+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
25 Октябрь 2022, 12:12

Ҡайҙа яҡшы?

– Ысынлап та, беҙ кемдән кәм? – тип йөпләп тә алды Байрас. – Бына, һин мәктәптә минән ҡайтышыраҡ уҡый инең. Все тәки ҡалала һин дә мин йәшәп ятаһың.

Ҡайҙа яҡшы?
Ҡайҙа яҡшы?
Ауылда Байрас исемле дуҫым йәшәй минең. Мәктәптән һуң, ун бер класс белем менән бында мал тиҙәгенә ҡатып, һаҫып йөрөйһөм юҡ, тип ҡырға сығып киткәйне лә дөмбөрө батмай кире әйләнеп ҡайтты.
Ауылға ҡайтҡан һайын класташыма һуғылмай китмәйем. Был юлы ла мине күреү шатлығынан илап ебәрә яҙҙы.
– Әлдә килдең әле, һинең менән һөйләшеп ултырһаң, йәшәге килеп китә. Әтеү бында йүнле әҙәм бармы?! Бар белгәндәре ҡош-ҡорт та мал-тыуар, – тип һөйләп алып китте ул.
Дуҫым тағы ла шул уҡ һүҙҙәрен теҙә башланы.
– Шунан Өфөлә ниндәй яңылыҡтар бар? Эй, ҡалала һеҙгә рәхәт инде. Ял көндәрендә туйғансы йоҡлайһығыҙ. Бында ял итеү түгел, күктәге ҡояшҡа ҡарар форсат юҡ.
Түрҙә ҡамыр баҫып йөрөгән ҡатыны ла ҡулдарын һелтәй-һелтәй тәтелдәп килеп сыҡты.
– Ҡуй инде, ҡуй. Нимә тип был ауылға ҡайттыҡ икән? Көнө буйы һөйрәлеп урамдан ингән юҡ. Өс баш сусҡа, өс һыйыр, өс башмаҡ, өс быҙау. Таң һарыһынан төрлөһө төрлө яҡтан һөрәнләй башлай. Саҡ ҡына ашатмаһаң, үҙеңде һоғонорҙар, тәүбә-ыстағафурулла. Шул оңҡоттар тип сабауыллап йөрөп үҙеңә ашарға кәрәклеген дә онотаһың. Һин рәхәтләнеп асфальттан ғына йөрөп ятаһың. Концерттарға бараһығыҙ. Ямғыры ла, ҡары ла үтмәй. Шуға әле лә малайҙар һымаҡ йәш күренәһең. Ана, класташыңа ҡара ла, һиңә ҡара. Ул торғаны бабай инде, бабай. Уның кеүек эшләп ҡара әле...
Йәл булып китте дуҫтарым. Әйҙә һеҙ ҙә ҡалаға күсегеҙ, бында кәм-хур булып ятҡансы, тип уйынлы-ысынлы әйтеүем булды, ҡабынды ла киттеләр.
– Ысынлап та, беҙ кемдән кәм? – тип йөпләп тә алды Байрас. – Бына, һин мәктәптә минән ҡайтышыраҡ уҡый инең. Все тәки ҡалала һин дә мин йәшәп ятаһың.
Бер аҙна тигәндә дуҫтарым гөрләп торған баш ҡалаға килеп төпләнеүҙәренә сикһеҙ шат ине. Тиҙҙән үҙҙәрен концертҡа алып барырға булдым. Күңелдәре булыр, йәнәһе.
– Уй, дуҫ концерт ҡайғыһымы?! Иртәгә бит беренсе сменаға эшкә. Алтынан торорға кәрәк, – тине Байрас мине тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән. – Ул һиңә генә рәхәт. Ручканан ауыр нәмә күтәрмәйһең тигәндәй. Унынсы китеүгә генә эшең башлана.
Ваҡыт тигән нимә тиҙ үтә. Яңы фатирға күсеүебеҙгә лә йылдан ашыу ғүмер уҙған. Ҡатынға, йәйге матур көндәрҙә әллә өйҙө "йыуып" алабыҙмы, тигәйнем шатланып риза булды.
– Ҡайһылай шәп булыр ине, туған-тыумаса, дуҫ-иштәр менән бер гөрләшеп ултырырбыҙ.
Әлбиттә, бындай мәжлестән Байрастың ғаиләһен ҡалдырыу юҡ. Ауылда йәшәгәндә үк беҙҙә бер ҡунаҡ булырға хыяллана торғайнылар.
– Барып булмаҫ ахырыһы, – тине дуҫым, ауыр уфтанып.
– Берәй эш килеп сыҡтымы әллә?
– Эш түгел дә, кеҫә яғы таҡыр бит әле. Кисә ике ҡыҙыҡайға балалар баҡсаһына, дөйөм ятаҡҡа түләгәйнек, аҡса бөттө лә ҡуйҙы. Икмәклек тә аҡса ҡалманы...
Бер көндө телефон шылтыраны. Трубканы алһам, Байрас.
– Йәһәт кенә беҙгә килә әле.
– Бәй, ниңә улай ут ҡапҡандай ҡыланаһың? Берәй нимә булдымы әллә?
– Ярай, килгәс, күрерһең.
Әй, иҫәүән, онота яҙғанмын, иртәгәме-бөгөнмө дуҫымдың тыуған көнө бит әле. Шифоньерҙан өр-яңы күлдәгемде алдым да саптым. Һуңлап ҡуймайым. Инде подъездарына еттем тигәндә, телевизорын ҡосаҡлап дуҫым килеп сыҡмаһынмы! Һаулыҡ һорашыр-һорашмаҫтан ул үҙенекен теҙә башланы.
– Ҡуй, был ҡаланы мәңге күрмәһәм дә бәхил. Ауылға етмәй икән ул. Аҙым һайын аҡсаны һуралар ғына. Хатта туалетҡа барыу өсөн дә аҡса кәрәк икән. Дөйөм ятаҡтағы бәләкәс кенә бүлмәгә лә ҡайырып аҡса алалар. Балалар баҡсаһына барып инеү менән тегенеһе кәрәк, быныһы кәрәк тип быуынға төшәләр. Как будты аҡсаны япраҡ һымаҡ яуа тип уйлайҙар. Лутсы ауылда ғына торам. Был ҡалала йәшәгән һин йәшә.
Дуҫымдың был һүҙҙәренән саҡ көлөп ебәрмәнем. Нимәлер әйтергә теләһәм дә, әйтерҙәй йәтеш кенә һүҙ таба алманым...
Автор:
Читайте нас: