнәм.
***
Домофондан ҡурҡытыу бик еңел. Тотаһың да теләһә ҡайһы фатирға шылтыратаһың:
– Ишекте асығыҙ!
– Асмайым.
– Ә мин һинең ҡайҙа йәшәгәнеңде беләм.
***
Бер ир бар көсөнә ҡулдарын һелтәй-һелтәй урамдан атлай. Икенсеһе янына килеп һорай:
– Ниңә ҡулдарыңды һелтәйһең?
– Ҡамасаулама! Кроко­дилдарҙы ҡыуам.
– Бында бер ниндәй крокодилдар юҡ та баһа!
– Шуға күрә юҡтар ҙа!
***
Бөгөн миңә кемдер, һин ата ялҡау, тине. Ә мин уға телемде әйләндереп, саҡ яуап бирмәнем...
***
– Официанттар тәрил­кәлә ҡалған аҙыҡты ашап бөтөрәме? Ит киҫәктәре, йәшелсә, гарнир шунда...
– Юҡ, улар беҙгә килтергәнсе ашай. Ә беҙ уларҙан ҡалғанын ашап бөтөрәбеҙ.
***
Маҡтаныу – насар, меҫкенләнеү – насар, дөрөҫтө һөйләү – насар. Тимәк, телде күрһәтергә генә ҡала.
***
Беҙҙең йортта ғашиҡ­тарға май шәме яҡты­һында тамаҡ туйҙырырға, балаларҙы компьютерҙан айырырға, уларҙың ата-әсәләрен телевизорҙан сериалдар ҡарауҙан мәх­рүм итергә электрик Шәмсетдиновтың бер техник хатаһы етте...

Автор:
Читайте нас