+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
26 Октябрь 2022, 15:38

Портфель бәләһе

– Ниш-шиш-ләп урлайым, ти. Үҙемдеке! – тип әйтә алды. - Күрәләтә кемде алдарға уйлаһың һин, ана, күҙҙәрең һөйләп тора. –Давай чегын күрһәт! –Сиртһәң, битенән ҡаны атылырҙай тулы, ҡыҙарып бешкән помидор кеүек битлеһенең тауышы зәһәр яңғыраны.

Портфель бәләһе
Портфель бәләһе
Рәфис бөгөн эштән иртәрәк һыҙҙы. Ҡатыны:
– Йәнекәйем, ҡыҙҙарҙы балалар баҡсаһынан һин алырһың инде, бөгөн беҙҙә йыйылыш була, – тигәйне. Әлегә автобус-маҙар күренмәгәс, хәжәте булмаһа ла, ул ҡулындағы портфелен шартлатып бер асты, бер япты, унан, эсендәге әйберҙәрен барлаған булды. Кисә тыуған көнөнә ҡатыны бүләк иткәйне уны. Яҙыу-һыҙыу эше менән булашҡан кеше өсөн бигерәк йәтеш шул. Кәрәк ваҡытта ҡып итеп кенә бер яртыһын да тығып була.Ҡалай белеп алған! Ир шулай уйлап өлгөрмәне, эргәһенә генә өҫтөнә менерҙәй булып үкереп килеп машина туҡтаны. Шыж-ж-ж-ж-т! Рәфис артҡа тайшанып ҡуйҙы. Моғайын, былар бандит-фәләндәрҙең ҡойроғона баҫҡандыр. Хәҙер бит шундайҙар менән донъя тулған. Унан ир милиционерҙарҙы йәлләп ҡуйҙы. Эштәре бигерәк хәүефле шул. Илдә тәртип булдырам тип сабыулап йөрөгәндә үҙҙәрен харап итеүҙәре лә бар. Рәфис алан-йолан тирә-яғына ҡаранды. Әҙәм ишараты күренмәйсе. Ул арала ике милиционер тейен тиҙлегендә йылп итеп уның ҡаршыһына килеп тә баҫты. Үҙҙәре йәш кенә булһа ла, ҡараштары уҫал.
-Гражданин, был портфелде ҡайҙан сәлдерҙең? –Уларҙың тәүге һорауы шул булды.

Ир ғәжәпләнеүҙән бер килке баҙап ҡалды. Унан телен көскә әйләндереп:

– Ниш-шиш-ләп урлайым, ти. Үҙемдеке! – тип әйтә алды.
- Күрәләтә кемде алдарға уйлаһың һин, ана, күҙҙәрең һөйләп тора. –Давай чегын күрһәт! –Сиртһәң, битенән ҡаны атылырҙай тулы, ҡыҙарып бешкән помидор кеүек битлеһенең тауышы зәһәр яңғыраны.
- Әллә ҡасан алған нәмәнең чегы ҡайҙан алайым!
Тәртип һаҡсыларының төпөшөрәге, бушлаты бөгәренән төшөп торғаны, бигерәк тә ҡыйыу икән, осоп-ҡунып бара:
- Әле һин шулаймы әле, ҡоротҡос,!– тип, ауыҙын мыҫҡыллы ҡыйшайтып, үҙенән ике башҡа оҙон Рәфистең танауы осонда таяғын бейетте. –Ошоноң менән берҙе ямаһам, бер ҡайҙа ла бармаҫһың, әйтерһең! – Әйҙә, үҙең менән махсус урынға барып һөйләшмәйсә булмаҫ. –Милиционерҙар ирҙе икеһе ике яҡ иңенән тотоп, машинаға елтерәтте.
- Егеттәр, миңә балалар баҡсаһынан ҡыҙҙарымды алырға кәрәк. –Рәфисте улар ишетергә лә теләмәне.
- Сәбәләнмә, атлауыңды бел.
Рәфис:
- Әтеүһә ҡатынға ғына хәбәр итәйем, – тип кеҫәһенә тығылыуға баяғы төпөшө уның телефонын үҙе үк эләктерә һалып, һүндереп тә ҡуйҙы.
- Никакой һөйләшеү! Һеҙҙең кеүектәрҙе күпте күргән! Таныш-тоноштарығыҙ арҡаһында тиҙ генә ҡотолмаҡсы булаһыңмы? Не выйдет! Урылар үҙ язаһын алырға тейеш...
Милиция бүлегенә тиҙ килеп еттеләр. Унда йәнә һорау алыуҙар башланды.
- Һин бит эскәнһең, ана, күҙҙәрең ҡып-ҡыҙыл. А ну- ка, өр әле!
– Юҡ, егеттәр, бер тамсы ла эсмәнем.
- Документтарыңды күрһәт!
Ир эш урынында бирелгән танытмаһын сығарып һоноуға, милиционерҙар ижекләп тигәндәй алмаш-тилмәш ундағы яҙыуҙы уҡый башланы.
- Юҡ, был бер ниндәй ҙә документ түгел. Кәрәк икән, мин бындай ҡатырға ишаратын бынаулай эшләтеп алам. –Баяғы төпөшө баш бармағы менән муйынын һыҙып күрһәтте. –Паспортыңды сығар!
Ир йәнә кеҫәләрен, портфелен ҡабат-ҡабат ҡапшаны. Әмәлгә ҡалғандай паспорты өйҙә ҡалғайны шул.
- Күрһәтергә теләмәйһең инде. Ысын йөҙөң асылыр тип шөрләйһең иңде. Ничего-о-о, беҙ үҙебеҙ ҙә табырбыҙ. – Таҙа кәүҙәлеһе Рәфистең барлыҡ кеҫәләрен тентене. Унан портфелен асып, барлыҡ ҡағыҙҙарҙы өҫтәлгә һелкте.
- Паспортың ғына түгел, һинең пропискаң да юҡтыр әле. Мужыт һин эҙ яҙлыҡтырыу өсөн әллә ҡайҙан ҡасып килгән бандиттыр. Бер ҙә беҙҙең халыҡҡа тартмағанһың. Хәҙер һине табабыҙ. –Төпөшө компьютерға текәлде.
- Фамилияң, исемең, йәшәгән урының, ҡайҙа эшләйһең?
...Рәфис ҡайтанан туҡталышҡа ыңғайлағанда төн уртаһы яҡынлашҡайны. Был юлы ул яңы портфеленә түгел, тәртип һаҡсылары ҡулынан имен-аман ҡотолғанына ҡыуана ине.
Автор:
Читайте нас: