+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
19 Октябрь 2022, 15:24

“Башкир, башкир, на, калач!”

Был хәл 1930−1935 йылдарҙа булған. Йолалы руднигының локомобиленә яҡындағы урмандан утын ташығандар. Бер ваҡыт ике егет − башҡорт һәм урыҫ ике ылауға утын тейәп, ҡайтырға сыҡҡан. Бара торғас, бер тау үренә килеп еткәндәр. Башҡорт егетенең аты тау үренә йөктө һөйрәй алмай икән. Шуға аптырап, урыҫтан ярҙам һораған.

“Башкир, башкир, на, калач!”
“Башкир, башкир, на, калач!”

Тоҡсай тарихы

Бер ауылдан Тимерхан менән Миңлехан Сибай ҡалаһына эшкә барған.Үҙҙәре менән, тоҡсайға һалып, бер таба икмәге алғандар. Бер урыҫтарға туҡтап, өйгә ингәндәр. Урыҫ өйҙә булмаған. Ҡатыны башҡорт икән. ”Беҙ эшкә килдек, ошо тоҡсайҙы элеп китәйек, эштән ҡайтҡас, ашап алырбыҙ”, – тип, тоҡсайҙарын мөйөштәге сөйгә элеп киткәндәр.
Тимерхан менән Миңлехан, эштән арып-талып, баяғы өйгә ҡайтып инһәләр, ҙур һаҡаллы, ҡыҙыл йөҙлө, айыу кеүек бер урыҫ өҫтәл артында таба икмәге ашап ултыра, ти. Ә ҡатыны ҡайҙалыр сығып киткән булған. Мөйөштө ҡараһалар, тоҡсай юҡ. Нимә тип һорарға русса белмәй­ҙәр бит инде. Етмәһә, урыҫ та бик ҡурҡыныс. Шунан Тимерхан Миңлеханға:
– Һин ”ски”,”мски” тип ҡушып, бер аҙ һупалайһың түгелме? Һора әле, – тигән. Миңлехан:
– Вот ошо мөйөшкә тоҡсайҙы ҡуйғанский, килһәм – юғыски, – ти икән. Урыҫ, аптырап, ашанып тик ултыра. Миңлехан тағы ҡабатлай:
– Вот ошо мөйөшкә тоҡсайҙы ҡуйғански – килһәм, юғыски.
Шул ваҡыт урыҫтың ҡатыны килеп ингән. Был икәү тоҡсайҙарын һорай.
– Куда дел их мешок? – тип, ҡатын бабайын әрләй башлаған. Ә урыҫ:
– На, туксаиски! – тип, буш тоҡсайҙы ҡатынына ташлап ебәргән.

“ Эт”тең “сабакы” булмағаны

Был хәл 1930−1935 йылдарҙа булған. Йолалы руднигының локомобиленә яҡындағы урмандан утын ташығандар. Бер ваҡыт ике егет − башҡорт һәм урыҫ ике ылауға утын тейәп, ҡайтырға сыҡҡан. Бара торғас, бер тау үренә килеп еткәндәр. Башҡорт егетенең аты тау үренә йөктө һөйрәй алмай икән. Шуға аптырап, урыҫтан ярҙам һораған. Тегене еңенән тартып:
– Ты немного сабакы, – ти икән. Урыҫ, йәне көйөп:
– Ты сам собака! – ти. Шунан башҡорт:
– Айда, ты немного сабакы! – тип, арбаның артынан этеп күрһәтә икән. Урыҫ тегенең нимә әйтергә теләгәнен бер аҙ аңлаған һәм улар, арбаны этә-этә, тауға менеп еткәнсе, икәүләп “сабакы” ла “сабакы” тип ҡабатлап барған.

“Башкир, башкир,
на, калач!”

Башҡорттар элек-электән урыҫтар менан аралашып йәшәгән, һатыу иткән. Манһыр ауылы башҡорттары бик оҫта һунарсы ине. Бүре, төлкө, ҡуян, шәшке, бүтән кейек тиреләрен тиреләй, йә булмаһа, уларҙан тундар тегеп, Орскиға, Ырымбурға алып барып һатҡандар. Ә урыҫтар беҙҙең яҡтарға иген алып килеп һатҡан, башҡа әйбергә алмаш­тыр­ған. Аттары өсөн үҙҙәре менән бесән тейәп алып йөрөгәндәр.
Бер ваҡыт Ырымбур юлында ике ылау, урыҫ һәм башҡорт ылауы, осраша. Ҡышҡы ҡарлы юлдар тар ғына. Нисек үтергә? Ҡар бик тәрән. Ҡыҙыу холоҡло, мыҡты кәүҙәле, кәрәк саҡта атты бер үҙе тотоп һуйған Ғәлиәхмәт сананан санаға һикереп, аттарҙы этә-төртөп алға бара. Шул саҡ ҡаршы яҡ ылауҙың иң артҡы санаһындағы Петр ҡарт, эш хөртәйеп китер тип, тоғонан ҡалас сығара ла: “Башкир, башкир, на, калач!” – тип әйтеп һала. Әлбиттә, юлаусылар ҡалас күргәс тыныслана һәм дуҫтарса ғына юл бирешә.

Автор:
Читайте нас: