+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
3 Октябрь 2022, 09:57

«Тумылтҡа түгел, ә дятел»

Шулай гәпләшә торғас, урмансыларҙың береһе, бәләкәйҙән «р» хәрефен әйтергә өйрәнә алмаған Фәррәх исемлеһе, ағастар араһынан туҡ та туҡ килгән тауышҡа ҡолаҡ һалып, байтаҡ ҡына ултырҙы ла, телгә килде:   – Тумылтҡа туҡылдай.   Ауылдашының һәр һүҙенән мәҙәк табып, көлкөгә борорға ғына торған бажа эләктереп тә алды.

«Тумылтҡа түгел, ә дятел»
«Тумылтҡа түгел, ә дятел»
Биш-алты уҙаман менән урман аҡланында тәмәке быҫҡытабыҙ. Ҡыҙылъяр ауылында урмансы булып эшләгән Ғәндәлип бажа менән диләнкә ҡырҡҡан ир-аттың эшен тикшерергә килгәйек. Мин көйрәтмәһәм дә, тегеләрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып ултырам, урыҡ-һурыҡ һорауҙарына ла яуап биргеләйем.
 
Шулай гәпләшә торғас, урмансыларҙың береһе, бәләкәйҙән «р» хәрефен әйтергә өйрәнә алмаған Фәррәх исемлеһе, ағастар араһынан туҡ та туҡ килгән тауышҡа ҡолаҡ һалып, байтаҡ ҡына ултырҙы ла, телгә килде:
 
– Тумылтҡа туҡылдай.
 
Ауылдашының һәр һүҙенән мәҙәк табып, көлкөгә борорға ғына торған бажа эләктереп тә алды.
 
– Ниндәй тумылтҡа булһын ул, ҡоштарҙы айырмайһыңмы әллә? Дятел бит ул.
 
– Бәй, ысынлап та, дятел икән дә, ә мин тумылтҡа тип толам. Ҡайһылай тауышталы оҡшаш.
 
Фәррәхтең был һүҙҙәренән һуң ирҙәр, тәмәке төтөнөнә быуылып, эстәрен тотоп, тыйыла алмай ергә ҡоланы.
 
Баҡтиһәң, Фәррәх «р» хәрефен дә әйтә белмәй, урыҫса ла икмәк-тоҙлоҡ ҡына һупалай икән.
 
 
 
Рахман ЯҠУТҒӘЛИЕВ.
Автор:
Читайте нас: