+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
4 Июнь 2023, 16:00

ЙЫЛЫТМА

Беҙ йылытманы ауылда беренсе булып ҡуйҙыҡ. Ваҡланып торманыҡ, егерме метрлыһын алдыҡ. “Бындай ҙур заказ миндә беренсе тапҡыр”, – тине йылытманы ҡороусы.Ҡыяр үҫтерә башланыҡ, йылытма менән тупраҡ араһындағы айырманы шунда уҡ тойҙоҡ: беренсе ҡыярҙарҙы 20 майҙа өҙҙөк, элек улар июнь аҙағында ғына өлгөрә ине. Әкренләп үҙебеҙҙән артҡанын һата башланыҡ. Аҡсаһын ҡайырып алмаһаҡ та, тотороҡло килем барлыҡҡа килде.

ЙЫЛЫТМА
ЙЫЛЫТМА

Йылытма менән ныҡлап мауығып киттем, буш ваҡыттарымды шунда үткәрҙем. Тиҙҙән даими клиенттарыбыҙ барлыҡҡа килде. Уларҙың береһе – Сәғиҙә. Ваҡсыл ҡатын, әммә бай – бер юлы 40 килограмм ала, сөнки ейән-ейәнсәрҙәре һанап бөткөһөҙ.
Бер заман ул ниҙәндер ҡатыным менән ныҡ итеп әрләште. Шунан һуң беҙҙән үс алырға тотондо. Бөтә ерҙә – почтала, магазинда, район автобусында – беҙҙең ҡыярҙы яманлай. Йәнәһе, әсе, химия ҡуллана, баш ҡалаға анализға алып барған, унда, был йәшелсә түгел, ә химик ҡорал, тигәндәр (бөтәһе лә яла, барыһы ялған). Хәтеребеҙ ҡалды, әлбиттә. Клиенттарыбыҙ ҙа кәмене. Улар ҡыярҙы магазиндарҙан ала башланы. Шулай ҙа бизнесыбыҙ ныҡлап аяғына баҫты. Тағы бер йылытма ҡуйҙыҡ. Хәҙер инде ике магазин да ҡыярҙы беҙҙән ала, тик күмәртәле хаҡ менән. Был хаҡта белгәс, Сәғиҙәне саҡ йөрәге тотманы. Ул ҡыярға өс саҡрымдағы күрше ауылға йөрөй (мәшәҡәте күп тип, үҙе баҡса тотмай, әллә ялҡауы килә).
Яңыраҡ район үҙәгенә барырға туҡталышта автобус көтә инем. Сәғиҙә лә килеп етте. Мине күргәс тә, ауылдаштарыбыҙға хәбәр һөйләргә тотондо:
– Уй, ҡыҙҙар, беләһегеҙме, кисә Флүрәнең магазинынан шундай шәп ҡыяр алдым! Хуш еҫле, ашап туйғыһыҙ. Өйгә ҡайтып еткәнсе ярты килоһын ашаным. Ҡыяр кәрәк булһа, Флүрәнән генә алығыҙ, Ғилмандыҡын ашап, ағыулана күрмәгеҙ!
Ә мин мыйыҡ аҫтынан ғына йылмаям: Флүрә икенсе ай инде ҡыярҙы минән алып һата.

Н. МИҢЛЕЯРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: