Яңыраҡ осрашып йөрөгән ҡыҙым менән ташлашҡайныҡ. Башлыҡ аҫтындағы башымдан уйҙар йүгерешә: “Бирәйем тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, ти. Ҡалай һәйбәт булды әле! Ҡармаҡ һалып ҡарарға кәрәк, бәлки, сиртер?..”. Ҡолаҡсынды һалып, ҡыҙыҡһынам:
– Ни кәрәк?
– Һинең менән танышҡым килә, – ти керпектәрен түбән төшөрөп.
Белмәйем, ни өсөн былай тип әйткәнмендер, ләкин әйттем:
– Былай дөрөҫ түгел, егеттәр ҡыҙҙар менән танышырға тейеш. Әйҙә, һин ишек янына бар, шунда танышырбыҙ.
Ҡыҙ тыңланы, миңә йылмайҙы ла ҡушылған ергә атланы. “Барыһы ла мин уйлағанса!” – ҡыуанысым эсемә һыймай. Музыканы һүндерҙем, ҡулымдан килгәнсә йылмайырға тырышам. Янына барҙым да көр тауыш менән һораным:
– Һинең менән танышырға мөмкинме?
Ҡыҙ миңә шикле-һауалы ҡараш ташланы:
– Мин автобуста танышмайым.
Шунан башын юғары күтәреп автобустан төшөп ҡалды.
Бынан һуң аңла һин уларҙы!
Д. БУРАНБАЕВ.
Яратҡан һатыусым
Минең, әйткәндәй, яратҡан һатыусым барлыҡҡа килде. Эремсек, йогурт һәм шоколад алдым да касса янында баҫып торам. Һатыусы эремсек менән йогуртты иҫәпләне, эремсеккә күрһәтеп, һораны:
– Ябығаһыңмы?
– Шулайыраҡ.
Ул шоколадты алды ла өҫтәл аҫтына тыҡты.
– Улайһа, быныһын иҫәпләмәйем.
Барыбер бирмәне. Әле эремсек менән йогурт ашап ултырам. Әллә һатыусыға рәхмәт хаты яҙырға инде?..
О. МУЛЛАБАЕВА.
Мин дә барам!
Бөгөн әсәйемә шылтыраттым. Уға 84 йәш, яңғыҙы йәшәй, барыһын да үҙе эшләй, бер кемгә лә ауырлығын һалмай.
– Әсәй, һаумы, хәлең нисек?
– Ай, улым, шул ҡәҙәр ныҡ сирләйем... Аяҡтар... Ҡулдар... Ҡан баҫымы... Йөрөй алмайым... Астма интектерә...
– Улайһа, өйҙә генә ултыр. Беҙ хәҙер ейәнең Ибраһим менән магазинға барабыҙ ҙа тәбиғәт ҡосағына ял итергә китәбеҙ, ҡайтышлай һиңә инербеҙ. Ни алырға?
– Улым, беләһеңме, хәҙер бер ерем дә ауыртмай. Мин дә һеҙҙең менән барам!
Д. ИЛҺАМОВ.
Кокос
Бөгөн апайымдың әхирәте нисек кейәүгә сыҡҡанын белдем.
Уның кокос ашағыһы килә. Һатып ала, өйөнә алып ҡайта, асмаҡсы була. Бер сәғәт маташа, ике, бер ни ҙә килтереп сығара алмай. Ул бишенсе ҡатта йәшәй, аҫта – асфальтлы парковка. Ватылһын өсөн кокосты шунда ырғытырға уйлай. Ҡараңғы төшкәнен көтә, урамда бер кем дә булмаясаҡ. Парковкаға ут үткәрелгән. Ҡағыҙға: “Кокосты ашамаҫҡа!” – тип яҙа ла, аҫҡа төшөп, уны асфальтҡа һала. Кире менгәс, кокосты бар көсөнә тәҙрәнән ырғыта. Яңынан тышҡа сыҡһа, асфальтта ҡағыҙ янында бер егет ултыра. Шаңҡыған, әммә үҙ аңында. Ә ҡулында кокос. Ватылмаған. Ҡыҙ “Ашығыс ярҙам”ға шылтырата, егет менән дауаханаға бара. Шунда танышалар ҙа.
Ирҙең һүҙҙәренән: “Өйгә ҡайтып барам, бер кемгә лә теймәйем. Асфальтта яҙыу күреп ҡалдым, уҡыйым: “Кокосты ашамаҫҡа!” Туҡтап, тирә-яғыма ҡарандым. Бер кем дә юҡ. Бер минут үттеме-юҡмы, юғарынан һыҙғырыу ишетелде. Артабан бер ни ҙә хәтерләмәйем. Аңыма килгәндә өйләнгәйнем инде”.
Ә кокос әле лә уларҙың сервантында тора. Ватылмаған килеш.
Б. СӘЛМӘНОВА.
Университет анализдары
Уҡытыусы миңә Мәжит Ғафури әҫәрҙәренә анализ яһарға ҡушты. Һуҙҙым да һуҙҙым. Бер көн ҡалғас ҡына өҫтәл артына ултырҙым. Төнө буйы яҙҙым, йоҡламаным. Иртән кафедра ишеген шаҡыным. Ишекте астым, индем. “Мәрйәм Вилдановна, мин анализдар алып килдем”, – тинем. Уҡытыусы тыйыла алмай көлөргә тотондо. “Был һиңә поликлиника түгел!” – ти. Уның һүҙҙәренән һуң тотош кафедра иһаһайланы. Мин анализдарҙы өҫтәлгә ҡуйҙым да сығып киттем. Иртәгәһен зачет алғанымды белдем.
Б. ЛОТФУЛЛИН.
Фото: funik.ru