+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
11 Июнь 2022, 14:00

Тиреҫ аҫтында

Сусҡа фермаһында йәш кенә тракторсы егет һаҡһыҙ ҡыланып бер арба тиреҫте ауҙара. Ул ни эшләргә тиреҫте ауҙара. Ул ни эшләргә белмәй тегеләй-былай йүгерә.

Тиреҫ аҫтында
Тиреҫ аҫтында

– Юҡ өсөн көйәләнмә, – ти уға зоотехник, – әйҙә, башта көй­рәтеп алайыҡ, шунан берәй нәмә уйларбыҙ.
– Ваҡытым юҡ, – ти егет, – Хәлиулла ағай асыуланыр.
– Тапҡанһың ҡайғырыр нәмә! – Зоотехник егеткә тәмәке тоттора.
Тарталар.
– Арбаны торғоҙғансы ярты көн маташырға тура киләсәк, – ти зоотехник. – Әйҙә башта ашап киләйек, юҡһа, был тиреҫ арҡаһында ас ҡалырбыҙ.
– Булмай, ашығырға кәрәк, Хәлиулла ағай асыуланыр, – тип мыжый егет.
Ашарға ултырғас, зоотехник көмөшкә сығара:
– Әйҙә, берәрҙе ебәрәйек.
– Миңә ярамай, Хәлиулла ағай белеп ҡалһа, үлтерер.
– Үлтермәҫ, көн оҙон, өлгө­рөрһөң әле.
Тағы ла тотоп ҡуялар.
– Һыра ла булһа икән?..
– Ярай, мин китәм, Хәлиулла ағайҙан ҡурҡам.
– Хәлиулла ағай ҙа Хәлиулла ағай… Ҡайҙа һуң ул?
– Фермала, тиреҫ аҫтында…

Бысраҡ кер

Ғаилә яңы йортҡа күсенә. Ҡатын иртән тәҙрәнән ҡараһа, күршеһенең кер элгәнен күреп ҡала.
– Ҡара әле, керҙәре шундай бысраҡ, – ти ул иренә.
Ир иғтибар итмәй, гәзит уҡыуын дауам итә.
– Һабыны насармы икән ни? Әллә кер йыуа белмәйме? Өйрәтергә кәрәк булыр.
Күршеһе кер элгән һайын, ҡатын уның бысраҡ булыуына ғәжәпләнә. Көндәрҙән бер көндө тәҙрәнән ҡарағас, ул ҡысҡырып ебәрә:
– О! Бөгөн уның кере таҙа! Йыуырға өйрәндеме икән ни?
– Юҡ, – ти ире, – иртәрәк то­роп тәҙрәне йыуғайным.
Ф. МӘҒӘСҮМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: