– Яһауҙы ҡуянға ғына алған булғайным. Эргәбеҙгә генә ҙур айыу килде лә сыҡты. Беҙ Аҡтырнаҡ менән таштар араһына йәшендек.
– Шунан, шунан? – тип ҡыҙыҡһына ҡатыны.
– Шунан нимә булһын, – ти аусы, – боҫоп ята инем, арттан ҡулбашыма ауыр тәпәй ятты. Аҡрын ғына боролоп ҡараһам, Аҡтырнаҡ ике тәпәйен дә елкәмә һалған. Күреп торам Аҡтырнаҡ икәнлеген, ләкин туҡтай алмайым.
“ҺӘНӘК”