+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
12 Октябрь 2022, 09:56

Балаларҙың ҡыҙыҡтары: телдәр сабый (тормош күренештәре)

Икәүләп үҙебеҙҙең биләмәне ҡарап йөрөйбөҙ. Әйтерһең дә, ҡарт арыҫлан менән сабыйы яландарын күҙҙән үткәрә. Һәр хәлдә, минең күңел шулай шатлана. Ана әсәһе йөрөп ята.  – Әсәйгә ҡысҡыр!  – Әдә!  Әсәһе тауыш бирә:  – Әү! – Әдә! – малай йәнә үҙенең сағыу тауышы менән маҡтанғандай итә.  – Ҡайҙа минең ынйыҡайым? – тием улыма, һаман да быға тиклем бер тапҡыр ҙа һүҙ ҡуҙғатмаған темаға һорау бирәм, йәнәһе. 

Балаларҙың ҡыҙыҡтары: телдәр сабый (тормош күренештәре)
Балаларҙың ҡыҙыҡтары: телдәр сабый (тормош күренештәре)

Бәләкәсебеҙ, өҫтәл аҫтынан йүгереп йөрөгән улыбыҙ, һәр нәмәгә үҙенең үҙенсәлекле фекерен белдерергә, һорауҙарға тулы, аныҡ итеп яуапларға әүәҫ, хатта, урын-еренә тура килтереп, көлөп тә ебәрә әле ул.  

Мәҫәлән, мин, атаһы, бит-ҡул сайырға тип, йыуынғыс бүлмәһенә индем. Артыма әйләнһәм, уйынсығын ҡосаҡлап, улыбыҙ тора. Ҡараштарыбыҙ осрашҡайны, ул күҙҙәрен шаян уйнатып, һирәк, ваҡ ҡына бер нисә бөртөк тешен күрһәтеп көлөп ҡуйҙы. Көлөүе шунан, мине арбарға теләй. Унда тороуын күрһәм, мин, ғәҙәттә, төпкө бүлмәгә үтеүен талап итәм. Иркенлектә йөрөһә һәйбәт бит инде. Ә бында торһа ул берәй ялтырауыҡ нәмәгә тотона, аяҡ араһында бутала. Был юлы ҡыҙыҡ өсөн генә, бер тапҡыр ҙа һорамаған, ул турала белеүен күҙ алдыма килтермәгән нәмә тураһында һорай ҡуйҙым: 

– Атайҙың таҫтамалы ҡайҙа?
– Ы! – тине был, минең һөртөнгөскә төртөп күрһәтеп. 
– Маладис! – тинем ҡыуанып.

– Һи-һи! – Ул тағын ихлас көлөп алды. 
Һөртөнгәс, улыма эйелеп, ҡулымды һондом: 

– Һаумы! 
Ул тәтәйен һул ҡулына күсерҙе, кәүҙәһенә ҡуша һығып ҡосаҡланы ла уң ҡулын миңә һондо: 

– Ы! – Үҙе ат менгәндәй ҡыуана! 
– Әйҙә, һоп-па итәйек! – күтәрергә тип, ҡултығы аҫтынан тоттом. 

Ул уйынсығын киҙәнеп ташланы ла, аяғы менән этенде, тәнен кереш һымаҡ итеп тартылдырҙы: 

– Ы!

Икәүләп үҙебеҙҙең биләмәне ҡарап йөрөйбөҙ. Әйтерһең дә, ҡарт арыҫлан менән сабыйы яландарын күҙҙән үткәрә. Һәр хәлдә, минең күңел шулай шатлана. Ана әсәһе йөрөп ята. 

– Әсәйгә ҡысҡыр! 

– Әдә! 

Әсәһе тауыш бирә: 

– Әү!

– Әдә! – малай йәнә үҙенең сағыу тауышы менән маҡтанғандай итә. 

– Ҡайҙа минең ынйыҡайым? – тием улыма, һаман да быға тиклем бер тапҡыр ҙа һүҙ ҡуҙғатмаған темаға һорау бирәм, йәнәһе. 
– Ы... – тип бер яҡҡа бармаҡ төртә егет, минең бер ҡулымда ултырған килеш донъяһын айҡап һәм иғтибарлылығы менән тағы ла атаһын ғәжәпләндереп.  
Был һүҙҙе ишеткән ҡыҙыбыҙ, дәресен әҙерләүҙән бер генә миҙгелгә әүрәп, беҙгә ҡарай һәм: 

– Һаумыһығыҙ! – ти. 

Ҡустыһы, һәр саҡтағыса, һүҙ артынан кеҫәһенә төшөп тормай, йылмайып, шунда уҡ яуап-сәләм оҙата! 

– Ы!..

Шундай телдәр, телгә әүәҫ сабыйыбыҙ бар. 

Илгиз ИШБУЛАТОВ

 

Һүрәт: <a href="https://ru.freepik.com/free-vector/_18321841.htm#page=3&query=%D0%BE%D1%82%D0%B5%D1%86%20%D0%B8%20%D1%81%D1%8B%D0%BD&position=35&from_view=search&track=sph">Изображение от brgfx</a> на Freepik

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: